Илнур 1999 йылдың 1 мартында Рәхмәт ауылында донъяға килеп, ошонда 11 класс белем ала. Бала сағынан асыҡ күңелле, изгелекле булыуы менән айырыла, эшһөйәр, ярҙамсыл, тәртипле һәм маҡсатлы булып үҫә. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән егет мәктәп йылдарында үҙен күп төрлө спорт ярыштарында һынай: көрәшә, йүгерә, волейбол һәм баскетболды үҙ итә.
2017 йылдың яҙында йәше тулыу менән әрмегә юллана. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, тырышып хәрби һөнәр үҙләштерә, водитель була.
Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, вахта ысулы менән эшкә урынлаша. Һәм һаман шулай дауам итер ине, әгәр һуғыш булмаһа... Махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың апрелендә И. Әх-мәҙиев үҙ ирке менән контрактҡа ҡул ҡуя. Ҡыйыу яҡташыбыҙ Донбасс биләмәһендә барған хәрби операцияларҙа разведчик булараҡ туранан-тура ҡатнаша, үҙен ҡурҡыу белмәҫ башҡорт яугире, ышаныслы, тоғро дуҫ итеп таныта.
Хәрби бәрелештәрҙә ике тапҡыр яралана. Ҡаһарманлыҡ өлгөһө өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була, шулай уҡ командование ҡушҡан заданиеларҙы урын-еренә еткереп башҡарғаны һәм хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаҙаныштары өсөн РФ Ҡораллы Көстәренең баш коман-дующийы В. В. Путиндың Рәхмәт хаты менән билдәләнә.
2022 йылдың ноябрендә яугир контракт мөҙҙәтен тултырып тыуған еренә ҡайта. Үткән йәйҙә һөйгән ҡыҙы менән никах уҡытып, күп тә уҙмай, туй гөрләтәләр. Кәләше Рафия Ирек ҡыҙы әйтеүенсә, Илнур хәстәрлекле, аңлаусан ир булған, «Уның янында яҡлаулы булдым, яҙмышымды шундай кеше менән бәйләп, үҙемде бәхетле тойоп өлгөрҙөм», — ти ул. Тормош юлынан етәкләшеп матур ғына атларға, балалар үҫтерергә ине лә... Тик илдәге тынысһыҙлыҡ, яу ҡырында ҡалған дуҫтары тураһында уйҙар ир-егеткә тынғы бирмәй. 2023 йылдың 25 ноябрендә йәнә контракт төҙөй.
Хәрби хеҙмәтен ул 104-се гвардия десант-штурмлау дивизияһының разведчиктар ротаһында үтә. Хәрби тәжрибәһен иптәштәре менән бүлешә, уларға рухи терәк була, ҡатмарлы мәлдәрҙә ярҙам итә. 2024 йылдың 3 февралендә Илнур Әхмәҙиев батырҙарса һәләк була. Уға 25 йәшен тултырырға көнләп кенә ваҡыт ҡала... Айбарлы, ғәййәр башҡорт егете, РФ Президенты В. В. Путин бойороғона ярашлы, Ҡаһарманлыҡ ордены менән (үлгәндән һуң) наградлана.
Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған контракт хеҙмәте рядовойы И. Б. Әхмәҙиев менән хушлашыу буйынса матәм сараһы Байым ауыл биләмәһе башлығы Д. З. Фәтхуллиндың мәрхүмдең рухына аят бағышлауынан башланды.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш дауам итә һәм ул аяуһыҙ — аҫыл егеттәребеҙ беҙ йәшәгән илдең тыныслығы, үҙаллылығы өсөн башын һала. Шундайҙарҙың береһе яҡташыбыҙ, Рәхмәт ауылы егете Илнур ине. Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы, Басир Вәзир улы, батыр йөрәкле ул үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Бала юғалтыуҙан да ауырыраҡ ҡайғы юҡ, һеҙҙе йыуатырлыҡ һүҙҙәр табып булмауы үҙәкте өҙә. Шул уҡ ваҡытта ғүмерен беҙҙең тыныслыҡ өсөн биргән геройыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, беҙ уны онотмаясаҡбыҙ. Илнур ҡустым, тыныс йоҡла, һин мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Й. Н. Зәйтүнов республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров, депутаттар корпусы исеменән яугирҙең яҡындарының — ата-әсәһенең, һөйөклө кәләше Рафияның һәм ағаһы Илмирҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, сабырлыҡ теләне.
Хәрби часть вәкиле Я. А. Дудий: «Илнур Әхмәҙиев еңеү хаҡына иң ҙур ҡиммәтен — ғүмерен бирҙе. Уның ҡаһарманлығы Рәсәй Президенты бойороғо менән ул үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән билдәләнде», — тине.
Хеҙмәттәше Александр Евстегнеев Илнур менән бер часкә эләгеп, 2022 йылдың апрелендә танышыуҙары, бер взводта, бер отделениела һуғышыуҙары, егеттәр менән бәләкәй генә татыу ғаилә булып йәшәүҙәре, бер-береһенә ярҙамлашыуҙары, шул яугир иптәштәре араһында башҡорт дуҫының алсаҡ, ярҙамсыл, яуаплы булыуы менән айырылыуы тураһында һөйләне. «Артабан, Илнур дуҫ, беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәрһең. Яугирҙәр үлемһеҙ», — тине ул хушлашыу һүҙендә.
Ауылдаштары, туғандары исеменән телмәр тотҡан мәктәп директоры З. Ә. Әхмәҙиева, Р. З. Яппарова Илнурҙы көләс йөҙлө, изге күңелле, туған йәнле, эшлекле, уңған ине, ауылыбыҙҙың иң булдыҡлы егеттәренең береһе итеп хәтерләйбеҙ һәм хәтерләйәсәкбеҙ, тип тик йылы һүҙҙәр менән телгә алды. Рәйсә Закир ҡыҙы ауыр ваҡытта ҡайғы уртаҡлашыусыларға, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға килеүсе район етәкселегенә, Байым ауыл биләмәһе халҡына, ауылдаштары, дуҫтары һәм класташ-тарына рәхмәт белдерҙе.
Дәүләт флагы И. Б. Әхмәҙиевтың кәләше Рафия Ирек ҡыҙына тапшырылды.
Именлек һалдатын бөтә ауыл менән ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатты рәхмәттәр. Тыныс йоҡла, Илнур!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.