«Мине һуғышта егеттәр көтә әле, улар янына кире китермен ул» тип кире МХО-ға китергә йөрөгән Вәхит Моталлап улы ҡапыл ғына баҡыйлыҡҡа күсте. Яугирҙе һуңғы юлға оҙатыу сараһына Гусев ауылы биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм мәрхүмдең туғандары, ауылдаштары йыйылды. Тал Ҡусҡары ауылы имам-хатибы Сәлих Ғәлиуллин аят уҡығандан һуң, матәм сараһы башланды.
Тәүгеләрҙән булып ауыл Советы депутаты, мәрхүмдең ауылдашы Гөлни-са Ниғмәтуллина яугирҙең биографияһына туҡталды.
— Вәхит ағай һәр ваҡыт ярҙамсыл, эскерһеҙ, кешелекле булды. Ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яу яланына юлланыу — үҙе ҙур батырлыҡ, — тине ул.
Шәрифйән Садиҡ улы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, район хәрби комиссариаты исеменән яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм киләсәктә уның исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыласағын, йәш быуынға уның тураһында һөйләргә кәрәклеген әйтте.
— Вәхиттең атаһы Моталлап ҡарт Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, офицер дәрәжәһендә ҡайтҡан ир-уҙаман булды. Улар миңә күрше йәшәнеләр, шуға ла Вәхиттең үлемен бик ауыр кисерҙем. Хәҙерге заман һуғышының ни икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп,намыҫлы хеҙмәт итте. Эсе-тышы бер, алсаҡ, шаян, һөйләп һүҙе бөтмәҫ ир-егет ине. Ауылға һирәкләп ҡайтҡанында күрше-күләненең, ауылдаштарының, яҡындарының хәлен белмәй ҡайтмаҫ ине. Бала саҡтан Зәйтүнә апайы менән тиңдәш ҡыҙҙар бергәләп күтәрешеп алып үҫтерешкән күршем ине Вәхит ҡусты. Һуңғы ваҡытта һаулығының насарайыуы Вәхиттең арабыҙҙан китеп барыуына сәбәпсе булды, әле йәшәргә лә йәшәргә ине, ир уртаһы йәшенә генә еткән ине... Йәне йәннәттә булһын, — тине мәғариф ветераны Мөнирә Хәким ҡыҙы.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары исеменән «Рамраш» позывнойлы яугир мәрхүмдең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм сабырлыҡ теләне.
— Ил, ер тип янған ир-егеттәребеҙ булыуы менән беҙ ғорурланабыҙ. Уларҙың исеме онотолмаҫҡа, халыҡ хәтерендә һаҡланырға тейеш. Вәхит ағайҙың ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын, — тине ул.
Вәхит Моталлап улы Тал Ҡусҡары ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә. Ир булараҡ Ватан алдындағы бурысын да намыҫ менән үтәй. Әрменән ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһының эске эштәр бүлегендә, Магнитогорск металлургия комбина-тында хеҙмәт итә. Әсәһе яңғыҙ ҡалғас, яҡын кешеһен ҡарау ниәте менән урындағы колхозға механизатор булып эшкә ҡайта. Тажиҡстанда «ҡыҙыу нөктә»лә ҡатнаша, унда ла ул үҙ теләге менән юллана.
Махсус хәрби операция башланғас та, Вәхит Моталлап улы илде һаҡлау — ир бурысы тигән девизын алға ҡуя. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә, ләкин оло булыу, йәше тулыу сәбәпле, өс айҙан һуң кире тыуған яғына ҡайтарыла. Украиналағы мәхшәр эҙһеҙ үтмәй, ул һуғыштан һуң йыш ҡына ауырый.
Матәм сараһында Рәсәй Федера-цияһының байрағы Вәхит Моталлап улының ҡатыны Фатима Ғәйнетдин ҡыҙына тапшырылды.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәнең йән-нәттә булһын, батыр!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.