Күпме әсәләрҙе зар илатҡан, атайҙарҙы ҡара ҡайғыға һалған, йәп-йәш кенә егеттәребеҙҙең ғүмерен өҙгән Афған һуғышы халыҡ хәтерендә йәшәй. Сит ерҙәрҙә яу яланы аша үтеп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ бөгөн инде олпат йәштә. Утлы юлдар төҙәлмәҫлек яралар ҡалдырһа ла, улар араһында үҙ теләктәре менән Украинала барған махсус хәрби операцияға китеүселәр бар. Ф. Й. Сәйетбаталов шуларҙың береһе ине.
Ф. Сәйетбаталов 1964 йылдың 4 декабрендә Хәлил ауылында тыуған. Ғаилә Әбдрәш ауылына күсеү сәбәпле, Фәнил Йосоп улы 8 йыллыҡ Әбдрәш мәктәбендә уҡый. Һуңынан көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлегендә урта белем ала. 1988 йылда Белорет ҡалаһының ДОСААФ автомәктәбендә водитель һөнәрен үҙләштерә. Мәктәп йылдарынан уҡ ярҙамсыл, алсаҡ, эшһөйәр егет булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора.
1983-1986 йылдарҙа Афғанстанда Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәй. Тыуған ил алдындағы антына тоғро ҡалғаны һәм бурысты яҡшы үтәгәне өсөн «Яугир-интернационалист» һәм Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға арналған юбилей миҙалдары менән наградланған.
Оҙаҡ йылдар Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы була, әллә нисә быуын йәш белгестәрҙе эшкә өйрәтә, йәш быуынды намыҫ менән хеҙмәт итергә, ғәҙел булырға өндәй.
Нацизмға ҡаршы барған көрәштән ул да ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың сентябрь айында Магнитогорск ҡалаһы хәрби комиссариаты аша үҙ теләге менән Украинаға юл ала. Донбасс биләмәһендә барған ҡаты бәрелештәрҙә үҙ-үҙен аямай көрәшә, иптәштәренә тоғро дуҫ була, яу яланында үҙен ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, март аҙағында Донбасс биләмәһендә барған ҡаты бәрелештәрҙә батырҙарса һәләк булыуы билдәле була.
Батырыбыҙ менән хушлашыу өсөн ойошторолған матәм сараһы Сиҙәм мәктәбе алдында уҙҙы. Фәнил Йосоп улы менән хушлашырға яҡындары, туғандары, Афғанстанда яу яланын бергә уҙған хеҙмәттәштәре, коллегалары, Хәлил һәм Әлмөхәмәт ауылы биләмәләре халҡы, район хакимиәте вәкилдәре килде. Фотоһүрәте янына ҡыҙыл раузалар һалынғандан һуң, матәм сараһы башланды.
Район хәрби комиссары Максим Гребенщиков бәхилләшергә килеүселәрҙе мәрхүмдең тормош юлы менән таныштырғандан һуң, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовҡа һүҙ бирҙе.
— Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар көндән-көн арта бара. Ә беҙ иһә тыныс тормошта йәшәүселәр ил именлеге өсөн шаһит киткән хөрмәтле ағай-энеләребеҙҙең батырлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Фәнил ағай ҙа яу яланына үҙ теләге менән киткәндәрҙең береһе ине. Уның батырлығын, нацизмға ҡаршы барған көрәштә йәнен фиҙа ҡылыуын онотмаҫбыҙ, — тине ул. — Фәнил Йосоп улы өлгөлө ғаилә башлығы, тоғро дуҫ булды. Ғаиләһенә, яҡындарына сабырлыҡ теләйем. Улар беҙҙең ҡанат аҫтында буласаҡ һәм хәстәрлек менән солғанып алынасаҡ. Геройыбыҙҙың ауыр туп-раҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Илдар Таһир улы Магнитогорск ҡалаһынан, Хәлил ауылы биләмәһенән мәрхүм менән бәхилләшергә килгән делегация ағзаларына оло рәхмәтен белдерҙе.
Туғандары исеменән сығыш яһаған Ҡасим Тайсин һәм Фәрит Харунов Фәнил Йосоп улының маңлайына яугир булыу яҙмышы яҙылғанын билдәләнеләр. Афғанда алған йән яралары МХО башланыу менән уға тынғы бирмәүе, яу яланына барыуҙы маҡсат итеп ҡуйыуын әйттеләр.
— Фәнилде хәтергә алғанда йөҙөнән йылмайыу китмәгән киң күңелле кеше булыуы иҫкә төшә. Уның «афганец»тар араһында абруйы ҙур булды, әйткән һүҙендә тора белде. Ихлас күңелле, ярҙамсыл булғанға күрә ул һәр ерҙә хөрмәт ҡаҙанды. Фәнил Йосоп улы менән бәхилләшергә килгән халыҡтың иҫ киткес күп булыуы быны дәлилләй ҙә инде, — тине Афғанстан ветерандар советы рәйесе Илгиз Хәйризаманов.
Коллегалары исеменән Алексей Ғибәҙуллин һәм Александр Павлов сығыш яһаны. Улар ҙа яугирҙең ябай, кешелекле, эскерһеҙ, ғәҙел булыуын әйтеп үтте.
Ҡатыны Зөһрә Сәйетбаталоваға иҫтәлеккә Рәсәй Федерацияһының байрағы тапшырылғандан һуң, мәрхүмде Әлмөхәмәт ауылы зыяратына оҙаттылар.
Һуңғы минутына тиклем хәрби антына тоғро ҡалған батыр яҡта-шыбыҙҙың иманы юлдаш булһын.
Яугиргә мәңгелек дан!
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.