Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков хушлашыу сараһын асып, яугирҙең тормош юлы менән таныштырҙы.
— Бөгөн беҙ контракт хеҙмәтенең кесе сержанты Йәмил Таһировты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул 1988 йылдың 1 мартында Байым ауылында тыуған. 9-сы класҡа тиклем Өфө ҡалаһының 2-се шифахана мәктәп-интернатында уҡый. Байым урта мәктәбендә 11-се класты тамамлай. 2007 йылда әрме сафына саҡырыла, десантсы була. 2010 йылға тиклем контракт буйынса Ульяновск ҡалаһында хеҙмәт итә. Армиянан һуң Магнитогорск металлургия комби-натында, Карелияла эшләй. Йәмил Нәзир улы 2023 йылдың ноябрендә хәрби контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр яҡташыбыҙ һуғышта ҡорбан булды, — тине Максим Валентинович.
Район башлығы Илдар Нафиҡов туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Үкенескә, беҙҙең район тағы бер ғәзиз улын юғалтты. Байым ауылының ҡыйыу егете Йәмил Таһиров менән бәхилләшәбеҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Яҡташыбыҙ ысын ир-егет булараҡ үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Йәмил барыбыҙ өсөн дә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ. Бөтә туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, сәскәләй ике ҡыҙы атайһыҙ ҡалыуы бик ҡыҙғаныс. Был балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итәсәкбеҙ, улар беҙҙең иғтибар, хәстәрлек менән солғанасаҡ. Йәмил Нәзир улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов хушлашыу сараһында сығыш яһаны.
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары исеменән Йәмилдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине Йәлил Насип улы. — Тыуған иле именлеге өсөн үҙ ғүмерен бирҙе ауылдашыбыҙ. Уның батырлығы онотолмаҫ. Ғаиләһенә дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә ярҙам саралары күрһәтеләсәк. Бәхил бул, батыр егет!
Йәмил Таһиров хеҙмәт иткән часть вәкиле К. Андреев иптәшенең штурм операцияһы мәлендә батырҙарса һәләк булыуын һөйләне, ғаиләһенең һәм яҡындарының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашты. Ул Й. Таһировтың үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүен белдерҙе.
— Ғаиләбеҙгә ауыр ҡайғы килде, бер ниндәй һүҙҙәр менән аңлатырлыҡ түгел. Ошо ҡыйын мәлдә яныбыҙҙа булған район етәкселегенә, хәрби комиссариат вәкилдәренә, ауылдаштарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, — тине туғандары исеменән һүҙ әйткән Иршат Таһиров менән Раушания Вәлитова. — Ҡәҙерле кешебеҙҙе хөрмәт итеп, уны һуңғы юлға оҙатырға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Йәмилдең урыны ожмах түрендә булһын.
Мәктәп һәм уҡытыусылар исеменән һүҙ тотҡан класс етәксеһе Мәүлиҙә Сөнәғәтова Йәмилде тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.
— Ихлас, эшһөйәр ине Йәмил. Тырыш, әүҙем уҡыусы бөтә кластан тыш сараларҙа ҡатнашты, спектаклдәрҙә уйнаны. Бөтә класташтары менән дуҫ, татыу булды, — тине Мәүлиҙә Таштимер ҡыҙы. — Уҙған йылда миңә хәл белергә килеп: «Апай, беҙ ҡасан осрашырбыҙ икән? Класташтарҙы һағындырҙы бит», тине. Шул тиклем үкенескә ҡалды, осраша алмай китте. Ҡыҫҡа ғына ғүмерен намыҫлы һәм йондоҙҙай балҡып үтте Йәмил. Яҡты исемен ауылдаштары онотмаҫ, балаларына һәм туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек теләйем.
Батыр яҡташыбыҙҙың һөйөклө ҡыҙҙары Камила менән Азалияның, апайы Раушанияның, ҡустыһы Хәлилдең һәм бөтә туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.