Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Декабрь 2024, 15:23

«Изге күңелле, ярҙамсыл булды...»

Район халҡы Гусев ауылы уҙаманы, яугир Вадим Исаевты һуңғы юлға оҙатты.

Батыр яҡташыбыҙ менән хушлашырға уның туғандары, Гусев ауыл халҡы, класташтары, район хакимиәте, хәрби комиссариат һәм башҡа ойошмалар етәкселәре, вәкилдәре килде. Райондың хәрби комиссары М. В. Гребенщиков матәм митингыһын асып, В. В. Исаевтың биографияһы менән таныштырҙы.  
В. В. Исаев 1974 йылдың 19 ғинуарында Гусев ауылында тыуған. Гусев урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Белорет ҡалаһында ДОСААФ-та водитель һөнәрен ала, ул шулай уҡ Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, тракторсы-машинист һөнәренә эйә була. 1992 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Ил алдындағы изге бурысын үтәп, тыуған ауылы Гусевҡа ҡайтҡандан һуң, урындағы хужалыҡта механизатор булып эш башлай. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй.
2023 йылдың 24 майында Вадим Васильевич Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Ул хәрби операцияларҙа туранан-тура ҡатнаша, расчет номеры вазифаһын башҡара.
 20 июндә Украина ерендә барған ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ ефрейтор Вадим Исаев үҙенең хәрби бурысын ахырынаса үтәп, батырҙарса һәләк була.
— Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән Вадим Васильевич йәш быуын өсөн ысын өлгө булып тора.  Батыр яугирҙе  белгән һәр кем уны Ватаныбыҙҙың ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу ир-егете итеп хәтерендә һаҡлаясаҡ. Яҡты, тыныс киләсәгебеҙ хаҡына ҡорбан булған ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Ғафаров. — Әбйәлил батырҙарының даны мәңгелек.
Вадим Васильевич хеҙмәт иткән хәрби часть вәкиле, контракт хеҙмәте сержанты А. В. Плотников сығыш яһаны. Алексей Иванович хәрби дуҫының туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, яу яланында Вадим Исаевтың үҙен ҡыйыу һәм батыр һалдат итеп күрһәтеүе хаҡында һөйләне һәм нацизмға ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн уның Батырлыҡ орденына тәҡдим ителеүен белдерҙе. 
— Вадим Васильевич балалары өсөн өҙөлөп торған атай булды. Изге күңелле, ярҙамсыл Вадимдың дуҫ-иптәштәре күп ине. Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ир-егет булды, — тине класташтары исеменән һүҙ алған Рәмзилә Сафина.
Батыр яугир Борисовка ауылы зыяратында ерләнде.
Ҡаһарман яугирҙең яҡындарының, туғандарының, улы Николайҙың, ҡыҙҙары Диана менән Лиананың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Виктория РӘХИМОВА.

Читайте нас