Динар 1996 йылдың 25 ноябрендә Магнитогорскиҙа донъяға килә. Ҡаланың 15-се һанлы махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. 9-сы кластан һуң 93-сө һөнәрселек училищеһында автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Магнитогорскиҙа төрлө предприятиеларҙа эшләй. Өйләнгән, кәләше менән сәскәләй ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр.
Ил-йорттағы тынысһыҙ хәлдәргә эшләп йөрөгән йәш ғаилә башлығы тыныс ҡала алмай. Үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар ҡылып, 2024 йылдың июлендә кон- трактҡа ҡул ҡуя. Мотоуҡсылар бүлексәһенең өлкән уҡсыһы вазифаһында туранан-тура хәрби операцияларҙа ҡатнаша, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен ҡыйыу яугир, биргән антына тоғро намыҫлы һалдат итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 августа район хәрби комиссариатына уның һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр килә. Д. В. Дауытов 16 августа хәрби заданиены үтәгәндә Тыуған ил өсөн йәнен фиҙа ҡыла...
Матәм митингыһына район етәкселеге, «Боевое братство» ойошмаһы ир-уҙамандары килде, бөтә Әүмеш ауылы халҡы йыйылды, Ватан һаҡсыһы менән бәхилләште, яугирҙең ата-әсәһе Елена һәм Вәлит Дауытовтарҙың, ҡатыны Ленизаның, ағаһы Вадимдың, ҡыҙҙарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус операция талап ителгән ваҡытта йәшәйбеҙ. Беҙҙең яҡты киләсәк, тыныс тормош өсөн ҡан ҡойош дауам итә, нацизмға, фашизмға ҡаршы көрәш алып барыла. Ошо маҡсатта күп яҡташтарыбыҙ яу яланында баштарын һалды. Бөгөн дә районыбыҙға ҙур ҡайғы килде. Һуғыш ҡорбаны булған Динар Дауытов үҙ еренә ҡайтты. Район хакимиәте исеменән туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Әлбиттә, ниндәй генә һүҙҙәр әйтһәк тә, йыуатырлыҡ, йөрәк яраһын уңалтырлыҡ түгел. Әммә ғаиләгеҙгә дәүләт яғынан ҡаралған ярҙам, ҙур иғтибар бүленер, тип ышандырам. Ә батырыбыҙҙың исеме халыҡ хәтерендә мәңге йәшәйәсәк, быға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Бәхил бул, яугир, урының ожмахта булһын! – тине район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров.
Ауылдаштары исеменән сығыш яһаусы Нәйлә Ғәзизова Динарҙы һуңғы юлға оҙатыу туғандары өсөн генә түгел, бөтә ауыл өсөн оло ҡайғы тине. Егеттең тыйнаҡ, аҡыллы булыуын, насар ғәҙәттәрҙән ары тороуын, күркәм сифаттарын яҡшы һүҙ менән иҫкә алды. Дуҫтары, бергә уҡыған иптәштәре араһынан Айнур Йәрмөхәмәтов телмәр тотто:
– Динар һәр беребеҙҙең тормошонда үҙе артынан онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы, ярҙамсыл булды, кемгә кәңәше, кемгә эше менән булышлыҡ итте. Уның менән яҡын таныш булған һәр кем ысын дуҫы барлығын белеп йәшәне, – тине ул иптәшенең ғүмере иртә өҙөлөүенә үкенес белдереп.
Ҡустыһының күңелсәк кеше булыуы, йөҙөнән йылмайыу китмәүе, ҙур маҡсаттар ҡуйып шуларға өлгәшергә ынтылып йәшәүе тураһында иҫкә алған бер туған ағаһы Вадим ҡәҙерле туғанын һуңғы юлға оҙатырға килеүселәргә, ҡайғылы мәлдә яндарында булғандарға рәхмәт белдерҙе.
Яугирҙең һөйөклө ҡатыны Лениза Ғаяз ҡыҙына ире тураһында иҫтәлек итеп һаҡларға Рәсәй Федерацияһы байрағы тапшырылды. Ауылдың имамы мәрхүмдең рухына аят бағышланы.Д. В. Дауытов Әүмеш ауылы зыяратында ерләнде.
Батыр яҡташыбыҙ тураһында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.