Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2024, 10:15

Бейелмәйсә ҡалды бейеүҙәр

Әбйәлил районы халҡы махсус хәрби операцияла һәләк булған Туйыш ауылы егете Динис Даян улы Ғүмәровты һуңғы юлға оҙатты.

Матәм сараһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, район Советы секретары Булат Исламбаев һәм ойошма-предприятие етәкселәре ҡатнашты. Яугир менән бәхилләшеп, фотоһүрәте янына ҡыҙыл раузалар һалынғандан һуң, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары яңғыраны. Һалдат менән хушлашыу сараһында тәүгеләрҙән булып Булат Юныс улы һүҙ алды:
— Район халҡы өсөн ҡайғылы көн. Илебеҙ, еребеҙ, халҡыбыҙ өсөн йәнен йәлләмәгән, шундай теремек, шәп, яңы ғына донъя башлап торған ғәзиз улдарыбыҙҙың береһен һуңғы юлға оҙатабыҙ. Уның интернет селтәрендә биргән интервьюһын ҡарамаған Әбйәлилдә бер кем дә юҡтыр. Динис бынамын тигән башҡорт егете ине, үҙенә шундай маҡсаттар ҡуйып, Ватанын һаҡларға тип алғы һыҙыҡҡа баҫҡан егеттәрҙең береһе. Уның батырлығы тиңһеҙ! Тормошта ижад кешеһе булып йәшәне, халыҡ өсөн хеҙмәт итте. Бейеүсе булараҡ әллә ниндәй үрҙәргә өлгәшер ине, әммә ул яугир юлын һайланы һәм батырҙарса һәләк булды. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә бүтәндәргә изгелек өләшеп, бейеү сәнғәтен үҫтереп, ғаилә ҡороп өлгөрҙө. Бындай күренешкә шаһит булыуы йәл дә, ҡыҙғаныс та. Бәхил бул, батыр! Һине Башҡортостаның, халҡың бер ҡасан да онотмаясаҡ, — тине ул үҙенең сығышында.
Хәлил Юлай улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары корпусы исеменән һалдаттың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм хөкүмәт тарафынан яугирҙең ғаиләһе хәстәрлек һәм ярҙам менән солғанып алынасағы хаҡында белдерҙе. «Сәхнә өсөн генә яратылған йондоҙ ҡапыл балҡып һүнде. Батырҙар нәҫе-ленән тыуған егет батырҙарса һәләк булды, һуңғы минутына ҡәҙәр биргән антына тоғро ҡалды», — тине Хәлил Рәхмәтуллин. 
Сибай концерт-театр берекмәһе директоры урынбаҫары Азат Нәбиуллин Динистың оҫта бейеүсе, шәп ғаилә башлығы, һәр ерҙә лә өлгөр булыуын билдәләне.
— Бөгөнгө көн Башҡортостан тағы бер сәхнә әһелен юғалтты. Яңы үҫеп килгән талант ине ул. Коронавирус пандемияһы ныҡ таралған мәлдә Динис ҡулына диплом алды. Күмәк кеше йыйылышырға ярамағанлыҡтан имтиханды онлайн тапшырырға тейеш инек. Шул ваҡытта Динис: «Вирустан ҡурҡып өйҙә ятмайбыҙ инде, Сибайға барып имтиханды бергәләп тапшырайыҡ», тип беренсе булып чатта яҙҙы һәм беҙ шунда осраштыҡ. Ул шундай ҡыйыу, сос ине. Ышанам: ул яу яланында ла һынатманы һәм Ватанына тоғро хеҙмәт итте, — тип һөйләне уның хаҡында уҡытыусыһы Фәнил Әсәҙуллин.
Туғандары исеменән сығыш яһаған Иштимер Ғүмәров улын һуңғы юлға оҙатырға килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Мәрхүмдең дәртле, алсаҡ, ихлас, йәшәргә ынтылып торған егет булғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм сабырлыҡ теләне. 
Динис Даян улы 2002 йылдың 3 мартында Туйыш ауылында донъяға килгән. Байым урта мәктәбен тамамлаған. Мәктәп йылдарында бөхтә, тырыш уҡыусыларҙан һаналған. Бәләкәйҙән башҡорт милли бейеүҙәре менән шөғөлләнгән.
2016 йылда Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә һәм хореограф һөнәрен үҙләштерә. 2020 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына һәм Мурманск ҡалаһында хәрби-диңгеҙ флотында лайыҡлы рәүештә ил алдындағы изге бурысын үтәй. Артабан Сибай концерт-театр берекмәһенә балет артисы булып эшкә урынлаша. Ул талантлы, тырыш, тыныс холоҡло булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ҡулынан килгәнсе һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙа, ғаиләһенә ныҡлы терәк була.
2024 йылдың октябрь айында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерә һәм яу яланына юллана. Ҡыҙғанысҡа күрә, 23 ноябрҙә Динис Даян улы хәрби заданиены үтәгәнендә батырҙарса һәләк була.
Мәрхүмдең яҡындары Динис Даян улының васыятын еренә еткереп үтәне, сөнки яу яланына юлланғанда ул: «Минең менән бер-бер хәл була ҡалһа, атайымдың эргәһенә ерләгеҙ», — тигән. Матәм сараһында Рәсәй Федерацияһы флагы яугирҙең әсәһе Фирүзә Хөсәйен ҡыҙына тапшырылғандан һуң, Динис Даян улын Буранғол ауылы зыяратына хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар.
Мәрхүмдең әсәһе Фирүзә Хөсәйен ҡыҙының һәм кәләше Рузилә Хәйҙәр ҡыҙының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Атылған йондоҙ кеүек кенә ғүмерең, ә шулайҙа күпме яҡты эҙең ҡалды был ерҙә. Йылдар үтер, Динис, һинең туралағы хәтер туғандарыңдың, ауылдаштарыңдың, дуҫтарыңдың күңелендә ҡәҙерләп һаҡланыр. Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, һалдат!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас