Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2024, 16:54

Үҙе китһә лә, исеме ҡалды

Махсус хәрби операция яугире, контракт хеҙмәте гвардия өлкән сержанты Илшат Кирәев имен яҡты киләсәк өсөн башын һалды.

Илшат Фәнил улы 1973 йылдың 5 ноябрендә Тал Ҡусҡары ауылында тыуған. Балалыҡ йылдары Үтәгән ауылында уҙа. 1991 йылда Амангилде урта мәктәбен тамамлай һәм шул уҡ йылда көҙгө саҡырылышта ил һағына алына. Балтика флотының һыу аҫты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Сүриәлә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Изге Георгий юғары ордены менән наградланған. 
1995 йылда электрогазосварщик һөнәре буйынса 24-се Сибай һөнәрселек училищеһын тамамлай. Эшһөйәрлеге менән айырыла, нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә. Алтын ҡуллы тиҙәр уның тураһында. Спортты үҙ итә. Шахмат, бокс буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, призер була.  
Ата-бабаларҙан күскән яугирлек рухы, сабырһыҙ холҡо кисәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыға МХО-нан ситтә ҡалырға ирек бирмәй. 2024 йылдың ғинуарында 50 йәшлек ир-уҙаман контракт төҙөп ил һағына баҫа.
Яу юлын уҡсы, гранатометчик ярҙамсыһы булып үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 ноябрҙә Донецкиҙа дауаханала вафат була.
Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, яуланасаҡ тыныслыҡ хаҡын ғүмере менән түләгән И. Ф. Кирәев менән бәхилләшеү сараһы Асҡар ауылының үҙәк майҙанында үтте. Митингыла район етәкселеге, хәрби часть вәкиле ҡатнашты, яугирҙең таныштары, дуҫтары, класташтары, ауылдаштары килде.
Район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов Әбйәлил хакимиәте һәм халҡы исеменән яугирҙең ғаиләһенең, атаһы Фәнил Раил улының, хәләл ефете Әнисә Әхмәт ҡыҙының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Илебеҙ өсөн ҡатмарлы ваҡытта йөрәк ҡушыуы буйынса неонацизмға ҡаршы көрәшкә баҫҡан Әбйәлилдең тағы ла бер лайыҡлы улын һуңғы юлға оҙатыу күңелдә әйтеп аңлатҡыһыҙ ауыр юшҡын ҡалдыра. Батыр китһә лә, исеме ҡалды. Ул уны үҙе алтын хәрефтәр менән тарих биттәренә яҙҙы. Илшат ағай менән шәхсән таныш инем. Ихлас, асыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән кеше булды. Шуға күрә уның тураһында үткән заманда һөйләүе ныҡ ҡыйын. Уның менән аралашыуы еңел ине, бөтә нәмә тураһында ла һөйләшергә булды. Былтыр миңә шылтырата: «Ҡустым, мин МХО-ға китергә ҡарар иттем». Телефон аша ғына хушлаша торған ер түгел: «Илшат ағай,  миңә кил», — тип саҡырҙым. Килде. Һөйләшеп ултырҙыҡ. «Ҡустым, егеттәр шунда беҙҙең, ҡустылар шунда, мин бында ятып түҙә алмайым», — тине ул хушлашҡанда. Ул МХО-ға ысын илһөйәрлек тойғоһонан юлланды. Хәтерләйем, асыҡ төҫтәге курткаһындағы «Z» билдәһе  әллә ҡайҙан күренеп тора торғайны. Уның бында ла эшләйһе эштәре, тормошҡа ашыраһы пландары күп ине. Әммә ул яу юлын һайланы. Бөтә районға оҫта ҡулдары яһаған әйберҙәр ҡомартҡы булып ҡалды. Бик йәл. Икенсе яҡтан, ысын ирҙәрсә ғәмәле ғорурлыҡ тойғоһо уята. Бәхил бул, Илшат ағай! — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Яуҙашын һуңғы юлға оҙатып килгән хәрби часть вәкиле, контракт хеҙмәте рядовойы Әлфит Муллахмәтов ҡаһарман рухлы ысын ир-егет, ҡурҡыу белмәҫ яугир, тоғро иптәш тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙе, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Илшат Кирәевтың класташтары, дуҫтары исеменән Юлай Фәхрисламов һүҙ алды:
— Илшат шаян ғына түгел, сая ла булды. Күҙ йомоп алға ынтылды. Шуға күрә уның батырҙар юлын һайлауына һис тә ғәжәпләнмәнек. Йәл, был һуғышта беҙ уны юғалттыҡ. Ләкин ул беҙҙең хәтерҙә йәшәр, герой  булып, ғорурлығыбыҙ булып...
Яугирҙең һеңлеһе Гөлшат Минһажева ауыр минуттарҙа бергә булғандары, мәрхүмде ихтирам итеп һуңғы юлға оҙатырға килгәндәре өсөн матәм сараһында ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Ҡаһарманлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ символы булған Рәсәй флагы батыр ул атаһы Фәнил Кирәевҡа тапшырылды. 
И. Ф. Кирәевты Үтәгән ауылы зыяратына ерләнеләр.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас