Р. Б. Исрафилов 1964 йылдың 16 ғин-уарында Красная Башкирия ауылында тыуған. Урындағы урта мәктәпте тамамлай. 1982 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, хәрби хеҙмәтте Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә үтә. Хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарға ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡып, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. 1987 йылда ошо ҡалалағы индустриаль-педагогия техникумына уҡырға инә һәм уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын «Магнитострой» тресында башлай. Яуаплы, намыҫлы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора, шуға ла коллективта тиҙ арала абруй ҡаҙана. Үҙ эшен асып, бер аҙ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшен урын-еренә еткереп башҡарған, яуаплы кеше булараҡ таныла.
Тыуған илдең патриоты булараҡ, илебеҙҙе нацизмдан яҡлау талап ителгәс, Ринат Исрафилов Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына китә. Яу яланында ул расчет водителе вазифаһында хәрби операцияларҙа ҡатнаша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби антҡа тоғролоҡ һаҡлаған уҙаман хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды.
Яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға туғандары, дуҫтары, район, ауыл биләмәһе хакимиәттәре вәкилдәре килде.
— Ватанды һаҡлау тоғролоҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө булып тора. Тыуған илебеҙҙә тыныслыҡ булһын өсөн ғүмерен биргән яҡташыбыҙ алсаҡ, шаян кеше булараҡ беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ. Ҡаһар-ман яугирҙе онотмаҫбыҙ, уның исеме Ватан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ, — тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов. — Батырҙың туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
— Ҡаһарман яҡташыбыҙға дан һәм хөрмәт. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ул күптәр өсөн өлгө, — тине ауылдаштары исеменән һүҙ алған Красная Башкирия ауыл биләмәһе башлығы З. Н. Кәримов ул яугирҙең исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр башҡарыласаҡ тип вәғәҙәләне.
Батыр яҡташыбыҙҙың туғаны Вадим Суфиянов Ринат Бикташ улының ярҙамсыл, туған йәнле булыуын иҫкә алды, ерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Йола буйынса дәүләт флагы һаҡлауға яугирҙең ҡыҙы Юлиә Ринат ҡыҙына тапшырылғас, батырҙы мәңгелек йортона оҙаттылар.
Ҡаһарман яугирҙең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Р. ДАУЫТОВА.