Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2024, 18:05

Позывнойы «Кәрим» ине...

Урам баҙарында лампаслы салбарҙар һатылды. «Өләсәй, миңә генералдыҡы кәрәк. Бер ҡыҙыллыһы түгел, ике ҡыҙыллыһы...» Бала алдағы күрәсәк тормошон уйнай тиҙәр.

Алты йәшлек Руслан Кәримовтың, ҡураныс кәүҙәле, уйнап торған күк күҙле теремек малайҙың, ике бала атаһы булып, ҡулына ҡорал тотоп, бер түгел ике ҡан ҡойошло һуғышта булырмын, сит-ят ерҙәрҙә башымды һалырмын тигән уй башына ла инеп сыҡмағандыр... 
Әлбиттә, юҡ! Гелән олатаһы менән өләсәһенең уртаһына ултырып, атта ҡайҙарға ғына елдермәнеләр ҙә, ҡайҙарҙа ғына булманылар. Эскерһеҙ, шуҡ малай ине, башланғыс кластарҙа минең ҡулым аҫтында һабаҡ алды.
Әҙәмгә Күктәрҙән киләлер тәҡдир тигәне, кеше уға буйһоналыр. Әллә  Аллаһы Тәғәлә еп нурҙарын һуҙып, сабыйҙарҙы иҫкәртәлер, алдағы тормошона әҙерләйҙер... (урынһыҙ булһа ла, 1960 йыл-дарҙа олатайымдың батмусына баҫып, күрше-тирә балаларына һабаҡ бирә торғайным. Туғандарым береһе лә белем биреүсе булмаһа ла. 40 йылға яҡын көн дә мәктәп юлын тапағанда, шул саҡта мөғәллимәлек итеүем хәтеремә төшөр булды).
Тормош — ҡуласа, әйләндереп килә лә баҫа, унда бер нәмә лә осраҡлы түгел тиһәк яҙыҡ булмаҫ. 2022 йылдың 24 февралендә Рәсәй Президенты В. В. Путин Украиналағы нацизм режимына ҡаршы көрәшергә, Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларын яҡлап, махсус хәрби операция үткәреүҙе талап иткән Указға ҡул ҡуя. 
Чечен һуғышын үтеп, сынығыу алған хәрби хәрәкәттәр ветераны —  Магнитогорск комбинатында көс түккән Руслан Кәримов ил яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашырға беренселәрҙән булып контракт төҙөй. Шайморатов батальонын йыйғанда ул июль башында, ә бер туған ҡустыһы Данил август айында яҙылалар. Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә.
Чечен һуғышында Руслан мотоуҡсылар ғәскәрендә гранатомётчик булып һуғыша, позывнойы «Кәрим» була. Ни өсөн ошо позывнойҙы алғанмы? Тирә-яҡҡа билдәле тимерсе булып халыҡ хәтерендә ҡалған әсәһе яғынан ҡарт олатаһы Насирйән Кәримов үҙ заманында Беренсе Донъя һуғышында ҡатнаша. Ул 11-се йәйәүлеләр дивизияһының 43-сө Охотск полкында хеҙмәт иткән, яуҙаштары менән Австро-Венгрияның Йозефштадт лагерында әсирҙә була, унан ҡасып ҡотолоп һуғышҡа инә һәм 1917 йылда ғына тыуған яғына ҡайтыу бәхетенә ирешә. Был — тарихи ысынбарлыҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың иле өсөн йәндәрен аямай, ут-һыу кисеүҙәренең юҡҡа түгеллегенә, тыуған илең дә әсәйең кеүек бер бөртөк булыуына ишара ла инде.
«Кәрим» дә ата-бабалары рухына тоғро ҡалып, Херсон, Соледар, Угледар өсөн барған алыштарҙа үҙ-үҙен аямай һигеҙ ай гранатометы менән дошмандың утлы нөктәләрен юҡ итә. 
Һуғыш ҡанундары аяуһыҙ, ҡайғы артынан ҡайғы көҫәй, Рәсәйҙең ҡыйыу улдарына утын тоҫҡап, уларҙың ғүмерҙәрен ҡыя. Төркөм эвакуацияла йөрөй. Төндәрен яу яланында ятып ҡалғандарҙы алып сығалар. Һәләк булған һалдаттарҙы сығарырға ингәндә «Кәрим» һуңғы һулышын ала. Теләш ауылы ир-егете илде нацизмдан ҡурсалап, Украина ерендә тыуған иле, йәнтөйәге, ғаиләһе, ата-әсәһе, туғандары менән мәңгелеккә хушлаша. 
«Кире китеүе ҡыйын була тип, ялға бер тапҡыр ҙа ҡайтманы. Яугирҙәрҙе ялға сығарған ваҡытта килен эргәһенә бер тапҡыр ҡайтып китте», — тип һөйләй әсәһе.
Яугир яуҙа башын һалһа ла, даны ҡала, тип йырлана йырҙарҙа. Батыр йөрәкле «Кәрим»де 1999-2000 йылдарҙа Чечен һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн «За боевое отличие», «За службу на Кавказе» миҙалдары менән наградлаһалар, Украинала барған махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлығы Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән баһалана. Дан һиңә, ил һаҡсыһы, ҡыйыу уҡыусым!
Руслан Кәримовҡа уҡыған мәктәбендә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Туғандары Ташбулат урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған уҡыусыға уның исемендәге 5000 һум күләмендә премия булдырған. 
Тарихта еңеүҙәр тәбиғәт сәскәгә күмелгән осорҙа, ер йөҙөн шатлыҡтарға күмеп, ярһып-ташып килә торғанына шаһитбыҙ. Тонсоҡһон ине нацизм, фашизм! Әлеге килгән яҙ ҙа беҙҙе Еңеү менән ҡыуандырһын ине!
Зөһрә БӘШӘРОВА. 
Теләш ауылы.

Читайте нас