Алыҫтан төшкән килен иғтибарҙы оҫталығы менән йәлеп итә. Үҙ ҡулдары менән теккән туй күлдәгендә кейәү яғы туғандарын бер «аһ!» иттерһә, аҙаҡ башҡа маһирлыҡтары менән һоҡландырған, таң ҡалдырған килен даны тирә-яҡҡа тарала. Бөгөн ул районда ғына түгел, республика, хатта күрше Татарстан Республикаһы кимәлендә билдәле оҫтабикә. Бигерәк тә милли кейем тегеүселәр, этно-биҙәүестәр яһаусылар даирәһендә абруйлы урын тота. Олоһо ла, йәше лә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала, унан оҫталыҡ серҙәренә өйрәнә.
Өйрәнсектәренә белгәндәрен ихлас бүлешкән Гөлназ үҙен һәр эшкә маһир итеп үҫтергән ата-әсәһенә рәхмәтле:
— Тегеү, бәйләү, сигеүгә әнкәйемдән өйрәндем. Шулай ҙа ижади-техник яҡҡа тартылыуымда әткәйемдең йоғонтоһо ҙур. Уның белмәгән эше юҡ, нимәгә тотонһа, шуны булдыра торған кеше. Ул рәссам да, балта оҫтаһы ла, көнкүреш техникаһын йүнәтеүсе лә. Хатта хәтәр матур итеп тегә лә. Мин бала саҡтан һүрәт төшөрөүгә әүәҫ булдым, мәктәп йылдарында компьютер дизайны, фотошоп менән мауыҡтым. 11-се кластан һуң Бөрө социаль-педагогик академияһының художество-педагогика факультетына уҡырға байтаҡ ижади багаж менән килдем. Һөнәрем буйынса рәсем уҡытыусыһымын. Студент саҡта майлы буяу менән төшөргән ҙур-ҙур картиналарымды Әбйәлилгә үҙем менән бергә алып килдем. Өйөбөҙгә күсһәк, уларҙы элеп ҡуясаҡмын.
Хеҙмәт юлын Гөлназ Тәфкил ҡыҙы һөнәре буйынса Кушнарен педагогия колледжында башлай. Ижади күңелле кеше ҡайҙа ғына эшләмәһен, гелән ижад өлкәһенә тартылалыр ул. Педколлеждан һуң Өфөлә, унан Бөрө ҡалаһында фотостудияла эшләй, фото төшөрөү серҙәре буйынса тәжрибә ейә, зауыҡлы итеп фотозоналар биҙәй. Кире баш ҡалаға килеп, мебель фабрикаһына маляр булып урынлаша. Мебель буяуҙары, лак менән эшләргә, алтын яғырға өйрәнә. Артабан яҙмыш уны Урал аръяғына алып килә. Башта ике йылдай Магнитогорскиҙа йәшәгәндән һуң, ғаилә Асҡарға күсә. Әлегә Гөлназ яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа әсәй бурысын үтәй. 2018 йылда декретҡа сыҡҡан һәм, бер-бер артлы өс бәпәйгә әсәй булып, хәҙерге ваҡытта йәш ярымлыҡ улы менән өйҙә ултыра. Балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, күңелен ҡытыҡлап, ҡулдарын ҡысыттырып торған ижадтан бер көнгә лә айырылмай ул.
— Элегерәк иғтибарымды башлыса һүрәт төшөрөүгә йүнәлтһәм, хәҙер ҡул эштәре менән мауығам. Башҡорт килене булыуым милли мәҙәниәткә, башҡорт кейеменә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәренә ҡыҙыҡһыныу менән бергә оло һөйөү уятты. Тәү сиратта үҙемә, унан әсәйгә (ҡәйнәһен ул әсәй тип йөрөтә — авт.) мәрйен-тәңкәләрҙән һаҡал эшләнем, — ти Гөлназ.
Өйрәнәм тигән кешегә интернетта нимә буйынса ғына оҫталыҡ дәрестәре һәм ниндәй генә марафондар юҡ! Донъя селтәре аша әллә ҡайҙағы оҫталар менән танышып-аралашырға, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға була. Бала бағып өйҙә ултырған йәш ҡатын был мөмкинлектәрҙең береһен дә ҡулдан ысҡындырмай. Виртуаль киңлектә әллә ҡайҙарға барып сыға. «Самрау» ижади студияһының башҡорт түшелдеректәрен өйрәнеү һәм эшләү курстарында уҡыған, уның һөҙөмтәһе булып оҫта ҡулдары боронғо һаҡалдың бәләкәсәйтелгән вариантын тыуҙырған, был образға өҫтәп сәсмәүерҙәр ҙә эшләгән. Гөлсөм Хөсәйенованың «Хан ҡыҙы» марафонында даими ҡатнаша, боронғо өлгөлә селтәр, шау тәңкәләрҙән торған хәситә эшләгән, түшелдерек, традицион башҡорт күлдәге теккән. 2023 йылда Бөтә донъя татарҙар конгресы ойошторған «Оҫта ҡулдар» конкурсында ҡатнашып, «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙ» номинацияһында еңеүсе булған һәм күрше республикаға бүләкләү тантанаһына барып ҡайтҡан. «Сигеүле Башҡортостан» проекты сиктәрендә Ҡариҙел районының картаһын ижад итеүгә өлөш индергән. Сибай тыуған яҡты өйрәнеү музейы үткәргән «Гәлсәр» онлайн марафонында ҡатнашып, стилләштерелгән түшелдерек эшләгән. «Ҡомартҡы» республика йәштәр этник мәҙәниәт форумының «Оҫта ҡул» конкурсына бик нәзәкәтле һәм бай ҡул эштәрен — бәрхәткә алтын сигеүҙәр менән башҡарылған зауыҡлы сумочкаларын тәҡдим иткән. Гөлназдың һәр эше, реконструкциялары ысын сәнғәт өлгөһө: нәфис, камил, урын-еренә еткерелгән.
Беҙ канитель һүҙен нигеҙҙә фразеологизм булараҡ телгә алабыҙ, оҙайлы, ялҡытҡыс эшкә ҡарата ҡулланабыҙ. Ә уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын уйлап та бирмәйбеҙ. Баҡтиһәң, ул француз теленән сигеү өсөн ҡулланылған алтын йәки көмөш еп тигәнде аңлата икән. Уңған килен канитель менән сигеү ысулын да онлайн дәрестәр аша үҙ аллы өйрәнгән. «Ысынлап та, бик ваҡ, мәшәҡәтле эш. Әммә мин ҡатмарлы техникаларҙы үҙләштереүҙән күңел ҡәнәғәтлеге алам», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. Уның татар халҡының милли баш кейемдәренән сигеүле ҡалфаҡ, түбәтәйҙәре интернет аша ҡул эше баһаһын белгән хужаларын тапҡан. Бер рәхмәтле һатып алыусыһы Гөлназды алтын ғына түгел, хатта гәүһәр ҡуллы оҫтабикә тип баһалаған. Этнодизайнер, татар-башҡорт милли кейемдәре реконструкторы, коллекционер Илдар Ғатауллин өлөшөнә яҙған ҡалфағы иһә Дубайҙа үткән күргәҙмәлә ҡатнашҡан. Үҙенең ҡул эштәренең шулай донъя күреүенә, ҙур ижади мөхиттәргә сығыуына өйҙә ултырған Гөлназ ҡыуана ғына.
Форсат сыҡҡанда оҫтабикә үҙе лә йөрөргә тырыша. Былтыр һәләтен йәш дизайнерҙарҙың «Фактор Востока» конкурсында һынап ҡараған. Конкурс шарты буйынса ойоштороусылар биргән файҙаланыуҙа булған иҫке әйберҙәрҙән ике аҙна эсендә яңы образдар тыуҙырырға кәрәк була. Институтта уҡығанда дизайнерлыҡ буйынса башланғыс белем эстәгән Гөлназ, бөтә фантазияһын, оҫталығын эшкә егеп, ижад итергә ҡыйыу тотона. Һөҙөмтәлә «Һирәк осраған ҡоштоң Урал өҫтөнән осҡаны» темаһына теккән күлдәге бик үҙенсәлекле килеп сыға.
— Үҙем өсөн яңы өлкәлә тәжрибә ейҙем. Мин теккән кейемдәге модель дефиле үткәндә әйтеп аңлатҡыһыҙ тәьҫораттар кисерҙем, — ти ул был турала.
Йәйгеһен иһә Бөрйәндә «Шүлгән-Таш» музейы биләмәһендә үткән балалар милли кейеме оҫталарының «Таҡыя» II Халыҡ-ара конкурсының финал турында ҡатнашырға яҙған. 58 конкурсанттың 25-е, шул иҫәптән Гөлназ Тәфкил ҡыҙы, финалға сыҡҡан. «Балалар кейеме — реконструкция» номинацияһында ҡатнашыуы уға мәртәбәле өсөнсө урын килтергән. Әсәләре теккән кейемдәрҙе жюри иғтибарына кескәй моделдәр Азиз менән Аиша тәҡдим иткән. Шулай ҙа оҫтабикә өсөн иң ҡиммәтлеһе — Рәсәй төбәктәренән, яҡын сит илдәрҙән килгән этнодизайнерҙар менән танышыу булған. Яңы аралашыуҙар яңы офоҡтар аса тигән ҡарашта ул.
«Бәйләнештә» селтәрендә булдырған «Йөрәк йылыһы» төркөмөндә үҙенең ижады менән таныштырыуҙан тыш, оҫталығы менән дә бүлешә Гөлназ Абдуллина. Тамбурлы сигеү ысулы буйынса видеодәрестәр яҙҙырған. Стилләштерелгән түшелдеректәр, миниянсыҡтар, этношоперҙар тегеү буйынса теләүселәргә онлайн мастер-кластар, дизайн нигеҙҙәренә өйрәнеүселәр өсөн марафондар үткәрә. Күптән түгел саҡырыу буйынса Өфөлә канитель менән сигеү дәресе уҙғарған. «Әбйәлил оҫталары» чатының да әүҙем ағзаһы ул. Күптәр уның өйрәтеүе буйынса тартҡы сигеүен башҡарған. Әйткәндәй, ул «Әбйәлил оҫталары» тигән логотиптың авторы ла. Компьютер графикаһы менән дуҫ үҙе рәссам, үҙе дизайнер, үҙе ҡул эштәре оҫтаһы булған Гөлназ күп ижадсыларға — Хәмдиә Ҡунаҡҡолова, Гөлсөм Хөсәйенова, Хәлиҙә Сибәғәтуллина кеүек танылған оҫтабикәләргә шәхси тамғаларын (логотиптарын) эшләп биргән.
Оҫтабикә шулай уҡ макраме үрә, ҡағыҙҙан полигональ (күләмле) фигуралар эшләү менән мауыға. «Белгәнеңдән белмәгәнең әҙерәктер, тағы ла ниндәй пландарың бар?» — тип һоҡланып һораным районыбыҙҙың уңған килененән.
— Камиллыҡтың, оҫталыҡтың сиктәре юҡ. Әлегә ҡул менән генә тегәм, киләсәктә оҫталарса машинкала тегергә өйрәнеү теләгем бик ҙур. Балаҫ һуғыу станогы алдым, уның менән эшләп ҡарағым килә. Иретеп-йәбештереү менән ҡыҙыҡһынам. Ювелирлыҡ эше лә тарта. Ағасты һырлап ҡырҡыу буйынса өйрәнәһе ине. Үҫешергә юлдар күп, теләк кенә булһын. Тормош иптәшем менән яңы өйөбөҙҙө үҙебеҙҙең дизайн менән йыһазландырырға, бөтә мебелде үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләргә тип уйлағанбыҙ, ул идеяларҙы тормошҡа ашырырлыҡ оҫталыҡ йыяһы бар. Район балалар ижады йортона эшкә саҡырҙылар. Бәләкәс улым Азимды балалар баҡсаһына урынлаштырып эшкә сығырға йыйынам. Ижадһыҙ йәшәй алмайым. Ижад, ҡул эштәре — тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Белгәндәремде башҡаларға өйрәткем килә — шуның өсөн дә уҡытыусы булырға уҡығанмын. Ә иң ҙур хыялым киләсәктә үҙ мәктәбемде асыу, — тип уй-ниәттәре менән бүлеште ул.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.