ММК генераль директоры Павел Шиляев һәм Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйған килешеү туризмды үҫтереү, рекреацион зоналар һәм кешеләрҙең күпләп ял итеү урындарын ойоштороу өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы, Магнитогорск халҡына ла, Башҡортостан халҡына һәм ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Билдәле булыуынса, күп йылдар дауамында ММК республика менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, Мауыҙҙы күле тирәләй тау саңғыһы курорттары, ял йорттары, шифаханалар бар, былар барыһы ла әүҙем үҫешә. Ике төбәк етәкселәре ҡул ҡуйған килешеү ошо үҫеште дауам итеүгә булышлыҡ итәсәк. Киләсәктә Мауыҙҙы күле, «ММК» тау саңғыһы үҙәге тирәһендә өҫтәмә кемпинг кластерын булдырыу планлаштырыла. Ҡыш көнө ҡунаҡтар — тау саңғыһы үҙәгендә ял итһә, йәй күл буйында ял итеүгә бөтә шарттар булдырырға тейеш тип күҙаллана. Яҡтар фекеренсә, был курорттың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Рөстәм Моратов фекеренсә Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәте туризмдың төрлө төрҙәрен үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлек бирә. Ә ММК Башҡортостандың туристик йәлеп итеү объекттары булған Әбйәлил һәм Белорет райондарында туристик индустрия үҫешенә үҙ өлөш индерә.
– Беҙҙең берлектәге проекттар – республикала ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын артабан үҫтереү буйынса ҙур стратегияның бер өлөшө, – тип белдерҙе Р. Моратов.
Салауат Нафиҡов, район Советы депутаты:
– Әйтергә кәрәк, был килешеү менән Магнитогорск металлургия комбинаты Башҡортостан Республикаһының стратегик партнеры статусын сираттағы тапҡыр раҫланы. Элек-электән килгән традиция буйынса ММК Әбйәлил һәм Белорет райондарының үҫешенә ҙур өлөш һалды, һала һәм артабан да үҙ-ара хеҙмәттәшлек дауам итеренә иманым камил. Былтыр старт алған ҙур объекттар туристик комплекстар үҫеше һәм был йәһәттән планға алынған башҡа эштәр төбәктә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Артабан да ММК Әбйәлил районының иң төп, шулай уҡ тотороҡло партнеры булып ҡалыуын теләйем.
Р. ДАУЫТОВА.