Йыуаса-Fest байрамдың иң матур өлөшөнә әйләнде. Төрлө ауылдарҙан килгән 15 команда ҡатнашты. Улар араһында Ҡырҙас ауылынан яңғыҙы ғына бәйгелә ҡатнашырға килгән Гөлсәсәк Кейекҡужинаның ҡыйыулығына һоҡландыҡ. Яңғыҙы ғына булһа ла уның өҫтәле тулы һый-хөрмәт ине. Шуға күрә лә "Салауат" ЯСЙ-һы Гөлсәсәк Камил ҡыҙына үҙенең махсус призын тапшырҙы. "Еңеүгә ынтылышы өсөн" номинацияһында еңгән Г. Кейекҡужина самауыр менән бүләкләнде.