Поезд һуңғы станцияға яҡынлашҡан һайын йөрәк үҙен нығыраҡ һиҙҙерҙе. Һыр бирмәҫкә тырышһам да, бөтөнләй ят ҡалаға беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы тулҡынландыра шул. Көтөп торған кешең, йә эшең булһа бер хәл. Бөгөн хәл иткес көн: эшен дә, йәшәргә урынын да табыр кәрәк. Ә, көн тигәнебеҙҙең яртыһы үтеп тә бара.
Бына поездан төшкән халыҡ вокзал яғына ағылды. Күп тә үтмәй, тиҙ генә таралышып юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Кемдәрҙелер сәскә тотоп ҡаршы алдылар, вахта менән эшләгәндәр артабан эш урындарына етеү өсөн автобустарын эҙләне, күптәре такси менән һыпыртты. Мин сумаҙанымды әкрен генә һөйрәп автобус туҡталышына йүнәлдем. Ҡапыл ябалаҡлап эре ҡар яуа башланы. Бына һиңә, мә! Май аҙағы. Оҙаҡ яуырмы, күп яуырмы икән тигән икеләнеү тәнде түгел, күңелде өшөттө. Тиҙ генә туҡталыштың эсенә инеп йылы кейемдәремде өҫтәп кейеп алдым. Уларҙы алған өсөн үҙемде-үҙем маҡтап, эстән генә ҡыуанып киттем. Шомло уйҙар ҙа артҡа сигенде, ҡояш та бер йылмайып, бер юғалып яуған ҡарҙар менән уйнаны. Төрлө төҫкә инеп емелдәгән аҡ бөртөктәр иғтибарымды йәлеп итте. Мине был ҡалала нәҡ улар беренсе булып ҡаршы алды. Эре ҡар бөртөктәре ҡабалан-ҡабалан ергә төшә. Өр-яңынан ерҙе аҡҡа төрөп һалып ҡуйырға тырышыуҙарымы, әллә, киләһе көҙгә ҡәҙәр үҙҙәренсә матур итеп хушлашыуҙарымы? Әллә булмаһа, ошондай тантаналы рәүештә ҡаршы алыуҙарымы? Түҙмәнем, туҡталыштың ҡабырғаһына һырыған ҡар бөртөктәрен һыпырып алдым да, эстән генә һөйләшә лә башланым:
— Һаумыһығыҙ, ынйы бөртөктәр!
Бейәләйемдең осона ғына ҡундырып күҙәтәйем әле үҙегеҙҙе. Усыма төшһәгеҙ хәҙер генә иреп юҡ булырһығыҙ, күрмәй ҙә ҡалырмын.
Өйкөмөнән һурылып, бер ситкәрәк ҡунған ҡар бөртөгө, үҙенең нәзәкәтле матурлығын күрһәтеп ҡалырға тырышҡандай, йылҡылдап йылмайғандай итте.
— Сәләм, ҡар бөртөгө! Бына бит кес кенә кәүҙәңә ниндәй матур биҙәк һыйҙыра алғанһың. Төҫөң дә әллә нисә төрлө булып ялтырап китә. Ябай ғына түгел, әкиәти нәфис төҫтәр. Зәңгәрһыу, алһыу...
Ҡапыл мәктәп йылдары, һабаҡташтар иҫкә төштө. Йыл һайын яңы йыл байрамына тәҙрәләрҙе, шыршыны биҙәү өсөн тырышып-тырмашып төрлө ҡағыҙҙарҙан ҡар бөртөктәре киҫә инек...
Ярты быуатлыҡ тормош тәжрибәмдә шуны күҙәтә киләм: ер йөҙөндә бар нәмә лә үҙгәрә. Ер-һыу, йылға-күлдәр, үҫемлек-ағастар, хатта кешеләрҙең ғөрөф-ғәҙәте, көнкүреше генә түгел, һын-ҡиәфәте лә үҙгәрә. Ә,бына һин, бынан нисә быуат элек ошондай матур булғанһың, һаман да шулай ҡала киләһең. Үтеп киткән һәр быуатта ла һине күҙәтеп, бермә-бер минең әле уйлап торған уйҙарымды кисереүсе ауаздаштарым да аҙ булмағандыр. Сөнки күк көмбәҙенән сихри талғынлыҡ менән яуып ер йөҙөн аҡҡа, сафлыҡҡа төрөп, кешеләрҙең генә түгел, хатта ҡоштарҙың да, хайуандарҙың да кәйефен күтәрәһең. Хислеләргә илһам бирәһең , балаларға байрам бүләк итәһең. Яңы яуған ҡар өҫтөндә кемдең генә рәхәтләнеп, тәгәрәп йөрөп уйнаған бала сағы булманы икән? Иҫләйем,бына һине ошолай бейәләйҙең осона ғына ҡундырып күҙәтергә өләсәйем өйрәтте. Уны ла, бәлки, тәбиғәттең нәфислегенә иғтибарлы булырға өләсәһе өйрәткәндер.
Ә, минең өсөн ҡар бөртөктәре күк көмбәҙенән кемдәрҙеңдер тарафынан яһалған ғәжәп дөрөҫ симметрик төҙөлөшлө, шундай матур биҙәкле кес кенә мөғжизә. Формаһын юғалтыуҙан ҡурҡҡандай, әкрен генә ер өҫтөнә төшөп яталар. Һәм ер менән күктең татыу бер бәйләнешенә һәйкәлдәй булып ап-аҡ ҡына ҡалын юрған хасил итәләр.
Әле бына үҙем, өлөшөмә төшкән яҙмыш ҡушҡас, тормошомдоң һәлмәк кенә йөгөн һөйрәп, тыуып-үҫкән яҡтарымдан ике мең саҡрым алыҫлыҡтағы, ҡырыҫ һыуыҡлығы менән танылған Себерҙең уртаса ғына ҙурлыҡтағы, төҙөк, йәш бер ҡалаһының уртаһында албырғап торам. Ҡасандыр, тарихыбыҙҙа ҡалған ваҡиғаларҙың тере һәйкәлелер был ҡалалар. Тарих ҡабатлана, ләкин бөтөнләй үҙгәреп...
Ят ҡалала ят урамдар, ят кешеләр...
Магазиндағы хаҡтар ҙа ят. Әммә, бына ошо өйөрөлөп, талғын ғына яуған ҡарҙар минең иғтибарымды үҙенә йәлеп итергә тырышҡандай, оса-уйнай әле битемә, әле керпектәремә ҡунып ирей. Баҡтиһәң, бер нәмә лә беҙҙең яҡтыҡынан артыҡ айырылмай икән. Яҡташымды тап иткәндәй ҡар бөртөктәре менән шулай серләшәм: һөйлә әле миңә серҙәреңде?.Донъяла бар нәмә үҙгәреп кенә торғанда нисек шулай, кес кенә килеш тә, үҙгәрмәй ҡала алдың? Ел-дауылдар ҡағып- һуғып ҡына тора бит һине лә. Ишеткәнем бар, бик борон бөтә Ер өҫтөн һыу ҡаплаған булған. Тереклек тә иң беренсе һыу эсендә яралған бит. Ололарҙың, эскән һыуыңа төкөрмә, тейеүе лә бушҡа ғына әйтелмәгән. Һин дә, бөртөк, шул ҡөҙрәтле, хатта кеше организмының етмеш өлөшөн тәшкил иткән һыуһың бит. Хәтереңдә күп нәмә һаҡлана торғандыр. Әле лә, минең битемә ҡунып, үҙ иркемдән тыш эркелеп аҡҡан күҙ йәштәремдең әселеген сөсөләтергә тырышып үҙеңде ҡорбан итеүеңме?
Бәлки, иртә киткән атай-әсәйемдең ошо рәүешле йыуатыуылыр...
Бәлки, был бөтөнләй уйға сумып, моңһоҙланып тороуыма шелтә генәлер...Шулайҙыр, уйға батып торорға ваҡытым юҡ та инде. Минең дә ейәнсәрем үҫеп килә. Теге, “ҡар бөртөгө дәресен” бирәһем бар бит әле. Рәхмәт, ҡар бөртөгө! Һин аҙаштыңмы, мин аҙаштыммы, барыбер-рәхмәт! Ҡаршы алғаның өсөн дә рәхмәт, яңғыҙлыҡ тойғоһонан ҡотолдорҙоң. Бөгөн ерле халыҡ булып ышаныслы баҫып йөрөгән кешеләр ҙә ҡасандыр минең хәлдә булған бит. Һау бул, бөртөк! Киләсәктә осрашырға ла насип итер, бәлки...
Рәшиҙә Рәис.