Сараға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы Сәлих ағай Ғәлиуллин ат егелгән санаға ултыртып, ауыл буйлап алып йөрөгән. Хәҙерге техника заманында атта елдереү үҙе бер әкиәттәй тойолған балаларға.
— Бер нисә йыл элек «КлубОК21 века» республика күләмендәге конкурста ҡатнашып, «Һыйыры барҙың – һыйы бар» тип исемләнгән сара үткәреп һыйырға дан йырлағайныҡ, ә бөгөнгө сарабыҙ иһә талымһыҙ ғына һарыҡҡа арналды. Ошондай кисә үткәреү идеяһын ауылда, районда ғына түгел, тотош республикала билдәле сәсәниәбеҙ, педагогик хеҙмәт ветераны Гөлнур апай Мамлиева бирҙе, — тип һөйләй был хаҡта ауыл клубы мөдире Сәүиә Дәүләтбаева.
Артабан Сәүиә Исҡужа ҡыҙы йыйылыусыларҙы һарыҡҡа ҡағылышлы бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырып үтте.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм дини инаныуҙарҙа һарыҡ (тәкә) кешеләрҙе ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы, дауалаусы, ғүмерҙе һаҡлаусы ролендә сығыш яһай, уңдырышлылыҡты, бәхетте һәм муллыҡты көсәйтә, тиелә.
Халыҡ йолалары буйынса элек-электән туйға һарыҡ биргәндәр, ҡорбанға һарыҡ салғандар. Бүҫерҙең үҫеүен туҡтатыу өсөн һарыҡ майы эсергәндәр.
— Башҡорт халҡы борон-борондан күпләп мал көткән. Мал-тыуар өсөн бесәнде, ғәҙәттә, ҡул көсө менән эшләгәндәр. Ә бөгөн техника заманы. Шулай ҙа тормош ауырлыҡтарына һылтанып, күптәр һарыҡ та көтмәй. Һарыҡ аҫрап та ярайһы ғына табыш алырға мөмкин бит. Бөгөн һарыҡҡа ихтыяж ҙур, бигерәк тә йәйгеһен күпләп һатып алалар. Хәҙер халыҡ ҡорбан салдырыуҙы хуп күрә, һарыҡтың йөнөнән ойоҡ-бейәләй бәйләй, юрған-кейеҙ эшләй, эс майын буҙа ҡойғанда ҡулланалар, итен генә түгел, баш-тояҡтарына тиклем эшкәртеп ашаһаң ризыҡ була, — тип дауам итте Сәүиә Дәүләтбаева.
Һарыҡ йөнөн ҡырҡып алғандан һуң нимәләр эшләргә була икәнлеген эштә күрһәтте сараға килгән ауылдың уңғандары. Рәйлә Сәйфуллина, Флүрә Таһирова, Гөлдәр Миңлейәрова, Венера Бәшәрова йөндө тетеп-иләнеләр, сираттылар, аяҡланылар һәм йомғаҡҡа урап, бәйләм дә бәйләп күрһәттеләр.
Шунан инде оҫталыҡ дәрестәре башланды. Ауылдаштар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ҡара һәм аҡ төҫтәге йөндән «Тал Ҡусҡары – 2026» тигән яҙыу менән кейеҙ баҫып та ҡуйҙылар. Мәүлиха Хәкимова элек әсәй-өләсәйҙәр нисек кейеҙ баҫы-уын хәтеренә төшөрөп, өйрәтеп торҙо. Фәрхәнә Бәшәрова, Мөнирә Әминева, Әдилә Һибәтова, Флүрә Таһирова ихлас эшләнеләр.
— Һарыҡ йөнөн осһоҙ ғына хаҡҡа ғына һатып ебәргәнсе, бынан ары ойоҡ-бейәләй бәйләүҙән тыш, шифалы ла, файҙалы ла кейеҙ баҫып алайыҡ, — тигән фекергә килде оҫталар.
Оҫта ҡуллы булараҡ дан алған Самат ағай Ҡаһарманов кейеҙ баҫыусыларға үҙенең кәңәштәрен бирҙе, ҡатындарға быйма баҫырға өйрәтте.
Белгән өйрәтә, белмәгән — өйрәнә тигәндәй, ҡыҙҙар һәм малайҙар өлкәндәрҙең эшен күҙәтеп, үҙҙәре лә кейеҙ баҫыуҙа ихлас ҡатнаштылар.
Бына шундай ололарға ла, бала-сағаларға ла берҙәй ҡыҙыҡлы һәм файҙалы сара үтте ауыл клубында.
Р. ДАУЫТОВА.