Төрлөһөнән
24 Июля , 05:25

БАРС — ул, һуғышсан хәрби резерв

Дошмандарҙың пилотһыҙ осоусы аппараттарына ҡаршы көрәшеү  өсөн Башҡортостанда  «Һуғышсан хәрби резерв» (БАРС)махсус отрядын булдырғандар.

БАРС — ул, һуғышсан хәрби резервБАРС — ул, һуғышсан хәрби резерв
БАРС — ул, һуғышсан хәрби резерв

«Һуғышсан хәрби резерв» (БАРС) отряды операторҙары күптән түгел Өфөнөң нефть эшкәртеү комплексына һөжүм итеүсе 12 дрондың  5-н шартлатҡан.

«Башнефть» компанияһы менән берлектә террор һөжүмдәрен кире ҡағып торабыҙ. БАРС-тың барлыҡҡа килеү сәбәбе лә тап шуның арҡаһында. Тулыһынса ҡоралландырылған отряд  тәүге һынауҙы уңыщлы үтте, һөжүмсе  ун ике дрондың бишәүһен шартлатты. Һуңғы ваҡыттағы бензин менән килеп тыуған киҫкен мәлдә, үҙенә күрә, был да һуғыш. Шуның өсөн БАРС яугирҙәрен, оборона министрлығы вәкилдәрен, ҡотҡарыусы хеҙмәттәрҙе, янғын һүндереүселәрҙе хөкүмәт наградаларына күрһәтәсәкмен. Дөрөҫөн әйткәндә, улар һуғыш яланындағы кеүек үк бурыс үтәйҙәр. Еңел түгел. Шулай ҙа, хәл итмәҫлек мәсьәлә лә түгел . Көстө туплап уны хәл итергә ҡала», - тип, һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы Р. Хәбиров.

БАРС отрядында 300 кеше хеҙмәт итә, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ҙә бар.

Башинформ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас