Төрлөһөнән
11 Августа , 04:51

Үрсеп китһен уҡбалыҡ

Уҙған йомала Белорет районының Ҡағы ауылы янындағы Ағиҙел ҡушылдығы — Ҡағы йылғаһына «Салауат» компанияһы тарафынан ойошторолған экологик акция сиктәрендә предприятие «Главрыбвода» белгестәре менән берлектә йылғаға 10 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙе.

Экологик именлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән акцияла предприятие директоры Таһир Бәхтегәрәйев, Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Айнур Кәримов һәм Динис Хызыров, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Волга-Кама төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дамир Ишморатов,  Рәсәй баҡыр компанияһының экологик хәүефһеҙлек идаралығы начальнигы Евгения Иванкина, «Салауат» компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуын контролдә тотоу буйынса күҙәтеү советы ағзалары — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, Динир Әхмәтйәнов, «Башнедр» тау-геология мираҫын һәм бизнесын үҫтереү фонды президенты,  БР Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө тикшеренеү үҙәге етәксеһе, биология фәндәре докторы Василий Мартыненко, «Халыҡ фронты» төбәк штабы рәйестәше Морат Шафиҡов, Ҡағы ауыл биләмәһе башлығы Юрий Платонов, предприятие коллективы ҡатнашты.

Йәмле Белорет еренә изге ниәт менән аяҡ баҫҡан ҡунаҡтарҙы Ҡағы һәм Шығай ауылдары фольклор ансамблдәре ағзалары дәртле таҡмаҡтары менән ҡаршы алды. Даян Баймөхәмәтов етәкселегендәге «Аскардэнс фэмэли» бейеү ансамбленең сағыу сығыштарынан һуң, предприятие директоры Т. Т. Бәхтегәрәйев һүҙ алды.

— Ҙур экологик акцияға йыйылғанбыҙ. Был беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға, сөнки йылғаға ебәрелгән һәр селбәрә тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлауға өлөш индерәсәк. Был акция киләсәк быуынға файҙа килтерер, тип ышанабыҙ. Шуны иҫтә тотоу мөһим: тәбиғәт беҙҙең ярҙамға мохтаж һәм бындай саралар йылғаларыбыҙҙың биологик төрлөлөгөн һәм матурлығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә! — тине Таһир Тимербай улы.

— Беҙҙең районда тәүге тапҡыр йылғаға аҡ балыҡ төрҙәренә ҡараған уҡбалыҡ селбәрәләрен ебәреү ойошторолдо, — тип билдәләне Белорет районы башлығы Азат Хәкимов. — Ҡағы Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы булғас, был район өсөн генә түгел, тотош республика өсөн дә файҙа булыр, тип ышаныслы әйтә алам.

Зариф Байғусҡаров был ваҡиғаның төбәк өсөн бик әһәмиәтле булыуын, Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында уҡбалыҡ селбәрәләре ебәреү тәүге тапҡыр үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды:

— Оҙаҡ йылдар Урал аръяғы  иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу маҡсатында Әбйәлилдә тикшереү эштәре алып барған предприятие ярҙамында Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында уҡбалыҡтар үрсеп китһә, бында балыҡ тотоу мөмкинлеге булыр, әлегә балыҡсыларға ҡармаҡҡа эләккәндәрен ебәрергә кәрәклеге еткерелер. Балыҡ бында үрсеһен өсөн йылғаға ау һалыу тыйыла, бының өсөн ҙур штрафтар ҡаралған. «Салауат» компанияһына изге эштәре өсөн рәхмәт.

Таһир Бәхтегәрәйев, «Салауат» компанияһы директоры:
— «Салауат» өсөн был тәүге тәжрибә. Киләсәктә башлаған эште дауам итергә ниәтләйбеҙ. 
Сөнки йылғаларға ебәрелгән селбәрәләр йылғаларыбыҙға, тыуған яҡтарыбыҙға яңы һулыш индерер, тип иҫәпләйбеҙ. 
Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро ойошмаһы етәксеһе:
— Балыҡ запастарын тергеҙеү — ул беҙҙең йылғаларҙың һәм күлдәрҙең киләсәгенә индергән өлөш. Системалы эштең һөҙөмтәлелеген күрәбеҙ һәм уны артабан да дауам итәсәкбеҙ. Был беҙҙең киләсәк быуындар алдындағы дөйөм яуаплылығыбыҙ.
Рәсих Хәмитов, билдәле геолог, «Башнедра» ның тау-геологик мираҫты, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты:
— Был акция һыу ресурстарын комплекслы тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Уҡбалыҡтар республиканың һыу артерияһының дөйөм торошона йоғонто яһаясаҡ һәм йылға экосистемаһының тәбиғи балансын тергеҙергә ярҙам итәсәк. Тағы шуныһы: һәр ер аҫты байлығын файҙаланыусы, файҙалы ҡаҙылмаларыбыҙҙы эшкәртергә килгән «Салауат» компанияһы ла  төбәкте үҫтереүгә, уның экологияһын яҡшыртыуға үҙ аҡсаһын һала, эш урындары булдыра, социаль объекттар төҙөй, уларҙы ремонтлауға үҙ өлөшөн индерә. Әлеге ваҡытта был бик мөһим.
Василий Мартыненко, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө тикшеренеү үҙәге етәксеһе, биология фәндәре докторы:  
— Уҡбалыҡ — бикреләр ғаиләһенә ҡараған ҡиммәтле балыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡһанынсы йылдарҙағы браконьерлыҡ йылғаларыбыҙҙағы ҡиммәтле балыҡ төрө булған уҡбалыҡтарҙың юҡҡа сығыуына килтерҙе. Был балыҡ хатта республиканың «Ҡыҙыл китабы»на индерелгәйне, әммә хәҙер унан алдылар. Шуға ҡарамаҫтан, уҡбалыҡты үрсетеү мөһим. Экологик яуаплы компаниялар был эш менән һуңғы 5 йылда шөғөлләнә. Был ҙур, яҡшы һәм изге эш.
Рәмзиә Кәримова, «Салауат» компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуын контролдә тотоу буйынса күҙәтеү советы ағзаһы: 
— Тыуған төйәгебеҙҙең матурлығын һаҡлап ҡалыуға,  байлығын арттырыуға булышлыҡ иткән ошондай акциялар артабан да дауам итһен.Таҙа һыулы сығанаҡтарҙы үҙ иткән ят балыҡтар беҙҙең йылғаларҙа ла үрсеп, экосистеманы тергеҙергә ярҙам итеп, үҫеп килгән быуынға төбәгебеҙҙе бөтә матурлығында ҡалдырырға булышлыҡ итер, тигән ышаныста ҡалам.

Өс грамм ауырлыҡтағы селбәрәләрҙе Белорет районына Пермь өлкәһендә урынлашҡан балыҡсылыҡ заводынан махсус транспортта алып килгәндәр.

«Главрыбвода» белгестәре билдәләүенсә, уҡбалыҡ борон-борондан «батша балығы» һаналған, уның менән бай һәм затлы ҡунаҡтарҙы һыйлағандар. Был төр балыҡтарҙы үрсетеү өсөн Ағиҙел ҡушылдығы — Ҡағы йылғаһы осраҡлы һайланмаған. «Росрыболовство» институты белгестәре фекеренсә, һайланған балыҡ тотоу урыны бикре төрҙәре өсөн бик уңайлы: Ҡағы йылғаһында һыуҙың оптималь температураһы, интенсив ағымы һәм мул аҙыҡ сығанағы бар.  Бындай башланғыстар Башҡортостандың таулы йылғаһы флораһын һәм фаунаһын һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ә бөтә өлкәнең экологик именлеген яҡшыртырға ярҙам итәсәк.

Белгестәр селбәрәләрҙең алыҫ араны һәйбәт үтеүен тикшереп, уларҙы яңы урынға дөрөҫ ебәреү мөмкинлектәрен-нескәлектәрен ҡарағандан һуң, почетлы ҡунаҡтар — Азат Салауат улы, Зариф Закир улы, Рәсих Әғзәм улы, Дамир Рәфис улы  һәм компания директоры Таһир Тимербай улы уҡбалыҡтарҙы йылғаға ебәреүгә символик старт бирҙе: улар махсус быяла аквариумдарға һалынған селбәрәләрҙе: «Изге юлға, уҡбалыҡ», — тигән һүҙҙәр менән йылғаға ебәрҙе. Унан инде мауыҡтырғыс тамаша ҡылды сарала ҡатнашыусылар: махсус машинаға ҡулайлаштырылған йыуан торбанан  селбәрәләр  ағып төшә башланы, берәүҙәре шунда уҡ йөҙөп китһә, бәғзеләре үлгән кеүек эсенә әйләнеп ята һәм шунда уҡ кире әйләнеп, йән-яҡҡа һирпелеп ҡасып китә.

Шулай итеп, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы «Салауат» компанияһы «Батша балығы» популяцияһын тергеҙеүҙә ярҙам итеп, экологияны яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индереп, төбәк экосистемаһының тәбиғи балансын һаҡлауға булышлыҡ итә.

Рәмилә Истанбаева.

Читайте нас