

Президент мәҙәни башланғыстар фонды (ПФКИ Музконтенты) ярҙамында «Әбйәлил талисманы» проекты сиктәрендә Айғырбатҡан утарындағы «Барон фермаһында» «Башҡорт аты» йырына видеоклип төшөрөлдө.
Төп геройҙар — Асҡар ауылынан «Талисман» өлгөлө вокаль студияһының өлкән төркөмө малайҙары. Ике көн эсендә йәш әртистәр профессиональ команда етәкселегендә проекттың өс клибының береһенә нигеҙ һалыусы материалды эшләне. Клип «Барон фермаһында» агротуристик комплексы һәм уның эргәһендәге биләмәләр базаһында төшөрөлдө. Комплекс етәксеһе Айтуған Фәттәхов майҙансыҡ биреп кенә ҡалманы, клип төшөрөү төркөмөнә һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Клипты төшөрөүҙә аттар айырым роль уйнаны, сөнки көс, азатлыҡ һәм тоғролоҡто символлаштырған тап башҡорт аты йырҙың төп образы булып тора.
Клиптағы күренештәр сифаты өсөн профессиональ команда: кинорежиссер, Рәсәй кинематографистар Союзы ағзаһы Руслан Юлтаев һәм режиссер-оператор, тележурналист Азат Ғәлиуллин яуаплы ине. Уларҙың тәжрибәһе һәм һиҙгер ҡарашы балаларға камера алдында үҙҙәрен тоторға, режиссер командаһы буйынса эшләргә, тәбиғилекте һаҡларға һәм кадрҙа хис-тойғоларын еткерергә өйрәнде.
Шулай ҙа клипта аттар менән төшөү – мөһим һәм төп этап ине. Лена Йәһүҙина менән аттарҙа көрәш буйынса донъя чемпионы Ғәлим Яунбаев ярҙамында тамашалы һәм хәүефһеҙ кадрҙар төшөрөлдө. Малҡайҙар кадрҙа һынатманы, 30 градуслы эҫегә ҡарамаҫтан, клипҡа төшөү көндәрендә йәш әртистәр ҙә сыҙамлыҡ күрһәтте, ҡыйынлыҡтарға бирешмәне.
— Малайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, — тип билдәләне проект етәксеһе Фәнилә Нөғәмәнова. — Уларҙың күбеһе өсөн профессиональ съемка төркөмөндә тәүге эш тәжрибәһе булды. Малайҙар майҙансыҡта ике көн алһыҙ-ялһыҙ тигәндәй эшләһә лә береһе лә зарланманы. Режиссерҙар Руслан Юлтаев һәм Азат Ғәлиуллин менән эшләү уларға иҫ киткес тәжрибә бирҙе. Әртистәрем йырлап ҡына ҡалманы, һәр кадрҙа ҡатнашты. Азат Хәйҙәр улы һәр бала менән уртаҡ тел табып, уларҙы эшкә көйләй белде. Ата-әсәләргә ҙур рәхмәт, улар ике көндә лә улдары янында булды, ярҙам итте. Шулай уҡ Айтуған Фәттәховҡа, Лена Йәһүҙинаға һәм Ғәлим Яунбаевҡа айырым рәхмәт, уларһыҙ аттар менән кадрҙар шулай шәп килеп сыҡмаҫ ине. Был эшебеҙҙең башы ғына, әммә проекттың артабан да уңышлы дауам ителеренә ышанам. Алда тағы ике клип төшөрөләсәк һәм беҙ яңы эшкә әҙербеҙ!
Балаларҙы оҙатып йөрөгән, туҡланыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән һәм майҙанда йылы мөхит булдырған ата-әсәләр айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
Проект етәксеһе әйтеүенсә, нәҡ ғаиләләрҙең ярҙамы уңышҡа илткән дә инде.
Клипты төшөрөү барышында майҙансыҡҡа район башлығы Айрат Әминев килде, ул проекттың муниципалитеттың мәҙәни тормошо өсөн әһәмиәтен юғары баһаланы һәм клип төшөрөү төркөмө ағзалары менән аралашты.
«Әбйәлил талисманы» проекты өс йыр һәм өс клип төшөрөүҙе күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта «Башҡорт аты» клибы өсөн материал төшөрөлгән, ҡалған икәүһе өҫтөндә эш дауам итә. Проект президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Контент Рәсәйҙең һанлы платформаларында, шулай уҡ республика телеканалдары һәм радиолары эфирҙарында таратыласаҡ.