Бөтә яңылыҡтар
Тантаналар
31 Ғинуар , 15:25

Районда тәүге булып Шайморатов төркөмө асылды

«Миләш» балалар баҡсаһында легендар 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән тәүге төркөм барлыҡҡа килде.

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә йөрөгән 30 бала тантаналы рәүештә шайморатовсылар сафына алынды. Кескәй ҡыҙҙарға һәм малайҙарға иң тәүҙә арҙаҡлы шәхес, ҡыйыу яугир Миңлеғәли Минһаж улының яу юлы һәм наградалары тураһында презентация күрһәтелде.

Т. Кусимов исемендәге гимназияның М. Шайморатов исемен йөрөткән 6-сы класс уҡыусылары әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне, улар бәләкәстәрҙе илһөйәрҙәр булып үҫергә, шайморатовсы исеменә тап төшөрмәҫкә саҡырҙы.

Сараның ҡунағы, махсус хәрби операция яугире Илһам Хатапов балаларҙы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.

— Бөгөнгө көн һеҙҙең иҫегеҙҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ, яҡшы эштәргә этәргес булып торасаҡ. Легендар командир Миңлеғәли Шайморатовтың «Салауат вариҫтары сигенә белмәй» саҡырыуына һәр саҡ тоғро булығыҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт алға барығыҙ! — тине Илһам Сәлих улы.

— Хәҙер һеҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән төркөмгә йөрөйәсәкһегеҙ. Бөгөндән райондың иң йәш шайморатовсылары булдығыҙ, был — бик абруйлы һәм яуаплы икәнлеген онотмағыҙ. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың ысын патриоттары, лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булып үҫегеҙ, — тип тәбрикләне «Балалыҡ навигаторы» проектының  муниципаль координаторы Айгөл Ғәлина.

Шайморатовсылар төркөмөнә 112-се Башкавдивизия байрағының өлгөһөн тапшырыу һәм шайморатовсы формаһына значок тағыу кескәйҙәр өсөн иң тулҡынландырғыс мәл булды. Был көндө һәр уҡыусы ғүмерлеккә хәтерендә һаҡлаясаҡ. Улар тантаналы рәүештә шайморатовсылар рәтенә ҡушылыуын, сафтарҙа ғорур атлап үтеүен, «Шайморатов генерал» йырын яңғыратып йырлауын һәр саҡ йөрәктәрендә йөрөтәсәк һәм биргән анттарына тоғро ҡаласаҡ.

«Миләш» балалар баҡсаһы мөдире Әлфирә Низамова малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн махсус форма тегеүҙә ярҙам иткән бағымсылар Азамат Тутаев, Рөстәм Вәлиев, Вадим Ғәлин, Руслан Низамов һәм Зилиә Мөхәмәтғәлин ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «Беҙҙең баҡса тәрбиәләнеүселәре М. Шайморатов исемен ғорур йөрөтөр, уларҙың изге эштәре хаҡында ишетербеҙ» тип белдерҙе.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: