Үткән йылдың мөһим ваҡиғаларын барлаған сараға йыл йомғаҡтары буйынса үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, район мәнфәғәте өсөн көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм ойошмалар саҡырылды. Уҙған йыл сағыу ваҡиғаларға бай булһа ла, Украинала барған сыуалыштар күңелде өйкәй. Тап ошо тема сараның төп йүнәлештәренең береһе булды.
Тәүгеләрҙән булып район халҡын хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов сәләмләне һәм үткән йыл буйынса өлгәшелгән уңыштар хаҡында һөйләне, хаталар өҫтөндә эшләргә тәҡдим итте, быйылғы 2025 йылға яңы пландар һәм бурыстарҙы билдәләне.
— Махсус хәрби операция башланғандан алып район халҡы ярҙамы менән яугирҙәребеҙгә 30 тапҡыр гуманитар ылау ебәрҙек. Был 28 берәмек автотехника, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, күҙәтеү приборҙары тигән һүҙ. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр ойошмаһынан тыш йөрәктәре ҡушыуы буйынса һалдаттарға ихлас ярҙам күрһәткән яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, Лилиә Кузнецова, Шөһрәт Әмиров, Вадим Папанин, Азамат Амангилдин, Гөлйөҙөм Сыңғыҙова, Рәүиә Ғәликәева Украиналағы барған ҡан-ҡойошҡа битараф түгел. Уларҙың ярҙамы менән яҡташ егеттәребеҙ өсөн күп эштәр эшләнә, — тип билдәләне И. Нафиҡов.
Илдар Таһир улы яу яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың һәм әлеге ваҡытта хеҙмәт итеүсе һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына иғтибарлы булырға саҡырҙы.
2024 йылда район социаль һәм иҡтисади яҡтан яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Мәҫәлән, үткән йылда районда 6 магазин һәм 100 урынлыҡ 2 кафе асылған. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса алдағы йылдарға ҡарағанда план 9 процентҡа арттырып үтәлгән.
Районда эш хаҡы буйынса ла яҡшы динамика күҙәтелә. Шулай ҙа ул республика кимәленән артта ҡала, шуның өсөн Илдар Таһир улы был йүнәлештә артабан да ныҡлап эшләргә тигән бурыс ҡуйҙы, сөнки бәләкәй эш хаҡы йәштәрҙең ситкә китеүенә төп сәбәп. Был күренеш райондағы демографик хәлгә лә йоғонто яһай.
2024 йылдың йәйе яуым-төшөмлө булһа ла, уңыш йыйыу буйынса ла район яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Тулайым продукттар күләме 6 млрд 64 миллион һумға еткән.
Юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла эштәр башҡарылған. Был юҫыҡта 70 миллион самаһы аҡса сарыф ителгән. Аналыҡ һәм Саңдүҙәк йылғалары аша һалынған күпергә 22 миллион һумға капиталь ремонт яһалған.
«Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса Асҡарҙағы Учалы һәм Шайморатов урамындағы йорттарҙың ҡыйыҡтары алмаштырылған, йорттар янындағы майҙансыҡҡа асфальт түшәлгән, балалар өсөн майҙансыҡтар булдырылған, ихата яҡтыртылған.
Мәғариф өлкәһендә уңыштар күп. «Заманса мәктәп» проекты буйынса Яңы Балапан һәм Буранғол мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» барлыҡҡа килгән. «Һәр баланың уңышы» проекты сиктәрендә Салауат ауылының спорт залына, Красная Башкирияның белем усағына капиталь ремонт үткәрелгән. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиләү өсөн мәктәптәрҙә күп эштәр эшләнә. Уҡыусылар яугирҙәргә хаттар яҙа, гуманитар ылау әҙерләүҙә лә ихлас ҡатнаша.
Мәҙәниәт өлкәһендә Йәнгел клубында капиталь ремонт үткән. «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса Исхаҡ, Әбделмәмбәт, Мәйгәште клубтарына бильярд өҫтәлдәре алынған. Ишҡол ауылына милли костюмдар, Салауат мәҙәниәт йортона яңы ултырғыстар алынған.
Һаулыҡ һаҡлау тармағында иң яҡшы яңылыҡтарҙың береһе, әлбиттә, күптән көтөлгән балалар поликлиникаһы төҙөлөшө башланды. Ул быйылғы йылдың аҙағына сафҡа инергә тейеш. 2024 йылда районға фтизиатр, балалар стоматологы, ике педиатр, участка терапевты, инфекция һәм күҙ врачтары, онколог эшкә килгән.
Илдар Таһир улы үҙенең сығышында 2025 йылға яңы маҡсаттар ҡуйҙы һәм Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән йылда, илдә Ватанды һаҡлаусылар һәм республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында яугирҙәргә, тыл ветерандарына, һуғыш йылы балаларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына иғтибарҙы йүнәлтергә саҡырҙы. «Берҙәмлектә — көс. Тик берҙәм һәм татыу булғанда ғына яңы үрҙәргә өлгәшәсәкбеҙ», тип белдерҙе ул.
Байрам бүләкләүҙәргә бай булды. 2024 йылда һәр өлкәлә иң-иңе тип табылғандарҙы Илдар Нафиҡов ҡотланы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов үҙенең телмәрендә райондың алға китешен билдәләне һәм бер төркөм яҡташтарыбыҙҙы өлгәшкән уңыштары менән тәбрикләне.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин район мәнфәғәте өсөн тырышып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда булған абруйлы ир-уҙаман Самат Фәйзуллинды «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләне.
Ғөмүмән, сарала махсус хәрби операция темаһы ҡыҙыл еп булып үтте. Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан күргәҙмәләр булдырылһа, фотограф Иштимер Йосоповтың «Герой атаһы» патриотик рухында эшләнгән фотопроекты барыһын да тетрәндерҙе.
Был юлы ла сараға исемдәре киң билдәле шәхестәр саҡырылған. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Әбүшахманов, уның улы — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Әбүшахманов, шул уҡ театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, билдәле сәхнә йондоҙҙары Рөстәм Шаһыбалов, Дамир Тайыпов, Айгөл Әсәҙуллина, шағирә Зөлфирә Ҡарағужина, Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы йәмәғәт ойошмаһы һәм «Башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы — Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы Ғәле Хәсәнов, табиптар — медицина фәндәре кандидаты Альберт Мирхәйҙәров, Танһыҡ Мәһәҙиев, «Мастер зрения» оптика селтәрҙәре хужаһы Динар Шәһиев һәм башҡалар бар ине.
Концерт программаһы ла сағыу булды. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән һәм республиканың сәхнә күгендә сағыу йондоҙҙар булып балҡыған үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙҙың моңло йырҙарын тамашасылар йылы алҡыштарға күмде.
Сәмләнеп, дәртләнеп аяҡ баҫты әбйәлилдәр яңы йылға. Бары тик тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын! Был теләккә бөтә район халҡы ҡушыла.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.