+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
15 Ноябрь 2023, 20:30

Тамъяндар ырыу тарихын белһен өсөн

Билдәле ғалим, тарихсы, публицист һәм тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин беҙҙең районға килде. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Ишмөхәмәт улы район гәзиттәре хәбәрселәре менән осрашыуҙан баш тартманы. Уның эш сәфәренең маҡсаты тураһында һорашып, әңгәмә ҡорорға өлгөрҙөк.

Тамъяндар ырыу тарихын белһен өсөн
Тамъяндар ырыу тарихын белһен өсөн

Салауат Хәмиҙуллин Башҡортостан юлдаш телеканалының «Тарихи мөхит» программаһы авторы булараҡ күптәргә яҡшы таныш. Ул башҡорт ырыуҙарын, шәжәрәләрен өйрәнеүгә күп көс һалған кеше. Документаль факттарға нигеҙләнгән тапшырыуҙары аша телевидение тамашасылары үҙҙәренең ырыу тарихын белде, үткәндәргә күҙ һалды. Әбйәлилдә Салауат Ишмөхәмәт улы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды, тамъяндар күпләп йәшәгән ауылдар халҡы менән осрашты.
— Минең «Башҡорт шәжәрәһе» тип аталған программалар циклы бар. Һәм беҙ уның сиктәрендә этник башҡорттарҙың етмеш проценты йәки унан аҙыраҡ йәшәгән бик күп райондарҙа булып, тапшырыу төшөрҙөм. Уларҙың кемлеген күрһәтеү, таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайным. Төньяҡ-көнбайыш ырыуҙары тураһында һөйләгәс, миңә күпләп шылтырата башланылар: ниңә түңгәүер, ҡыпсаҡ, табын ырыуҙары вәкилдәре тураһында тапшырыуҙар эшләмәйһегеҙ тип ҡыҙыҡһындылар. Шуға күрә, мин республиканың көньяҡ-көнсығышында йәшәүселәр хаҡында тарихи мәғлүмәт тупларға ҡарар иттем һәм эште тамъяндарҙан башланым, — тип сәфәренең маҡсаты менән таныштырҙы Салауат Ишмөхәмәт улы. — Алдағы тапшырыуҙарҙан айырмалы, бында бер кемгә лә уларҙың башҡорттар булыуын иҫбатларға кәрәкмәй. Был төбәктә йәшәүселәр аҫаба башҡорттар булыуын үҙҙәре лә яҡшы белә. Бында ырыу тарихын тәрәнерәк өйрәнеп, башҡаларға күрһәтергә, еткерергә кәрәк.
Әлеге ваҡытта тамъяндар күпселектә Әбйәлилдә һәм Мәләүездә йәшәй. Белорет, Көйөргәҙе, Миәкә, Шаран, Саҡмағош райондарында тамъяндар көн иткән ауылдар бар. Хатта Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә был боронғо ырыу вәкилдәре булыуы билдәле. Тамъян халҡы яҙмышы менән таныштырыу өсөн тарихты эҙмә-эҙлекле тергеҙеү мөһим. Мәҫәлән, 1735 - 1740 йылдарҙа Ыҡ буйындағы ихтилал тураһында бөтәһе лә беләме икән? Ә был ҡанлы фажиғә тамъян улусын тулыһынса юҡ иткән тиерлек. Ихтилал етәкселәренең береһе Аҡай Күсемов көнбайыш тамъяны булған. Был ырыу тарихындағы иң аяныслы осор, уның хаҡында 18 быуатта фарсы телендә билдәһеҙ автор яҙған «Хикәйәт» әҫәре аша хәбәрҙарбыҙ. Уны яҙған кеше, бик зыялы, күрәһең, ул урта Азияла уҡыған, сөнки фарсы телен камил белгән. Был үлемһеҙ хикәйәттә тамъяндарҙы юҡҡа сығарыу бик ентекле итеп һүрәтләнә. Мин «Хикәйәт»те башҡорттарҙың боронғо тарихнамәһе һәм бөтә тамъяндар ҙа был әҫәрҙе белергә тейеш тип иҫәпләйем.
— Киләһе йылға тамъяндар ҙур ҡор йыйырға ниәтләй. Был тапшырыу йыйын алдынан бик әһәмиәтле буласағына шик юҡ. Тамъяндар тураһындағы тапшырыуҙа тағы ниндәй ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәр буласаҡ?
— Әбйәлилдә беҙ урындағы диалектҡа иғтибар бирәсәкбеҙ. Тамъяндарҙың эштәй, һөйҙәй, йоҡтай тип һөйләшеүен яҡшы беләбеҙ. Юҡ тиеү урынына яҡ тип әйтеү ҙә ғәҙәткә ингән. Йәки апа тип атайҙан оло кешегә өндәшеү. Республиканың башҡа райондарында апа тип ҡатын-ҡыҙға мөрәжәғәт итһәләр, был һөйләштә апа ул ир кеше. Ә уның боронғо төрки һүҙ булыуына дәлил бар. Мәҫәлән, төрки телле халыҡтарҙың яҙма ҡомартҡылары булған «Орхон-енисей яҙмаларын»да апа һүҙе телгә алына. Төрки ҡағанаты тарихы тасуирланған таш яҙмаларҙа батша улы өлкән ағаларына мөрәжәғәт итеп, апа тип әйткән. Йәки Мәләүез районын алайыҡ, унда тамъяндарҙың һөйләше әбйәлилдәрҙекенән айырыла. Ғөмүмән, тамъяндар башҡорт теленең дүрт диалектында һөйләшә. Беҙ быны мотлаҡ күрһәтергә тейеш. Тағы ла башҡорттарҙың боронғо ҡәбиләһе тураһындағы тапшырыуҙа тамьяндарҙың ни өсөн төрлө тарафтарға таралғанын асыҡлау маҡсатын ҡуйҙым. Шулай уҡ билдәле ырыу башлығы Шәғәле Шаҡман тураһында күберәк белеү мөһим. Йәки уның вариҫтары Күсем Теләүкәев, Аҡай Күсемов кемдәр ул? Беҙгә был шәхестәрҙе документаль мәғлүмәттәргә таянып асыҡларға кәрәк, улар тураһында тамъяндар ғына түгел, башҡалар ҙа белһен.
Билдәле тарихсы әбйәлилдәрҙең тамырҙарын яҡшы белеүҙәрен, тарихты ҡәҙерләп һаҡлауын, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тотоуын, йәш быуынға еткереүенә һоҡланыу белдерҙе. Үткәндәрен яҡшы белгән халыҡтың ғына киләсәге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Тамъяндарҙың бай тарихын сағылдырған тапшырыу килеп сығыр, моғайын. Әле үк байтаҡ кәрәкле материал тупланым, үҙем өсөн асыштар яһаным. Әлбиттә, ярты сәғәтлек «Тарихи мөхит»кә барыһын да һыйҙырып булмаясаҡ, шуға йөкмәткеле ике-өс тапшырыу әҙер-ләрмен тип күҙаллайым. Ә һуңынан уларҙан тамъян ырыуы тарихы хаҡында фильм эшләргә тигән ниәт тә бар.
Динара САФИУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: