+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
19 Май , 10:55

Шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла был көн

Илебеҙҙең фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыштың еңеүенә тиҙҙән 79 йыл тула. Бөйөк Еңеү көнө һәр ғаилә өсөн иң оло байрам.

Байрам булһа ла, миллионлаған ҡорбандарҙы, һәләк булған туғандарҙы иҫтән сығарып булмай. Һуғыш ҡорбандары һәр бер ғаиләлә тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Фашистарға ҡаршы һуғышта Ҡырҙас ауыл Советына ингән өс ҙур булмаған ауылдан 214 кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың 112-һе яу ҡырында иле өсөн башын һалған. Атайымдың ғаиләһенән ағалы-ҡустылы дүртәү ҡатнашҡан. Иң кеселәре Фәиз ағай һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, Чехославакия ерендә ятып ҡала. Тағы бер ҡустыһы — Рәхимйән ағай — Брянск өсөн барған һуғышта ҡаты яраланып, бер йыл госпиталдә дауалана. Һуғышҡа яраҡһыҙ булыу сәбәпле, 1944 йыл ауылға ҡайта. 
Атайым Сәлих Ғүмәр улы Ғүмәров 1908 йылда Ҡырҙас ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уларҙың ғаиләһендә 4 ул һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләнә. Колхозлаштырыу башланғас, ғаилә беренселәрҙән булып бар малын биреп колхозға инә. Беҙҙең атай колхоздың тәүге бригадиры була. Олатайҙың улдары 1920-1923 йылдарҙа ауылда башланғыс белем алалар. Атай менән Насирйән апа Белорет ҡалаһында ФЗО-ла уҡыйҙар. Һуңынан ФЗО-ла ҡустылары ла уҡый. Уларға башҡа уҡыу эләкмәй. Ваҡытына күрә ул да бер белем усағы булғандыр инде атайым да, Насирйән апа ла русса арыу ғына аралашалар ине. Насирйән апа ваҡытында районда милиция начальнигы урынбаҫары булып эшләгән, беҙҙең атай мин белгәндән һәр ваҡыт етәксе вазифаһында булды. Фәиз ағай армияға киткәнгә тиклем райондың комсомол комитетында эшләгән. Беҙҙең атайҙы 1932 йылда большевиктар партияһы ағзаһы итеп алалар. 1937 йылда уны райком етәкселеге Байым ауылына партия ойошмаһы секретары итеп йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта ул колхозда бригадир булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта Фәиз ағай Байымда парторг, ауыл Советы рәйесе булып эшләп йөрөгән. 
«1942 йылдың башында һуғышҡа китергә повестка килде. 2 февралдә райондан 350 кеше машиналарға тейәлеп Ырымбур өлкәһендәге Ҡарғалы станцияһына оҙатылдыҡ. Минең менән бергә ағайым Насирйән дә бар ине. Ул Асҡарҙа милицияла эшләй ине. Ҡарғалыға килгәс, ағайымды икенсе көнө үк Воронежға ебәрҙеләр. Унан ул блокадалағы Ленинградҡа эләккән. Ленинград өсөн барған ҡаты һуғышта яраланып, II төркөм инвалиды булып ҡайтҡан», — тип һөйләй торғайны атайым. 
Атай Ырымбурҙа өс айлыҡ артиллеристар курсына ҡалдырыла. Ләкин өс ай тулып өлгөрмәй, 1942 йылдың 1 майында Керчь ҡалаһы өсөн барған һуғышҡа инә. Атай минометчик була. Был турала атай: «Һуғышҡа 1942 йылдың 1 майында индек. 16 майҙа мин күкрәктән ҡаты яраландым. Алты көн ҡамауҙа булдыҡ. Ҡамауҙан сыҡҡас, Пятигорскийҙағы госпиталгә эләктем, дүрт ай дауаланырға тура килде», — тип һөйләгәне хәтерҙә. Илдең шул тиклем ауыр ваҡыты булған халыҡ әйтмәксе «уйлаһаң — уйылып китерлек». Шуға ла атай һуғыш тураһында һөйләй ҙә үҙе ғорурланып: «Беҙҙең ил ҡеүәтле инде. Шундай һуғышты еңеп сыҡты бит», — тип ҡыуаныр ине.
Һуңғы йылдарҙа Оборона министрлығының архив документтары интернетҡа сығарылғас, улым Наил олатаһы тураһында атай үҙе лә белмәгән яңы мәғлүмәткә юлыҡҡан. Унда Ҡырым фронтының 1942 йылдың 10 июлендәге донесениеһендә беҙҙең атай 3203 һалдат араһында хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә булғанын белмәй ҙә үлеп китте.
Госпиталдән сыҡҡанда атайға төҙәлеп бөтөү өсөн биш ай ял биргәндәр. Ләкин ауылға ҡайтҡандың тәүге аҙнаһында уҡ уны колхозға рәйес итеп ҡуялар. Ул колхозда өс ай эшләп ҡала, тағы һуғышҡа саҡырыу ала. Был 1943 йылдың ғинуарында була. Ул Мәскәүҙә парашют-десант ғәс-кәрҙәренең ҡыҫҡа ваҡытлы курсын үтеп, самолетта Төнъяҡ-Көнбайыш фронтына оҙатыла. Был турала атай һөйлә- гәндәрҙе килтерәм: «Ленинград өлкәһендәге Холм станцияһына килдек. Фашистар менән беренсе бәрелеш Ловать йылғаһының уң яҡ ярында булды. Был ерҙә фашистар ике йыл торғандар, көслө нығытма төҙөгәндәр. Һуғыш аяуһыҙ барҙы. Беҙҙең бурыс фашистарҙың был нығытмаһын алыу ине. Беҙ ҡуйылған бурысты үтәнек. Фашистар күп ҡырылды. Бергә килгән команданан ете кеше генә ҡалдыҡ». 1944 йылдың 14 мартында мин ауыр яра алдым. Алты ай буйы Кемерово госпиталендә дауаланырға тура килде. Врачтар көслө ине. Сатнап бөткән уң ҡулымды, күкрәгемде төҙәтеп сығарҙылар. Госпиталдән һуң аҙ ваҡытлы ялға ҡайттым. 1944 йылдың 20 ноябрендә тағы һуғышҡа киттем. Был ваҡытта һуғыш Европа ерендә бара ине. 1945 йылдың ғинуарында Варшаваны фашистарҙан таҙартыуҙа ҡатнаштым. Көнсығыш Пруссияла 15 көн ҡамауҙа булырға тура килде. Ҡамауҙан сыҡҡас Одер йылғаһын алыуҙа ҡатнаштым.
Фашистарҙың өңөндә алыш аяуһыҙ барҙы. Метрола, урамда, подъездарҙа, өйҙәрҙә фашистар менән алыштыҡ. 
«Рейхстагты беҙҙең дивизия алды», — тип һөйләгәйне атай. Рейхстагты алыуҙа ҡатнашҡан өсөн атайға III дәрәжә Дан ордены бирелгәнен белә инек. Ә ейәне Наил интернеттан күберәк мәғлүмәт алған: “Гумеров Салих Гумерович, 1908 г.р., уроженец д. Кирдасово Абзелиловского района Башкирской АССР, красноармеец, стрелок, член ВКП (б).
На уличных боях г. Берлина 30.04.1945 и 01.05.1945 г г., действовал смело и решительно под ураганном огнем противника, в числе первых ворвался в дом, занятый противником, где в рукопашной схватке уничтожил 13 солдат противника и одного взял в плен. Удостоен Правительственной награды орденом Славы III степени».
Бынан башҡа атайҙың «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары бар ине. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бирелгәндәре лә күп: «Хеҙмәт батырлығы», «СССР Халыҡ хужалығы уңыштары өсөн», «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн». Шулай уҡ Еңеүҙең юбилей миҙалдары, «СССР Ҡораллы Көстәренә — 50 йыл», «СССР-ға — 60 йыл», «КПСС-ҡа — 50 йыл» һәм башҡа күп төрлө миҙалдары һаҡлана.
Беҙҙең атай илдә социализм төҙөшкән, илде фашистарҙан таҙартыуҙа ҡатнашҡан, һуғыш емергән илде тергеҙеүгә күп көс һалған кешеләрҙең береһе.
Ул һуғыштан башҡа ауырлыҡтарҙы ла күп күрә. 1948 йылда ҡаты ауырыуҙан әсәйебеҙ үлеп ҡалды. Атайыбыҙ бер туғаны ла булмаған ауылда бер үҙе  1,7 айлыҡ, 4,5 йәшлек, 7 йәшлек, 10 йәшлек балалар менән тороп ҡала. Өлкән ағайыбыҙ ул ваҡытта Темәс педучилещеһында уҡый башлаған ине. Атайҙың туғандары торлаҡ әҙерләп, ғаиләбеҙҙе Ҡырҙас ауылына күсергә ярҙам иттеләр. Был 1950 йылдың башы ине.
Атайымдың артабанғы хеҙмәт юлы, беҙҙең ғаилә тормошо Ҡырҙас ауылы менән бәйле. Атайыбыҙ йәш сағынан алып пенсияға сыҡҡанға тиклем төрлө етәксе вазифаларҙа хеҙмәт итте. Аҡыллы, таһыллы булыуы арҡаһында эшләгәндер инде. Белем ала алмағанына ул һәр ваҡыт үкенер булды. Шул нигеҙҙә, бәлки, эшендә лә ауырлыҡтар булғандыр. Шуға ла ул беҙҙе биш балаһын уҡытырға тырышты. Әсәй урынына килгән апайыбыҙ ҙа быға ҡаршы төшмәне. Аҡыллы, белемле, мәҙәниле Нәбип ағайыбыҙ барыбыҙға ла маяҡ булды. Ул 1950 йылда Темәстә педучилище тамамлап уҡытыусы булып эшләй башлағайны. Артабан ул ситтән тороп уҡып Магнитогорск пединститутының физика-математика факультетын тамамланы. Нәбип ағайыбыҙ беҙгә бер ҡустыһы, өс һеңлеһенә бик иғтибарлы, белемгә әйҙәүсе булды. Ағайыбыҙҙың миҫалында беҙ ҙә уҡырға ынтылдыҡ. Нәжиб ағайыбыҙ Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап инженер булып эшләне. Мәғмүрә һеңлем менән мин Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, рус теле уҡытыусылары булдыҡ. Кинйәбеҙ Мәхмүзә Сибайҙа медучилище тамамлап, пенсияға сыҡҡансы һөнәре буйынса Асҡар дауаханаһында эшләне. 
Беҙ һәр йәй ғаиләләребеҙ менән атай йортона йыйыла торғайныҡ. Ул саҡта атайыбыҙҙың 13 ейән-ейәнсәре бар ине. Уларға ҡарап атай менән апай ҡыуана торғайнылар. Атайым: «Балалар булыу менән түгел, васыят итеп әйтәм, уларҙы уҡытығыҙ, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләгеҙ», — ти торғайны. Ейән-ейәнсәрҙәре олаталарының васыятын үтәнеләр ун бере юғары, икәүһе махсус урта белем алып, алған һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт итәләр. Араларында юғары белемле табиптар, педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, юристар, төҙөүсе, иҡтисадсы һөнәрлеләре бар. Хәҙер инде атайҙың 23 бүлә-бүләсәһе бар. Улар ҙа олаталарының васыятына тоғролар. Урта мәктәпте тамамлаған һәр береһе, беҙҙе ҡыуандырып, юғары белем алырға тырышып торалар. Ансар Мәскәүҙә Плеханов исемендәге иҡтисад университетын тамамлап, алған һөнәре буйынса Мәскәү ҡалаһында финанстар департаменты аналитигы булып эшләй. Морат Санкт-Петербургта Петр Великий исемендәге политехник университетын тамамлап, Өфөлә — инженер-конструктор. Салауат Мәскәүҙә Серго Орджоникидзе исемендәге геологоразведка университетын тамамланы, хәҙер Мәскәүҙә инженер-геолог. Атайҙың бүләләренең тағы 11-е Өфөлә төрлө юғары уҡыу йорттарын тамамлап, эшләп йөрөйҙәр. Араларында инженер, табиптар, юрист, бухгалтерҙар, иҡтисадсылар бар. Ҡалған бүлә-бүләсәләре әле мәктәптә, техникумда, институтта белем алалар. Атайҙың васыяты тормошҡа ашҡанға беҙ, балалары, бик ҡыуанабыҙ. Шатлығыбыҙ өсөн беҙ илебеҙгә, илебеҙҙе фашистарҙән һаҡлап ҡалған миллионлаған яугирҙәргә, баштарын һалғандарға, фашистарҙе еңеп ҡайтҡан ветерандарыбыҙға ҙур-ҙур рәхмәт әйтәбеҙ! Алдағы көндәрҙә илдә тыныслыҡ, бәхет булһын!
Флүрә ҒҮМӘРОВА-АРЫҪЛАНОВА. 

Читайте нас: