-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
23 Май , 19:50

Һәләк булғандар исемлегендәге яугир

Совет халҡы мәкерле һәм яуыз дошманды — немец илбаҫарҙарын еңеп, Бөйөк Еңеү яулаған 1945 йылдың 9 майынан һуң 79 йыл ваҡыт үткән. Ниндәй изге һәм нурлы байрам ул Бөйөк Еңеү көнө!

Фашизмға ҡаршы аяуһыҙ һуғышта халҡыбыҙҙың азатлығын яҡлап йәндәрен дә аямай көрәшеп, тыуған яҡтарына еңеүсе булып әйләнеп ҡайтҡан батыр яугирҙәребеҙ, шөкөр, иҫән әле. Ғүмерҙәре буйы улар үҙҙәре һаҡлап һәм яҡлап алып ҡалған Ватаныбыҙ алдында оло яуаплылыҡ тойоп, үҫеп килгән йәш быуында намыҫлылыҡ һәм хеҙмәт яратыу, икһеҙ-сикһеҙ Тыуған илебеҙгә бирелгәнлек тойғоһо тәрбиәләнеләр. Шундай оло яугирҙәрҙең береһе бөгөн Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәй. Ул Сибай педагогия училищеһында бергә уҡыған Ләлә әхирәтемдең атаһы. 
Ғәйзулла Мөхәммәт улы 1926 йылда Байыш ауылында тыуған, шунан фронтҡа алынған. Был оло яугир тураһында күптән ишетеп белһәм дә, үҙен күрергә насип булмағайны. Бына беҙ яугирҙең ҡыҙы Гөлсөмдөң иркен, матур йортонда ултырабыҙ. 
99-сы йәш менән барыуына ҡарамаҫтан ҡарт һалдат һис кенә лә бирешмәгән, күҙ теймәһен. Оҙон кәүҙәһен тура тотоп, матур атлап йөрөй, күҙҙәре лә яҡшы күрә, хәтеренә лә зарланмай.
— Германияның капитуляцияланыуы, беҙҙең Еңеү тураһындағы шатлыҡлы хәбәрҙе ниндәй шарттарҙа ишеттегеҙ? — тип һорайым. 
— Ул ваҡытта беҙ Венгрияның Дьор тигән ҡалаһында курс үтә инек. Парта артында ултырабыҙ, тыңлайбыҙ, тейешлеһен яҙып алабыҙ. Совет һалдаттарының оло Еңеүе тураһындағы күптән зарығып көткән хәбәрҙе үтә ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ менән ҡабул иттек. Бер-беребеҙҙе ҡосаҡлап һөйәбеҙ, күҙгә шатлыҡ йәштәре эркелә. Бер кем дә беҙҙе тыйып туҡтата алмай ине, — ти яугир. 
Шул ваҡыттағы Еңеү шатлығын тағы кисергәндәй булды оло яугир, күҙҙәре йәшләнде, тауышы ҡалтыранды.
— Беҙҙе, йәш ҡыҙылармеецтарҙы, отрядтарға бүлеп, Европаның күп илдәре буйлап йөрөттөләр. Ҡайһы саҡта ҡайҙа барғаныбыҙҙы ла белмәй инек. Бер ваҡыт яҡташым, Баймаҡ районы егете Таһир Арыҫланов менән Бреслау буйлап патрулдә йөрөйбөҙ. Ҡапыл бер өйөм фауст-патрондар өҫтөнә барып сыҡтыҡ. Бер ни ҙә уйлап өлгөрмәнек, көслө шартлау яңғыраны. Икебеҙ ҙә ергә ҡолағанбыҙ. Беҙҙе үҙебеҙҙең һалдаттар ерләргә әҙерләнгәндәр. Тыуған яҡтарға ҡара ҡағыҙ ҙа ебәреп өлгөргәндәр. Батыр һалдат, тоғро иптәш Таһир Арыҫланов һәләк булған. Уны ерләгәндәр. Ә мин әллә ыңғырашып, әллә ҡыбырлап ҡуйғанмын. Тере икәнлегемде белгәс, тиҙ генә «Тиҙ ярҙам» саҡыртып, мине госпиталгә оҙатҡандар, — тип хәтирәләрен һүтә олпат яугир.
Ул бөгөнгө көндә лә Баймаҡ, Бүздәк, Баҡалы, Бөрйән райондары яугирҙәренең һәләк булғандар исемлегендә тора.
Бик оҙаҡ дауалайҙар Ғәйзулланы. Йәш организм бирешмәй, ул һауығып сыға. Тағы хәрби аэродромда хеҙмәт итә башлай. «Тыуған яҡтарыма, Байышыма, ҡайтарып та ебәрерҙәр, бәлки» тигән өмөт тә йәшәй күңелендә. Ләкин... юҡ. Илебеҙҙең Алыҫ Көнсығыш сиктәрен һаҡлау бурысы ла ҡуйыла уларҙың часенә. 
Шулай намыҫлы хеҙмәт итә Ғәйзулла Аблюзин. Һәм бына 1948 йылда уларҙы тыуған яҡтарына ҡайтарыу тураһында бойороҡ алына. Алдан хәбәр ҙә итеп тормай ҡайтып төшә һалдат ауылына. Уны күргәс әсәһе Алмабикә инәй: «Аһ, аһ, балам, һинән ҡара ҡағыҙ килгәйне бит», — тип иҫтән яҙып ҡолай. Уны һаҡ ҡына күтәреп урындыҡҡа һала, ә атаһын яуҙа сыныҡҡан ҡулдары менән ныҡ итеп ҡосаҡлай яугир. 
Тормош яйлап арыулана бара. Ғәйзулла Хәмиҙә исемле ҡыҙға өйләнә. Ниндәй ҡаты, аяуһыҙ һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан һалдат тыныс тормошта ла һынатмай. Бөлгән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу эшендә намыҫ менән эшләй.
56 йыл бергә ғүмер кисергән, ауырлыҡтарға ҡарамай 4 ул, 4 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Һөйөклө ҡатыны бынан 13 йыл элек вафат булғас, яугирҙе ҡыҙҙары үҙ тәрбиәһенә алған.
— Ҡыҙҙарыма рәхмәт, — ти Ғәйзулла олатай. 
Бөгөн Ғәйзулла Мөхәммәт улы күкрәген тултырып саф һауа һулай, зәңгәр күккә һоҡланып баға икән, ул быға хаҡлы. Сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән бүлә-бүләсәрҙәренә ҡарап бәхетле йылмая ул, йөҙө айҙай балҡый, күҙҙәре нурлана. Халҡыбыҙҙың ихтирамын, иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, яҙмышына рәхмәтле булып йәшәй бөгөн оло яугир. 
Һеҙҙе, 1945 йылдың майында Ер йөҙөнә тыныслыҡ алып килгән яугир-еңеүсене, тағы һәм тағы данлайбыҙ, тәбрикләйбеҙ. Был иҫтәлекле көндә һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
 Фәрзәнә ХАММАТОВА, 
педагогик хеҙмәт ветераны.
Һүрәттә: яугир ҡыҙы Ләлә һәм ошо юлдар авторы Фәрзәнә апай менән.

Читайте нас: