+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
12 Июнь , 21:30

Оло ғаиләнең нәҫел ебен дауам итеп...

Аһылай ауылында Ғәлләм һәм Мәрзиә Бүләкбаевтарға арнап хәтер кисәһе уҙғарылды.

Был абруйлы ғаиләлә 11 бала үҫкән. Ғаилә башлығы Ғәлләм Мөхәррәм улы  Темәс педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын Теләш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. 1939 йылда Мәрзиә Ғәлиулла ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар, ҡыҙҙары Мәҫкүрә тыуа. Тик йәш ғаиләнең бәхетле тормошо оҙаҡҡа бармай, һуғыш башлана. 1942 йылдың ғинуар айында фронтҡа алына. Минометчиктар расчеты командиры була. Днепр буйындағы ҡаты алышта ауыр яраланып, госпиталгә эләгә. Белемле, старшина дәрәжәһендәге яугир батальон политругы вазифаһын үтәй. Кенигсберг янында тағы яралана һәм еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылай. 1945 йылдың июнь айында өсөнсө дәрәжә Дан ордены, Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ ҡаһарман тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ғәлләм Мөхәррәм улы бөтә ғүмерен ауыл хужалығындағы эшкә бағышлай. Ветеринарға уҡый, «Ҡыҙыл маяҡ» колхозында ветврач, зоотехник, рәйес урынбаҫары була. Колхоздар Шайморатов исемендәге хужалыҡҡа берләшкәс, ауылда ферма мөдире, ветврач булып оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бүләкбаевтар 11 балаға яҡшы тәрбиә һәм белем биргән. Мәрзиә Ғәлиулла ҡыҙы «Герой-Әсә» исемен алған, Аһылай мәктәбе интернатында балалар ҡараған.  Улар икеһе лә күптән вафат, алты балаһы ла хәҙер мәрхүм. Бөгөнгө көндә Бүләкбаевтарҙың 26 ейән-ейәнсәре, 56 бүлә-бүләсәрҙәре бар.
Ата-әсәһенә хәтер кисәһе үткәреү тураһында Алмас Ғәлләм улы тәҡдим иткәс, туғандары уның изге ниәтен хуплап, күтәреп ала. Йыр-бейеүгә маһир Мәрзиә өләсәләре кеүек ейән-ейәнсәрҙәре барыһы ла һәләтле, дәртлеләр. Тиҙ арала бөтә ойоштороу эштәрен хәл итеп, тыуған ауылдарына ҡайттылар. Күмәкләп аҡса йыйып, мәктәпкә проектор өсөн экран, мәсеткә һауыт-һаба, башҡа кәрәк-яраҡ бүләк иттеләр. 
Хәтер кисәһендә Лилиә Дим ҡыҙының өсөнсө класта уҡыған улдары Нурсолтан менән Сыңғыҙҙың иң тәүҙә олатаһы менән өләсәһе рухына аят бағышлауы үҙе матур күренеш булды. 9 Май байрамы алдынан уҙған сара олатай менән өләсәй тормошон сәхнәләштереүҙән башланды. Әлиә Алмас ҡыҙы Мәрзиә өләсәй, Ринат Сәлим улы Ғәлләм олатай, Венера Ринат ҡыҙы уларҙың өлкән ҡыҙҙары Мәҫкүрәне уйнаны. Олаталарының һуғыштан ҡайтып ингән мәлен күрһәткәндәрендә бөтәһенең күҙҙәре йәшләнде, шул тиклем оҡшаттылар. Бөйөк Еңеү өсөн яу яландарында ятып ҡалған ауылдаштарын, тыныслыҡ яулап тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан һуғыш ветерандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. 
Йыр-бейеү оҫталары йыйылған кисә үҙе тотош матур сығыштарҙан торҙо. Ейәнсәрҙәре Миләүшә Дим ҡыҙы өләсәһе яратып башҡарған «Етегән шишмә» йыры менән башлап сәхнәгә сыҡты, Зилә Дим ҡыҙы ла моңло  йыры менән  ҡыуандырҙы, аппаратура артында диджей ҙа булды. Лилиә Дим ҡыҙы «Ҡайтам әле тыуған ауылыма» тигән йыры менән төп нигеҙҙәрен һағынып ҡайтҡан туғандарҙың хистәрен еткерҙе. Гөлшандың «Бөрйән ҡыҙҙары», Айһылыуҙың «Ләүсәтин» бейеүе бик оҡшаны. Ҡыҙҙары Гөләйфә әсәһенән отоп алған «Сәлимәкәй», «Аҡҡош күле» йырҙары менән таң ҡалдырҙы. Улдары Сәлим «Ҡайтығыҙ, торналар» йырын гармунда уйнап йырланы, Алмас Ғәлләм улы башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм «Ҡарт Байыҡ» бейеүен бик оҫта башҡарҙы. Уның тормош иптәше  Рәйсә, шулай уҡ башҡорт халыҡ йыры менән сығыш яһаны, ҡыҙҙары Әлиә «Катюша»ны бейене, Ләйсән йыр бүләк итте. Улар ҡыҙҙары менән бергәләп тә сығыш яһаны. Сараны Гөлнур Ғәлләм ҡыҙы менән Лилиә Дим ҡыҙы бик матур итеп алып барҙы. Гөлнур апайҙың «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында еңеп ҡайтҡан бейеүе кисәне йәмләне. Сәлим ағайҙың улы Ринат Буләкбаев та гармунда уйнап, ейән-ейәнсәрҙәре менән барыһы ла яратҡан «Шаулай урман» йырын башҡарҙылар. Мәрзиә һәм Ғәлләм Бүләкбаевтар хаҡында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашыусылар ҙа күп булды. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре эшһөйәр, тырыш кешеләр булыуын һөйләне, ауылдаштары ла ихтирам менән телгә алды. Бүлә-бүләсәрҙәре башҡарыуындағы «Олатайым миҙалдары» йыры бөтә туғандарға оҡшаны. Кисә дауамында сәхнәләге проекторҙа Бүләкбаевтарҙың ҙур ғаиләһенең иҫтәлекле мәлдәре төшөрөлгән фотолар күрһәтелде. Тәүге тапҡыр үткәрелгән бындай сара барыһына ла оҡшаны, тамырҙарҙы барлаусы, туғандарҙы берләштереүсе кисә булараҡ оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыр.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: