Атайым Атаулла Сөләймән улы Ибраһимов 1916 йылдың 25 авгусында Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Атаһы ла, әсәһе лә бик иртә мәрхүм булғас, етемлектә үҫкән. 6-сы класты бөткәс, колхозда комбайнер булып эшләгән. 1937 йылда әрме сафына алынған һәм 1941 йылға тиклем хеҙмәт иткән. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, әсәйем, Ишкилде ауылы ҡыҙы Әсмә Фәхретдин ҡыҙына өйләнгән. Атай менән әсәй бергә йәшәп тә өлгөрмәй, ҡәһәрле һуғыш башлана һәм атайым фронтҡа алына. Иң тәүҙә кесе сержант, унан өлкән сержант, старшина һәм лейтенант булып хеҙмәт итә. 588-се уҡсылар полкының 142-се уҡсылар дивизияһы составында күп алыштарҙа ҡатнаша. Ҡаты яуҙар мәлендә яраланып, күп тапҡырҙар госпиталдә дауаланып сыға. Ул 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайта.
Әсәйем дә тылда еңеүҙе яҡынайтыу өсөн башҡалар менән тиң көс түгә, бар тапҡан-таянғандарын фронтҡа оҙата. Колхозда бөтә ир-егеттәр эше ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңендә була, әсәйем кәбән һала, ат егеп, ауыр бүрәнәләрҙе ташый. Эш араһында олоғайған ата-әсәһен дә ҡарарға өлгөрә.
Атайым менән әсәйем дүрт балаға ғүмер биргән. Һуғыштан ҡайтҡан атайымдың яраларынан мандый алмауы хәтеремдә. Гел таяҡ менән йөрөнө. Ул оҙаҡ ваҡыт Өфөлә дауаханаларҙа ятты, имселәргә алып та йөрөнөләр. Тик хәле көндән-көн насарланды, бөтөнләй түшәккә ятты, хатта үҙе ашай ҙа алмай ине. Беҙ хәлебеҙҙән килгәнсе атайыбыҙҙы ҡараныҡ, ҡалаҡ менән ашаттыҡ. Үҙебеҙҙең мунса юҡ, күршеләргә алып барып йыуындырабыҙ. Атайымдың: «Кеше көнлө булып ятҡансы, ниңә һуғышта үлмәгәнем икән», тип илағаны иҫтә. Байтаҡ ыҙалыҡтар күргән яҡын кешебеҙҙе 1962 йылдың һыуыҡ ҡышы мәңгелеккә алып китте. Әсәйем беҙ етемлекте һиҙмәһен өсөн ныҡ тырышты. Беҙҙе кеше араһында кәм-хур итмәй, аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалған әсәйебеҙ 2001 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслыбыҙ, ҡәҙерлеләребеҙ!
Рәйлә КАМАЛОВА. Һәйетҡол ауылы.
ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ ҮЛЕМҺЕҘ
Һуғыш ветераны, олатайым Нуритдин Әхмәтша улы Хәлисов тураһында иҫтәлектәрҙән генә беләм. Уның вафатынан һуң 20 йыл үткәс мин донъяға килгәнмен. Шулай ҙа уның яҡты, мөһабәт һыны өләсәйемдең, яҡындарымдың хәтирәләре, олатайҙың фотолары аша һәр саҡ күҙ алдымда.
Өләсәйем һөйләүенсә, бер ваҡыт «һуғыш сыҡты» тигән ҡот осҡос хәбәр ишетелә. Был һүҙ, йәшен кеүек һуғып, бөтә тәне аша үтә, «һуғыш, һуғыш...» тигән аяуһыҙ ҡаяу рәүешендә ҡаҙалып, зиһендәрен томалай. Күпме кешегә ҡайғы-хәсрәт килтерә был афәт, күпме ҡатынды тол, күпме баланы етем ҡалдыра.
Нуритдин олатайым 1941 йылда фронҡа алына. Мәргән ата белгәнгә күрә, ул алғы һыҙыҡта алыша. 1943 йылда ҡулына снаряд ярсығы эләгеп, яралана, госпиталдә дауалана. Яралары төҙәлгәс тә, яңынан фронтҡа китә.
Көсөргәнешле яуҙарҙың береһендә әсирлеккә эләгә олатайым. Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана, яугирҙәр еңеү менән ҡайта. Ә өләсәйем, олатайҙы йәки хәбәрһеҙ юғалған, йәки һәләк булғандыр инде, тип ҡайғыра. Ғаиләһенә ҡыуаныс өҫтәп, 1946 йылдың аҙағында, Нуритдин олатайым тыуған яғына ҡайтып төшә. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы онотолмай уның — миҙалдары бер-бер артлы эҙләп таба совет һалдатын. Тантаналы рәүештә уның күкрәгенә «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тағалар.
Тыныс тормошта ең һыҙғанып колхозда эшләй, фермала мал көтә. Нәзифә өләсәйем менән ете балаға ғүмер бирәләр. «Олатайың егәрле, изгелекле, тыйнаҡ, ғәҙел, оло йөрәкле кеше булды», — тип һөйләй ине өләсәйем. Утты-һыуҙы кискән яугир һәр саҡ: «Ҡабат һуғыш сыҡмаһын, балалар бындай мәхшәрҙе күрмәһен», тип теләп ултырған, фронт тураһында киноларҙы ла тыныс ҡарай алмаған ул. «Күҙҙәре йәшләнеп, урынынан тороп китер ине», — ти яҡындарым.
Ошондай батыр йөрәкле яугирҙең бүләсәре булыуы менән ғорурланам. Беҙҙең киләсәк өсөн яуға күтәрелгән һәм еңеп ҡайтҡан ул, ерҙә тыныслыҡ булһын өсөн ҡанын түккән. Хөрмәтле ветерандарҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ.
Нәркизә БАЙГИЛДИНА, Ишбулды мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.
БАТЫРҘАРҒА МӘҢГЕЛЕК ДАН!
Фашистарҙың һөжүмен кире ҡаҡҡас та, Ватаныбыҙҙың ҡыйыу яугирҙәре башҡа илдәрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Шуларҙың береһе олатайыбыҙ Мулләхмәт Хәлфетдин улы Солтанов.
Атаһы Хәлфетдин һуғыш башланыу менән яуға оҙатыла. Мулләхмәттең үҙенә лә 1943 йылдың 1 ғинуарында фронтҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. Дүрт ай Ырымбур өлкәһенең хәрби лагерында әҙерлек үткәндән һуң, 18 йәшлек егет II Украина фронтына ебәрелә. Днепрҙы аша сыҡҡанда ҡан ҡойошло алышта ҡатнаша.
— Уң яҡ яры бейек булған киң, тәрән йылғаға ниместәрҙең көслө уты аҫтында уйһыулыҡтан штурм яһарға тура килде. Бер туҡтауһыҙ гөрһөлдәү яңғырай, бар ерҙә саң-томан, хатта күк менән ерҙең ҡайҙалығын айырыу ҙа ауыр була. Днепр йылғаһын төнөн һал менән йөҙөп сыҡтыҡ, ниместар ҡойон һымаҡ өҫтөбөҙгә ут яуҙыра, күпме кеше һыу аҫтына китте, — тип һөйләй торғайны Мулләхмәт олатай.
Днепр буйҙарын азат итәләр, Бабье Яр ауылында митингта ҡатнаша, унда фашистар ун бер мең еврейҙы үлтерә, Витебск эргәһен-дә фашистар төркөмөн ҡыйрата. Ноябрҙә Киев азат ителә һәм Мулләхмәт Хәлфетдин улы был ваҡиға уңайынан парадта ҡатнаша. Житомир янындағы ҡаты алышта яралана. Уны Курск гос-питаленә оҙаталар. Мәскәүҙә, аҙаҡ Пермь өлкәһенең Лысва ҡалаһында дауалана. Йүнәлгәндән һуң Белоруссия фронтына китә, бында ул Калининград ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Липай портын алған ваҡытта башына снаряд ярсығы тейеп ҡаты яралана, 1945 йылдың февралендә Метава ҡалаһы госпиталенә ебәрелә. Мулләхмәт олатай 9 майҙы Вологда госпиталендә ҡаршылай.
Еңеү яулап атаһы Хәлфетдин менән тыуған ауылы Таҡһырға 1945 йылда ҡайтып төшәләр. Һуғышҡа тиклем трактор бригадаһының хисапсыһы булып эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы колхоз рәйестәре әҙерләү мәктәбен тамамлай. 1953 йылда М. Солтановтың Липай портын алған ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары һәм Украиналағы яуҙа ҡыйыулығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана.
Мулләхмәт Хәлфетдин улы ғүмер юлдашы Мәрүәт Ғимран ҡыҙы менән туғыҙ бала үҫтер-гәндәр. Һуғыштан һуң ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар «Заветы Ильича» хужалығында колхоз рәйесе, агроном, бухгалтер эштәрен башҡара. 1985 йылда хаҡлы ялға сыға. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә шатлыҡ-ҡыуа-ныстарға төрөнөп, ауылдың хөрмәтле ветерандарының береһе 2011 йылдың 22 сентябрендә вафат була.
Балалары 9 май ғаиләләре менән бергә Мулләхмәт олатай йортона йыйыла торғайны. Байрам өҫтәлен иртә таңдан ҡыҙҙары, килендәре әҙерләп ҡуя инеләр. Өҫтәл башынан үҙенең көслө тауышы менән һуғыш ваҡытындағы иптәштәрен иҫкә алып, хәтирәләре менән бүлешер ине.
Олатайҙың 27 ейән-ейәнсәре, 40 бүлә-бүләсәһе бар. Һәр бала үҙенең һәләтен күрһәтеп, олатай-өләсәйҙе ҡыуандырҙылар. Һуғыш тураһында шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр, ҡыҫҡаса әйткәндә, ҙур концерт ойоштора инек. Олатай тормоштоң ҡәҙерен белгән, колхоз өсөн бар көсөн һалған, халҡым тип янып-көйөп йөрөгән кеше булды. Фашистик Германияны ҡыйратыуҙа күп көс түккән кешеләрҙең береһе булған олатайыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан! Еңеү яҙын бүләк иткән олатайҙарҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алайыҡ!
Гөлсибәр СОЛТАНОВА, 7-се класс уҡыусыһы.
ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ КАМАЛОВ
Буранғолда тыуып үҫкән Ғимран Камаловҡа һуғыш башланғанда 15 кенә йәш була. Ир-аттар һуғышҡа китеп бөткәс, барлыҡ ауыр эштәр Ғимран кеүек быуындары ла нығынмаған үҫмерҙәр иңенә төшә.
1944 йылда Ғимранды ла һуғышҡа алалар. Ҡыҙылармеец кенәгәһенә күҙ һалһаң, ул 3-сө Белоруссия фронты составында Кенигсбергты алыуҙа ҡатнаша. Ошо алышта снайпер пуляһы аяғына тейә. Был ҡаланы алған өсөн ул 1945 йылдың 10 апрелендә «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Улы Дамирҙың хәтерләүенсә, атаһы: «Дошман еңелеп барған һайын нығыраҡ ҡаршылашты», — тип һөйләгән.
Фашистарҙы ҡыйратҡас, Ғимран апаны япондарға ҡаршы һуғышҡа алып китәләр. «Балыҡты күп ашаттылар унда», — тип һөйләй торғайны, шуға ул балыҡҡа әллә ни иҫе китмәне, ти улы. Ғимран апаның документтарын өйрәнһәң, красноармеец кенәгәһендә һалдаттарға тейешле бирелгән силғау, итек, кейем-һалым һ.б. нәмәләр ваҡыты менән яҙып барылғанлығы күҙгә ташлана. Тимәк, һуғыш аҙағына ҡарай һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр етә бирелгәндер тигән һығымта яһарға була.
Ғимран Хисаметдин улы һуғыштан һуң «Салауат совхозы» утарында төпләнә. Исхаҡ ауылынан Зәйнәп Шәкирйән ҡыҙы менән тормош ҡороп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары ғына егет булғас үлеп ҡала. Ғимран апа хаҡлы ялға сыҡҡансы урман ҡарауылсыһы булып эшләй. 1994 йылда мәрхүм булып ҡала.
Әйткәндәй, Ғимран апаның улы Дамир ҙа атаһының юлынан китеп, ғүмере буйы урман хужалығында төрлө етәксе вазифаларҙа эшләп, «Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булып хаҡлы ялға сыҡты.
Нәсих СӘЛМӘНОВ. Буранғол ауылы.