1924 йылда Үтәгән ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнгән (быйыл 100 йыл!) Ғәбделкәбир Йәһүҙә улы Йәһүҙиндың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләү өсөн уның балалары, ейәндәре, бүләләре шәжәрә байрамына йыйылды. Сираттағы был байрамды үткәреүгә Ғәбделкәбир Йәһүҙә улының өлкән ҡыҙы Мөслимәнең балалары, ейәндәре яуаплы булды.
Саҡырылған ҡунаҡтар, туғандар иртә менән Амангилде ауылы эргәһендәге Биксура буйына йыйылды. Мөслимә Ғәбделкәбир ҡыҙының бер туған ҡустылары Әхмәт, Ҡасим, Йәсәр, Әҡсән, Хәлиттең һәм һеңлеһе Фатиманың балалары, ейәндәре һәр ҡайһыһы үҙенә лайыҡлы урын һайлап, ҡаҙан аҫырға тотондо. Йәшерәк килендәр аш-һыу менән булышһа, олораҡтар байрамды ойоштороусы Вәлиевтар әҙерләгән стендтар, күргәҙмәләр менән танышты. Күргәҙмәләрҙә Йәһүҙиндар нәҫеленең төрлө йылдарҙа төҙөлгән шәжәрәләре урын алған. Бында бигерәк тә Ғәбделкәбир олатайыбыҙҙың 1913 йылда 19 йәшендә төҙөгән шәжәрәһе әһәмиәтле. Был шәжәрәнән беҙ олатайыбыҙға тиклем ун бер быуын олатайҙарҙы, уларҙың тыуған йылдарын күрәбеҙ. Шәжәрә ағасында беренсе быуын Нурыш олатай 1593 йылда тыуһа, ун беренсе быуын Йәһүҙә олатай 1865 йылда тыуған икән. Ә Ғәбделкәбир олатай 1894 йылда донъяға килгән. 1979 йылда 85 йәшендә вафат булған. Бөгөнгө көндә беҙҙең шәжәрә ағасында ун ете быуын билдәле. Ун етенсе быуынды 2018 йылда тыуған Камил Рамаҙан улының ейәне Айтуған Айнур улы Йәһүҙин башлап ебәрҙе.
Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Аҫылғужина (мәр- хүмә) төҙөгән шәжәрә лә үҙенең әһәмиәтен юғалтмаған. Рәйсә апай Йәһүҙиндарҙың шәжәрәһен өйрәнеүгә күп көс һалды, материалдар йыйҙы, мәғлү- мәттәр тупланы. Шәжәрәләр буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Рәйсә Әхмәт ҡыҙы 2010 йылда республика буйынса “Шәжәрәне иң тәрән өйрәнеүсе” номинацияһында еңеү яуланы.
Һәм бына Вәлиевтар шәжәрә ағасын тағы ла барлап, теүәлләгәндәр, яңыртҡандар.
Мәғлүмәт стенды өсөн ҡайһы бер материалдарҙы Айҙар Марс улы һәм Нилә Марс ҡыҙы әҙерләгән. Мәҫәлән, Нилә Ғәбделкәбир олатайҙың енәйәт эшен өйрәнгән. Ҡыҙыҡһынған кешеләр материалдарҙы ҡарай алды. Нилә Марс ҡыҙы шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Йәһүҙиндарға һәм Вәлиевтарға арнап үлемһеҙ полк сығышын күрһәтте.
Байрамды ойоштороусыларҙың күренекле туғандар тураһындағы мәҡәләләре 2024 йылғы Башҡортостан йыртма календарендә урын алған.
Сараның тантаналы өлөшөн Буранғолдан Мөслимә Ғәбделкәбир ҡыҙының ейәнсәре Земфира һәм бүләсәре Нурания Хәлимовалар алып барҙы.
Иң элек мәрхүм олатай-өләсәйҙәргә, уларҙың вафат булған балаларына бағышлап,Үтәгән ауылының диндары, Ғәбделкәбир олатайҙың өлкән ейәндәренең береһе, етмеш өс йәшлек Рамаҙан Йәһүҙин аят уҡыны.
Артабан Мөслимә инәйҙең ҡыҙы, Зәйтүнә Хәким ҡыҙы Әсәҙуллина, Ғәбделкәбир олатайҙың тормош юлына ба- ғышланған бай йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны.
Зәйтүнә Хәким ҡыҙының сығышынан йәш быуын өлкән олаталарының граждандар һуғышы йылдарында Муса Мортазин ғәскәрендә полк муллаһы булып йөрөгәнлеге, 1924 йылда Тамъян-Түңгәүер волосе Тамъян-Ҡатай кантоны Үтәгән ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнеүе, 1930 йылда ҡулға алыныуы тураһында белде. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уның хеҙмәт армияһына алыныуы, өлкән улы Әсғәттең ун туғыҙ йәшендә генә Сталинград өсөн барған яуҙарҙа батырҙарса вафат булыуы тураһында ишетте. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа өлкән олаталарының колхоздың төҙөүселәр бригадаһына етәкселек итеүе лә бәйән ителде.
1996 йылда кесе улы Хәлит Йәһүҙин атаһының исемен аҡлау эшенә тотона. Ул Башҡортостандың эске эштәр министры Рафаил Диваевҡа хат ебәрә һәм 1997 йылдың ғинуарында “Сәйәси репрес- сиялар ҡорбандарын аҡлау тураһында” Рәсәй законына нигеҙләнеп, 1930 йылда ҡулға алынған Ғәбделкәбир Йәһүҙиндың аҡланыуы тураһында справка килә.
Зәйтүнә Хәким ҡыҙының сығышынан һуң ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙы. Сәхнә түренә иң беренсе байрам хужалары Вәлиевтар күтәрелде. Мөс- лимә инәй менән Хәким апаның өс улы: Марс (ул заманында Башҡорт дәүләт университетының география факультетын, Мәскәүҙә аспирантура тамамлай һәм шул йылда БДУ-ла эш башлай. Эшләү дәүерендә Марс ағай декан дәрәжәһенә тиклем үрләй), Рафаэль, Таштимер ағайҙар баҡыйлыҡҡа күскән, әммә балалары, ейәндәре байрамға килгән. Ҡыҙы Зәйтүнә (ул да атаһы һәм ағаһы юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайланы: БДУ-ның биология факультетын тамамлап, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Хәлил урта мәктәбендә эшләне), кесе улдары Салауат һәм Юлайҙың ғаиләләре сәхнә тултырып баҫып торҙолар.
Әйткәндәй, был шәжәрә байрамы һигеҙенсе мәртәбә үтә. Быға тиклем 1992 йылда башланып, 1994, 2001, 2007, 2012, 2017, 2022 йылдарҙа йыйылышып туғандар һәр биш йыл һайын тигәндәй шәжәрә ағасының ботаҡтарын барланы, яңыртты, теүәлләне. Һәр байрамда Ғәбделкәбир Йәһүҙиндың бер улының йәки ҡыҙының ғаиләһе осрашыу өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала.
Сәхнәгә Әхмәт улының балалары, ейәндәре күтәрелде. Улар 2001 йылда өсөнсө шәжәрә-байрамын үткәрҙеләр. Йылдар аяуһыҙ: ғаиләләге ун баланың алтауһы юҡ инде. Рафиҡ Әхмәт улы Йәһүҙин, БДУ-ның юридик факультетын тамамлап, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында, Хәйбулла, Мәләүез райондарында тәф- тишсе, судья, прокурор, суд рәйесе вазифаларын башҡарҙы. Ғүмере юл фажиғәһендә өҙөлдө. Хәҙер улдары Марсель һәм Урал аталарының юлын дауам итә.
Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Аҫылғужина Красная Башкирия урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләне. Ауылдаштары, Үтәгән халҡы өсөн ҙур бүләк яһаны: ғүмеренең һуңғы йылдарында Үтәгән ауылының тарихы, кешеләре, шәжәрәһе тураһында ҙур күләмле “Ҡайтам әле ауылыма” тигән китап баҫтырҙы.
Әлеге ваҡытта иҫән балалары дүртәү. Икәүһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт иттеләр. Әнисә Әхмәт ҡыҙы Магнитогорск ҡалаһында врач-гинеколог булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡустыһы Хәдит Әхмәт улы Йәһүҙин әлеге мәлдә Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһында – врач-уролог.
Ойоштороусылар сәхнәгә сыҡҡан һәр бер кешегә алдан әҙерләнгән бүләктәрен тапшыра барҙы.
Сәхнәгә Ҡасим Ғәбделкәбир улының (атайым-авт.) вариҫтары күтәрелде. Улар 2007 йылда дүртенсе тапҡыр туғандарҙы йыйҙылар.
Ҡасим Ғәбделкәбир улы 2012 йылда үҙенең хәтерләүҙәренә, көндәлектәренә таянып, “Ғүмерҙең бер аҙ иҫтә ҡалғандары” тигән китап сығарҙы. Китаптарын ул мөмкин тиклем ғәҙел итеп туғандарына, ауылдаштарына таратты. Автобиографик характерҙағы был китапта авторҙың ауыр тормошта үткән бала сағын, дәһшәтле һуғыш йылдарында һәр ваҡыт эш өҫтөндә булған михнәтле үҫмер саҡтарын, ҡабатланмаҫ, шуға ла ҡәҙерле йәшлек мәлдәрен хәтерләүҙәрендә шул осорҙа йәшәгән меңәрләгән ватандаштарыбыҙҙың да тарихы сағыла.
Ҡасим Ғәбделкәбир улы ҡатыны Ғәшүрә Бәхтиғәле ҡыҙы менән алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Атайыбыҙ балта оҫтаһы, әсәйебеҙ һатыусы булып эшләне. Ул шулай уҡ колхоздың миҙгелле эштәренән дә ситтә ҡалманы. Атайым баҡса эштәренә маһир ине, ғүмер буйы көн- дәлектәр яҙҙы, ә әсәйем ҡул эштәрен яратып башҡарҙы. Урындары ожмахта булһын ҡәҙерле кешеләребеҙҙең. Өс ҡыҙы уҡытыусы, өс улы шофер һөнәрен һайланы. Һәр беребеҙ олатай-өләсәй булып, ейәндәребеҙ менән мәж килеп, ғүмер кисерәбеҙ.
Сәхнәгә сыҡҡан һәр бер ғаилә тармағы өсөн ойоштороусылар концерт номерҙары бүләк иттеләр. Вәлиевтарҙың ҡыҙҙары бейеүгә, килендәре йырға бик маһир икән!
Йәсәр Ғәбделкәбир улының балаларына, ейәндәренә һүҙ бирелде. Йәсәр ағай менән Мөьминә еңгә алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улар икеһе лә заманында алдынғы колхозсылар булды. Еңгә һауынсы ине, районда беренселәрҙән булып өс меңлек рубежды яуланы. Эшләгән осоронда СССР-ҙың 50 йыллығы миҙалына, Почет Билдәһе орденына лайыҡ булды. Йәсәр ағайым да, еңгәм дә мәрәкәсел, шаян, бер-береһенә тап килгән кешеләр ине. Уларҙы хәҙер тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алабыҙ. Балалары һәр береһе ғаиләле булып, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, ғүмер итәләр. Улар 2012 йылда бик матур итеп бишенсе шәжәрә байрамын үткәрҙеләр.
Бына Әҡсән Ғәбделкәбир улының ғаиләһенә лә сәхнә түренә сығырға мәл етте. Әҡсән ағай Миңлебикә еңгә менән татыу ғүмер кисереп, ете балаға ғүмер бүләк иттеләр. Икеһе лә колхозсылар. Еңгә колхоздың сезонлы эштәрендә (бесән әҙерләү, миндек бәйләү, сөгөлдөр утау, яҙлы-көҙлө һарыҡ ҡырҡыу) әүҙем ҡатнашты, ағай шофер булып эшләне. Мәскәүгә халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә лә барып, миҙал тағып ҡайтты ағайыбыҙ. Уларҙың балалары ла кешенән ҡалышмай, матур итеп, татыу ғүмер кисерәләр.
Әҡсән Ғәбделкәбир улының балалары, ейәндәре 2017 йылда алтынсы шәжәрә байрамын ойошторҙолар.
Кинйә ул Хәлит Ғәбделкәбир улының ғаиләһе сәхнәгә сыҡты. Хәлит ағай ошо шәжәрә байрамдарын башлап ебәреүсе. Ул тәүләп 1992 йылда, шунан ике йылдан һуң олатайыбыҙҙың йөҙ йыллығына бағышлап, тағы ла туғандарҙы йыйып алды. Хәлит Ғәбделкәбир улы ауыл хужалығы институтын тамамлап, тәүҙә “Заветы Ильича” колхозында рәйес урынбаҫары, аҙаҡ “Йәнгел” совхозында баш зоотехник, һуңынан баш иҡтисадсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Бөгөнгө көндә ағайыбыҙға һикһән ете йәш. Ул Рәзифә еңгәбеҙ менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Балалар барыһы ла ғаиләле, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, хәҙер улар үҙҙәре олатай-өләсәй булып, үҙ балаларына ейәндәрен тәрбиәләшә.
Ғәбделкәбир олатайыбыҙҙың кинйә ҡыҙы Фатиманың ғаиләһе сәхнә түренән урын алды. Фатима апайҙың ғаиләһе 2022 йылда етенсе шәжәрә байрамды үткәргәйне. Апайыбыҙға быйыл етмеш ете йәш тулды. Йәл, еҙнәбеҙ беҙҙең арала юҡ инде. Сәрүәр Ҡауый улы Һибәтов, Рәсәй Федерацияһының мәғариф ал- дынғыһы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Амангилде урта мәктәбендә географиянан балаларға белем бирҙе. Апайыбыҙ менән өс ул тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙылар.Улар барыһы ла юғары белемгә эйә булып, үҙ мөйөштәрен булдырып, балалар үҫтерә. Малайҙар өсөһө лә олатай булғандар инде.
Беренсе шәжәрә байрамына утыҙ ике йыл үтеп тә киткән! Шәжәрә ағасы үҫкән, ныҡлы тамыр йәйгән! Йылдан-йыл яңы ботаҡтар ебәрә, яңынан-яңы япраҡтар яра ул. Сәхнәгә сыҡҡан ғаиләләр үҙҙәре лә һөнәрен күрһәтеп төштө: кемдәрҙер йырлай, кемдәрҙер бейей, кемдәрҙер шиғыр һөйләй.
Электән үткәрелеп килгән матур традицияларыбыҙ был юлы ла дауам итте. Сәхнә түренә Йәһүҙиндәр нәҫеленең иң ололары: Хәлит ағай һәм Рәзифә еңгә, Фатима апай, Әнисә апай, Рамаҙан ағай һәм Сәриә еңгә һәм шулай уҡ Йәһүҙиндәр нәҫеленең иң йәш вариҫтары, быйылғы йылда тыуған сабыйҙар ата-әсәләре менән сәхнәгә саҡырылды. Быйылғы йылда һигеҙ сабый донъяға килгән.
Иң оло һәм иң бәләкәс вариҫтарға бүләктәр биреү байрамға йәм өҫтәне. Быйылғы йыл Ғаилә йылы булараҡ, “Иң оҙаҡ бергә йәшәгән ғаилә” (Рәзифә һәм Хәлит Йәһүҙиндар), “Алтын туйын билдәләүсе ғаилә” (Сәриә һәм Рамаҙан Йәһүҙиндәр), “Көмөш туйын билдәләүсе ғаилә” (Ғәлимә һәм Ильяс Фәтҡуллиндар, Алһыу һәм Ирек Рысҡужиндар), “Иң йәш ғаилә” (Маһинур һәм Буранбай Аралбаевтар, Диана һәм Мансур Хөсәйеновтар) билдәләнеп кителде.
“Ғаилә усағын һаҡлаусылар” номинацияһында ата-әсә нигеҙен һаҡлаған, төп йорттоң усағын һыуытмаған Ғәфүрә һәм Зәйет Йәһүҙиндар, Зәбирә һәм Талип Йәһүҙиндар, Ғәле Йәһүҙин, Рәсимә һәм Юлай Вәлиевтар, Таңбикә Йәһүҙина, Фатима Һибәтовалар билдәләнде.
“Иң алыҫтан килгән ҡунаҡ” номинацияһына Һиндостандан ҡайтҡан Илүзә Сәлмәнова-Шекхават лайыҡ булды.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң ҡунаҡтар саф һауала тәмле бишбармаҡ ашап, сәй эсеп алғандан һуң, күмәкләп фотоға төштөләр. Төрлө ҡыҙыҡлы уйын- дарҙа, спорт ярыштарында ҡатнаштылар.
Көн кискә ауышҡас байрам хужалары бөгөнгө сараға йомғаҡ яһап, эстафетаны Әхмәт Ғәбделкәбир улының вариҫтарына тапшырҙы.
“Шәжәрә байрамдары бик кәрәк. Ул туғандарҙы берләштерә, араларҙы ны- ғыта. Үҙ тарихыңды онотмаҫҡа, киләсә- геңә яуаплы ҡарарға өйрәтә”, – тип яҙған атайым Ҡасим Ғәбделкәбир улы Йәһүҙин “Ғүмерҙең бер аҙ иҫтә ҡалғандары” китабында.
Эйе, шәжәрәләрҙә үткәндәргә хөрмәт, киләсәккә өмөт сағыла.
Мәрйәм СӘЛМӘНОВА.