Тарих
22 Июня , 04:34

Тәүге осрашыуға — 60 йыл...

Алтмыш йыл элек күренекле яҡташыбыҙ Ғәли Ишбулатовтың башланғысы менән Ҡаҙмаш ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелгәйне. Бөгөн ауылдаштар осрашыуы районда ғына түгел, республикала киң танылыу яуланы һәм йыл һайын беҙҙең районда ғына 10-12 ауылда уҙып тора. Был байрам ата-бабалар нигеҙен онотмауға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, тыуған ергә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә булышлыҡ итә.

Тыуған ауылында ҙур байрам үткәреү уйын күңелендә күптән йөрөткән Ғәли ағай Ишбулатов ниәтен ауылдаштарына еткереү менән ҡаҙмаштар ҡуш ҡуллап риза була. Иң элек күмәкләп ултырып, бер йыл алдан уҡ нимәләр эшләргә кәрәклеге билдәләнеп ҡуйыла. Ауылдың йыйылышында мәктәп ихатаһын кәртәләп, ағас ултыртыу, спорт майҙансығы булдырыу, ауыл зыяратының ҡоймаһын яңыртыу тәҡдимдәрен әйтәләр. Һәр кемгә йорт-ихатаһын ипкә килтереүҙән тыш, өй алдарына баҡса эшләп, ағас ултыртырға ла ҡушыла. Ауыл Советы депутаты, лесничий Х. Ахуновҡа ауылды йәшелләндереү, үҫенте һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү йөкмәтелә.

Әҙерлек барышында Ҡаҙмашта Дуҫлыҡ баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарға обелиск төҙөү, тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырыу, 1919 йылда ауыл эргәһендә аҡтар менән һуғышта ил өсөн ғүмере өҙөлгән билдәһеҙ ҡыҙылармеецҡа зыярат ҡуйыу, Дутов башкиҫәрҙәре тарафынан язалап үлтерелгән ауылдаштары, ҡыҙылармеец-разведчик Мөхәмәтвәли Мөхитдиновҡа мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла.

Байрамға әҙерлек осоронда ауылдаштар кәңәшләшеп эшләй, башҡарылған эштәрҙе теүәлләй, кемдең өлгөрмәй, шуға ярҙам ҡулы һуҙалар. Йыйылыш алдынан ауыл Советы рәйесе, депутаттар, ауыл активы менән бергәләп өй беренсә йөрөп, йәшелләндереү, төҙөкләндереү эше нисек барғанын тикшереп сығалар. Урамдарҙың йәмен ебәреп ултырған иҫке, бәләкәй өйҙәр һүтеп алына, ситән-ҡоймалар алыштырыла. Өйҙәргә электр уты үткәрелә, урамда ла «Ильич уттары» балҡый.

Ҡаҙмаш халҡы байрамға дөргөн, ихлас әҙерләнеп, ҙур эштәрҙе атҡарып сығырға өлгөрә. Етәкселәрҙән Ф. Хисмәтуллин, С. Ишбирҙин, колхоз рәйесе И. Пеннер,  Х. Кашанов, уның урынбаҫары Х. Фәхрисламов, партия комитеты секретары урынбаҫары М. Сафин, ҡатын-ҡыҙҙар советынан Ғ. Ниғмәтова, Х. Сәғәҙәтова һәм оло уҡытыусыларҙың ойоштороу һәм әҙерлек эштәрендә ярҙамы ҙур була.

Ниһайәт, тәғәйен көн килеп етә. 1966 йылдың 5 июнь иртәһен Ҡаҙмаш ауылы айырыуса ҙур йәнлелек менән ҡаршылай. Ауылдаштарының саҡырыу сәләмдәрен алғандар, ишетеп-белгәндәр, яҡын-тирәләге ауылдар халҡы һабантуйға барғандай геү килеп, йыйын буласаҡ майҙанға, Сусаҡтау итәгендәге матур аҡланға йыйыла. Ҡунаҡтар араһында кемдәр генә юҡ, бәләкәй генә Ҡаҙмаш ауылы заманында уҡымышлылығы менән тирә-яҡта дан тотҡан. Беренсе башлап донъяуи фәндәр уҡытыусыһы булған Усман Нияҙғоловты тәрән ихтирам менән телгә алалар. 1907 йылда уның тырышлығы менән ауылда йәҙит мәктәбе асыла. Ысынлап та, был ауыл илгә күпме инженер, педагог, агроном, табип, ғалим, журналист, офицер биргән. Йәш быуынды тәрбиәләүгә ғүмерҙәрен арнаған РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары Әҙип Нияҙғолов, Орҡоя Юлдыбаева, Мәфтуха Дауытова ауылдың иң мәғрифәтле, күренекле кешеләре була. Рәхмәтулла Дауытов менән Нәғим Ишбулатов геология һәм филология фәндәре кандидаттары исеменә эйә. Ламиғ Нияҙғолов Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлап, Өфө ҡалаһында етәксе вазифаларҙа эшләй...

Осрашыу көнөндә ҡунаҡтарҙы ауыл осонда йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡыҙҙар-егеттәр милли кейемдәрҙә һыбай ҡаршы алалар.

Йәмле аҡланда уҙған байрамда бөтә халыҡ Ғәли Ишбулатовҡа туғандар ҡоро ойошторған өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, сығыш яһаусылар күп була.

Ошо йыйынға нигеҙ һалған Ғәли Ишбулатов үҙенең сығышында иң тәүҙә осрашыуҙы үткәреүҙә берҙәмлек күрһәткән ауылдаштарына ҙур рәхмәт белдерә, бындай байрамды традицияға әйләндереп, йәнә осрашырға кәрәк тигән фекерен еткерә.  Телмәр тотоусыларҙан һуң байрам концерты башлана. Концертты матур, сағыу итеп үткәреү өсөн Хөбъямал Шакирйән ҡыҙы күп көс һала. Ҡурай, гармун моңдары кискә тиклем тынмай, ҡунаҡтар берҙәй булып һәләттәрен күрһәтә. Иртәгәһенә ауылдаштар клуб эргәһенә йыйылып, Дуҫлыҡ баҡсаһына нигеҙ һала. Бер нисә йылдан ауылды йәмләп ултырасаҡ баҡсаға ағас ултыртыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Бында Ғәли Ирғәли улының ауылдаштар байрамына бүләк итеп алып ҡайтҡан Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары һәйкәленә беркетеләсәк мәрмәр таҡтаташты ҡуйыу өсөн обелискыға тантаналы рәүештә нигеҙ һалына. Колхоз, ауыл Советы етәкселәре И. Пеннер, Ә. Хөшшәмов, Х. Фәхрисламов, С. Ғиниәтов һәйкәл төҙөүҙә цемент, кирбес, таш, ҡом менән ярҙам итә. Комсомол ойошмаһы секретары, тракторсы Фәиз Моталов, Ғарифулла Бүләков, Фәнгиз Фәйзуллин, Хәлфетдин һәм Нәжметдин Фәттәховтар Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына һәйкәл һалыуҙа тырышып эшләһә, Әхмәҙи Рәхмәтов менән Зиннур Хамматов В. И. Ленин бюсына постамент һала. Шулай уҡ Фәғилә һәм Зөләйха Исхаҡовалар, Рима Истамғолова, Хәҙисә Зираншина, Гәүһәр Нурмөхәмәтова, Камила Сафина, Үлмәҫбикә Һибәтова, ике Сәфинә Фәйзуллиналар, ғөмүмән, оло йәштәге бөтә инәй-апайҙар ҙа дөйөм эштә әүҙем ҡатнашҡандар. Күмәк көс менән атҡарылған ҙур эш ун көн эсендә тамамлана. Һәм 17 июлдә Ҡаҙмаш ауылы халҡы Дуҫлыҡ баҡсаһында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә һәйкәл, В. И. Лениндың бюсе өсөн постамент һалып бөтөүгә, тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторолоуға арналған митингыга йыйыла. КПСС-тың Әбйәлил райкомының беренсе секретары Фәйзрахман Хисмәтуллин ялҡынлы телмәр менән сығыш яһап, ҡаҙмаштарҙың оло эшен юғары баһалай. Һәйкәлдә Ҡаҙмаш ауылынан һуғышта һәләк булған 64 һәм Рысҡужанан 40 яугирҙең исеме яҙыла.

Уҡытыусы Хәдит Фәттәхов етәкселегендә мәктәп коллективы, ауыл халҡы ярҙамы менән айырым йортта ойошторолған музей ҙа бик шәп килеп сыға. Шул рәүешле, Ҡаҙмаштың әүҙем уҙамандары Ғәли Ишбулатов, Сафа Фәйзуллин һәм Байым Рәжәповтың осрашып та, хат аша кәңәшләшеп тә планлаштырылған изге ниәттәре тормошҡа ашып, тәүге «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының мәңгелек иҫтәлегенә әйләнә.

Республикала тәүгә уҙғарылған Ҡаҙмаш ауылы халҡының осрашыуы хаҡында «Совет Башҡортостаны», «Комсомольская правда» гәзиттәрендә ҙур мәҡәләләр баҫылып сыға, уларҙа байрамдың илһөйәрлек рухында үтеүе бәйән ителә. Советтар Союзы Геройы М. Шкарлетова бәләкәй ауылдың ҙур эштәре хаҡында уҡып, Ғ. Ишбулатовҡа яҙған хатында шундай юлдар бар:

«Хөрмәтле Ишбулатов иптәш!
«Комсомольская правда» гәзитендәге «Большая род- ня» мәҡәләһен ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым һәм ул миндә ҙур тәьҫораттар уятты.
Башҡорт ауылы — Ҡаҙмаштың эшһөйәр халҡы башҡарған изге, оло эштәр тик хуплауға лайыҡ. Улар үҙҙәренең торған ерен матурлап ҡалмаған, Дуҫлыҡ баҡсаһына нигеҙ һалып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр — ҡаһарман ауылдаштары иҫтәлеген мәңгеләштергән. В. И. Ленин бюсын асыу ҙа ауыл өсөн ҙур ваҡиға, ябай һәм тырыш кешеләрҙең үҙ ерен, илен данлап йәшәүен күрһәтә. 
Мин һәр ваҡыт тыуған иле азатлығы өсөн көрәшеп ғүмерҙәрен һалған ҡаһармандарҙы онотмаған, уларҙың зыяраттарын ҡәҙерләп һаҡлаған, тәрбиәләгән, улар хаҡына сквер-парктар асҡан һәм йәш быуынға шундай яҡты өлгө күрһәткән кешеләргә тәрән ихтирам менән ҡарайым. 
Ҡаҙмаш ауылы халҡының изге үрнәгенә Башҡортостандың, РСФСР-ҙың ауылдары ғына түгел, хатта Украина, башҡа туғандаш республикалар ҙа эйәрһә, ниндәй яҡшы булыр ине.
Һеҙҙең аша ауыл халҡына, йәштәргә, бөтә хеҙмәтсәндәргә ҡайнар сәләмемде еткерәм, тыуған ил мәнфәғәтенә эштәрегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам. 
Ихтира менән Советтар Союзы Геройы М. Шкарлетова».

Фирүзә Сафина, 
педагогик хеҙмәт ветераны.

Читайте нас