+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2022, 10:05

Ололар ял итһен өсөн

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы республикала уңышлы эшләй. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ололар ял итһен өсөн
Ололар ял итһен өсөн

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә оло быуын кешеләре өсөн тәғәйенләнгән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы тураһында һөйләне.

“Йыш ҡына шулай була, кеше бер районда тыуып, ғүмер буйы шунда эшләй. Башҡа төбәктәргә командировкаларға һәм ял итергә йөрөй, ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәй. Кәрәге лә булмай, ни өсөн, нимә менән... Был ғәҙел түгел, тип иҫәпләйем. Беҙҙә ҡыҙыҡлы урындар бик күп. Шуға күрә беҙ “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһын дауам итәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ”, – тип яҙҙы республика етәксеһе.

Туризм тармағы буйынса маршруттар һаны артҡан: бөгөн 14 туроператор республика буйынса 42 тур тәҡдим итә.

Быйыл программа 10 мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән. Унда 60 йәштән өлкән ирҙәр һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар, шул иҫәптән хеҙмәт йылдары буйынса ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡандар саҡырыла.

Башҡортостан буйлап бушлай сәйәхәткә йылына бер тапҡыр сығырға мөмкин. Программала ҡатнашыусы өсөн трансфер, страховка, маршрут буйынса экскурсиялар (8-10 сәғәт), гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр оҙатыуы, эсәр һыу бушлай.

Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм уңайлы маршрут, датаны һайлап яҙылырға кәрәк, шулай уҡ район йәки ҡала хакимиәтенә мөржәғәт итергә мөмкин.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: