Йәмғиәт
19 Июля 2022, 10:58

Йәштәр өсөн микрогранттар

Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлығы күп миллионлы гранттар талап итмәгән йәштәрҙең  проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн конкурс иғлан итте һәм  ғаризалар ҡабул итә башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google

Унда 14-35 йәшлек рәсәйлеләр 15 номинацияның береһенә проекттарын тапшыра һәм 100 мең һумға тиклемге гранттарға дәғүә итә ала. Башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты  2022 йылдың октябренән 2023 йылдың сентябренә тиклем. Микрогранттар конкурсының айырмаһы шунда, был проектты проекттарҙы тормошҡа ашырып бөткәндән һуң тапшырыла торған отчет ябайлаштырылған формала була.

      Ғаризалар «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында ситтән тороп ҡабул ителә, 22 июлдә көндөҙгө сәғәт 12-лә (Мәскәү ваҡыты буйынса) тамамлана.

Автор:
Читайте нас