+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2022, 11:35

Ҡырҙаста спорт һәм рух байрамы

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында спорт туризмы буйынса район ярыштары үтте.

Ҡырҙаста спорт һәм рух байрамы
Ҡырҙаста спорт һәм рух байрамы

 Сараны район инвалидтар ойошмаһы һәм Ҡырҙас ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторҙо.

 Спорт байрамы Ҡырҙас ауылы эргәһендәге быуа янында үтте. 14 ауыл биләмәһенән бөтәһе алтмыштан ашыу кеше килде. Быуа тирәләй командалар сағыу итеп туҡталҡаларын биҙәне, милли ризыҡтар һәм ҡул эштәренән бай күргәҙмә ҡуйҙы. Байрамды асыуҙа урындағы ойошма рәйесе Фәниә Лоҡманова, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова, тренер-инструктор Рәмил Иҫәнбаев сығыш яһап, командаларға уңыштар теләне.

  Йәйәүле туризм буйынса ярыштар тау битләүендә үтте, трасса ҡатмарлы ғына булды. Ә президент гранты аҡсаһына һатып алынған катамарандарҙа һәм ката-байттарҙа ярыштар быуала уҙҙы. Һәр кем үҙен был спорт төрөндә һынап ҡарай алды.

 Ярыштар мәлендә һәр команда концерт номеры менән сығыш яһаны, был конкурсты Ҡырҙас клубы хеҙмәткәрҙәре уҙғарҙы. Байрамда ҡатнашыусылар йыр-моң бәйгеһендә лә, ярыштарҙа ла ҡатнашырға өлгөрҙө. Еңеүселәр дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

   Катамаранда йөрөү буйынса беренсе урынды Нур Аллаяров, Лилиә Исмәғилева, Алмас Дәүләткирәев, Динир Лоҡманов (Амангилде ойошмаһы командаһы) яуланы. Икенсе урында — Зөлфиә Мөхөтдинова, Игорь Папеев, Илһам Дауытов, Әкрәм Италмасов (Таштимер). Өсөнсө урынды Таһир Зәйнишев, Риф Ғәлләмов (Хәмит) менән Әлфиә һәм Ринат Әҡсәновтар (Ташбулат) бүлеште.

 Ката-байттарҙа коляскалағылар ярышында беренсе урынды Юлай Аҙнабаев (Байым), икенсе урынды Йәмил Аҡмырҙин (Таштимер) һәм өсөнсө урынды Гүзәлиә Фәттәхова (Асҡар) алды.

 Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында йәйәүле туризм еңеүселәре Нур Аллаяров (Амангилде) менән Зөлфиә Мөхөтдинова (Таштимер) булды. Икенсе урынды Илһам Дауытов (Таштимер), Нәйлә Солтанова (Асҡар) яуланы. Өсөнсө урынға Алмас Дәүләткирәев һәм Лилиә Исмәғилева (Амангилде) лайыҡ булды.

 Туҡталҡа урынын биҙәү конкурсында беренсе урынды юғары әҙерлек менән килгән Дәүләт командаһы алды.

 Художестволы үҙешмәкәрлек конкурсында беренсе урын – Вилдан Зәйнишевта (Хәмит). Мәмдүҙә Хәлисова (Хәлил) менән Гөлсәсәк Әсәҙуллина (Гусев) призлы урындар яуланы. Конкурста ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 Дөйөм команда һөҙөмтәләре буйынса Амангилделәр еңеүсе булды. Таштимер менән Асҡар командалары икенсе һәм өсөнсө урынға сыҡты.

 Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова йомғаҡлау һүҙендә сараны уҙғарыуҙағы ярҙамдары өсөн Ҡырҙас хакимиәте башлығы Радик Ғәйзуллинға, урындағы ойошма рәйесе Фәниә Лоҡмановаға, клуб мөдире һәм белгесе Гөлназ Кирамоваға, Роза Хәруллинаға, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары рәйестәре Гөлсәсәк Кейекҡужинаға, Мәүҙиға Баймөхәмәтоваға рәхмәт белдерҙе. Мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов транспорт мәсьәләһен хәл итте.

 Үҙенсәлекле һабантуй яһап, күңелле ярыштарҙан көс-ҡеүәт алды ойошма ағзалары. Тәбиғәт ҡосағындағы матур байрам барыһына ла оҡшаны, ихлас ҡабул итеүсе хужаларға рәхмәт әйтеп таралыштылар.

Фәниә ЛОҠМАНОВА.

“С.ВОИ” ауыл хәбәрсеһе мәктәбе” уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: