+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 16:15

«Бергәләп ошо ҡатмарлы осорҙо үткәреп ебәрә алырбыҙ»

Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына инеүе тураһында референдумдар уҙғарыу буйынса ҡарарҙы хуплау маҡсатында ойошторолған «Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай!» митинг-концертында ҡатнашты.

Сара барышында билдәле артист Донбасҡа сәфәренән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ундағы халыҡтың илебеҙҙең ярҙамына мохтаж булыуы хаҡында һөйләне.

«Һуңғы ваҡытта миңә бер нисә тапҡыр Донбаста йәшәүселәр алдында сығыш яһарға тура килде. Улар мине сыҙамлығы һәм ҡыйыулығы менән таң ҡалдырҙы. Ауыр хәлгә ҡарамаҫтан, улар Рәсәйҙәге ҡәрҙәштәренең ярҙамына ныҡ ышана. Бөгөн үҙ теләге менән яуға киткәндәр Донбасс халҡына хәрби ярҙам күрһәтә, беҙҙең егеттәребеҙ унда төрлө объекттарҙы тергеҙеү эштәре менән шөғөлләнә. Башҡортостандың гуманитар ярҙамы Донецкиҙа һәм Луганскиҙа йәшәүселәр өсөн бик ваҡытлы һәм кәрәкле булды. Бына шулай, күмәк көс менән генә ошо ҡатмарлы осорҙа бирешмәҫбеҙ», – тине Асҡар Абдразаҡов.

"Башинформ"дан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: