+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2022, 16:59

Һаулыҡ һаҡлау министры өлөшләтә мобилизация тураһында

Өлөшләтә мобилизация  буйынса үткән брифингта  һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин медицина комиссияларының эшенә һәм  хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың сәләмәтлегенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.  

Һаулыҡ һаҡлау министры өлөшләтә мобилизация тураһында
Һаулыҡ һаҡлау министры өлөшләтә мобилизация тураһында

 Хәрби комиссариаттарҙа  мобилизацияланған граждандарға  медицина комиссияһы үткәреү өсөн табиптар етерлек,  – тине  Айрат Рәхмәтуллин. – Өҫтәмә рәүештә тағы 600 белгес йәлеп ителәсәк.  Хәрби-табип комиссиялары һәр комиссариатта штат режимында эшләүен дауам итә.   

Һаулыҡ һаҡлау министры аңлатыуынса, повестка алған ваҡытта ир кеше ауырыған осраҡта был хаҡта  хәрби комиссариатты иҫкәртергә тейеш. Дауаланып бөткәс, повестка алған көнгә сәләмәтлеге буйынса килә алмауын раҫлаусы  медицина документы тотоп килергә тейеш.  Ул сәләмәтлек буйынса ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙы, амбулатор хеҙмәт табибы белешмиәһе йәҡи дауаханан сыҡҡан ваҡытта бирелгән документ булыуы ихтимал.   

БР башлығы ҡушыуы буйынса, автобустарҙа юлға сығыусы мобилизацияланған хәрбиҙәр беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәкле медикаменттар менән тәьмин ителгән.   

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: