Йәмғиәт
17 Октября 2022, 12:05

Тағы бер проект тамамланды

"С.ВОИ" ауыл хәбәрсеһе мәктәбе" уҡыусылары таныҡлыҡ алды.

Тағы бер проект тамамландыТағы бер проект тамамланды
Тағы бер проект тамамланды

Ошо көндәрҙә "С.ВОИ" ауыл хәбәрсеһе мәктәбе" проектына йомғаҡ яһалды. Тантаналы сарала иң яҡшы уҡыусылар билдәләнде, таныҡлыҡтар тапшырылды.

   «С.ВОИ» ауыл хәбәрсеһе мәктәбе район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Н. В. Әҡсәнова инициативаһы менән тормошҡа ашырылған өсөнсө ҙур проект. Быйыл уның партнеры  булып  «Абзелил» район гәзите сығыш яһаны.

   Сарала мәктәпте тамамлаған 25 уҡыусы  — сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр, проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән уҡытыусылар, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Сығарылыш кисәһен проект етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова асты һәм оло эште атҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

  — Һәр яңы проектты башлар алдынан килеп сығырмы-юҡмы тип борсолаһың. Әммә һәр саҡтағыса, “күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй”, ярҙам итеүселәр ҙә табыла. Был юлы ла шулай булды: тәүҙә бик ҡатмарлы тойолһа ла "С.ВОИ" ауыл хәбәрселәре мәктәбе"нең үҙенең сайты булдырылды, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөм ойошторолдо.  Унда беҙҙең уҡыусыларҙың ижади эштәре донъя күрҙе, бик күп ыңғай баһалар алды.  Уҡытыусылар төркөмдәр буйынса һәм шәхсән дәрестәр ойошторҙо, улар онлайн-оффлайн форматта үтте. Уҡыусыларға иң оҡшағаны командировкалар булды — райондың алдынғы хужалыҡтары, заманса ферма, ярымфабрикаттар етештереүсе предприятиелар, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм “Юрға” ат-спорт мәктәбенә барҙылар.  Бай тәьҫораттар менән ҡыуанып ҡайттылар, һәр урында беҙҙең ойошма ағзаларын ихлас ҡаршы алғандары, экскурсия ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм, — тине Нәсимә Вәйес ҡыҙы. — Бер тапҡыр ҙа яҙышмаған кешеләрҙең күршеләре, ауылдаштары хаҡында яҙа башлауы, мәҡәләләре район гәзиттәрендә баҫылыуы күмәк эшебеҙҙең емеше.

      Район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге баш белгесе Зөлфиә Солтанова «С.ВОИ ауыл хәбәрсеһе мәктәбе»н тамамлаусыларҙы һәм проект командаһын ҡотлап, изге теләктәр юлланы.

    Мәктәптең һәр уҡыусыһына тантаналы рәүештә ауыл хәбәрсеһе танытмаһы, «Журналист блогы» брошюраһы һәм көндәлектәр тапшырылды. Мәктәп уҡытыусылары — «Абзелил» гәзитенең баш мөхәррире Таңсулпан Йомағужина, "Осҡон" гәзитенең хәбәрсеһе Динара Сафиуллина, район инвалидтар йәмғиәте бухгалтеры Лилиә Мортазина, ирекмәндәр  — «Абзелил» гәзите хеҙмәткәрҙәре Зенфира Сәлимйәнова һәм  Римма Нияҙғолова проектты тормошҡа ашырыуҙағы ярҙамдары өсөн район инвалидтар ойошмаһының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

  Таңсулпан Марат ҡыҙы мәктәпте тамамлаусылар менән эш артабан да дауам итәсәген,  ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын билдәләне.  «С.ВОИ ауыл хәбәрсеһе мәктәбе»нең алдынғы уҡыусылары булған, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән Зифа Фәтхетдинова һәм Шәрифә Иҙрисоваға алтын миҙал тапшырылды. Уҡыуҙа айырылып  торғандар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

  Яҙыу-һыҙыу эшендә оҫталыҡтары менән бүлешкән, бай тәжрибәләрен уртаҡлашҡан өсөн уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен Шәрифә Иҙрисова, Зифа Фәтхетдинова, Мөслимә Моталова, Минзәлә Хәйруллина, Фуат Алтынбаев еткерҙе һәм матур гөлләмәләр бүләк итте. Сығарылыш кисәһендә ҡыҙыҡлы уйындар ҙа булды, байрам матур табын менән тамамланды.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас