+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 09:54

Тура бәйләнешкә үҙ һорауыңды ебәр.

Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров  27 октябрь 19:00 сәғәттә республиканың төп каналдары эфирында тура бәйләнеш үткәрә.

Тура бәйләнешкә үҙ һорауыңды ебәр.
Тура бәйләнешкә үҙ һорауыңды ебәр.

 Тура бәйләнешкә үҙ һорауҙарығыҙҙы ебәрә алаһығыҙ.

Һорау ебәреү өсөн ике ысул бар:
- Беренсенән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә комментарий ҡалдырырға мөмкин (vk.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov);
- Икенсеһе,  glavarb.ru сайты аша видео һорау ебәрергә була.
Һорауҙы видео форматта ебәрер өсөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеү мөһим. Артабан glavarb.ru сайтына инергә, «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” тигән виджитты табырға, «Проблема тураһында хәбәр итергә» тигән пункты һайларға кәрәк. Асылған форма буйынса видео һорауҙы беркетегеҙ, һеҙҙең һорауға бәйле бүлекте һайлап бөтә юлдарҙы тултырығыҙ.

Видео һорауға талаптар:

Яҙманы телефондан ебәргәндә, оҙонлоғо бер минуттан, файлды компьютер аша тейәгәндә ауырлығы 10 мегабайттан артмаһын.
Видеоны бина эсендә төшөргән осраҡта, бүлмә яҡты булырға, һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренергә тейеш.
Видеоны горизонталь рәүештә төшөрөргә, яҙма сифатлы булһын өсөн камера һелкенмәҫкә тейеш.
Видеояҙма урамда төшөрөлһә, һорау биреүсенең тауышы ишетелеүен мотлаҡ тикшереүегеҙ һорала.
Һорау бирер алдынан исем фамилияғыҙҙы һәм ҡайҙа йәшәүегеҙҙе,  иң аҙаҡта был һорауҙың Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә ебәрелеүен әйтеп үтергә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас: