+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 10:50

«Туғандар-Һөйөклөләр» Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр онлайн-форумы үтә

3 ноябрҙән 5-нә тиклем «Туғандар-Һөйөклөләр» Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр онлайн-форумы уҙа.

«Туғандар-Һөйөклөләр» Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр онлайн-форумы үтә
«Туғандар-Һөйөклөләр» Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр онлайн-форумы үтә

Сара йәштәрҙә традицион ғаилә ҡиммәттәрен булдырыу һәм дәүләт йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешен тормошҡа ашырыу маҡсатында уҙғарыла. Ғаилә психологияһы, мәғариф, финанс белеме һәм бюджетты алып барыу темалары ҡараласаҡ.

        Шулай уҡ майҙансыҡта бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы үтәсәк. Сарала ҡатнашыусылар үҙ башланғыстарын күрһәтә һәм тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам ала аласаҡ.

     Форум Родные-любимые.рф. яңыртылған платформаһында уҙғарыла. Унда ҡатнашыу өсөн «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына 31 октябргә тиклем заявка бирергә кәрәк. Ойоштороусыһы булып  - Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) тора.

Автор:
Читайте нас: