+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 10:00

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Район инвалидтар ойошмаһы тағы бер грантты тормошҡа ашырҙы.

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел
Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел
"Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел"тигән әйтемгә тағы бер тапҡыр инанырға тура килде...
Нәсимә Вәйесс ҡыҙы Әҡсәнова етәкләгән райондың инвалидтар ойошмаһы 2022 йылда сираттағы грантты отоп , "С.ВОИ ауыл хәбәрсеһе мәктәбе"ндә 25 уҡыусы яңы һөнәр үҙләштерҙек.Апрелдән сентябрь айына тиклем был уҡыуҙа беҙ журналистика буйынса төплө белем алдыҡ. Уҡытыусыларыбыҙ "Абзелил"гәзите редакторы Тансулпан Марат ҡыҙы һәм "Осҡон гәзите хәбәрсеһе Динара Йәүҙәт ҡыҙы беҙҙе үҙ һөнәрҙәренең нескәлектәренә төшөндөрөргә бар көстәрен һалды, ҡыҙыҡлы урындарға экскурсиялар ҙа ойошторҙолар.
Һәм бына, ниһайәт, беҙҙең сығарылыш кисәһе...
Матур тантаналы шарттарҙа һәр беребеҙгә таныҡлыҡтан тыш, уҡыған һөнәребеҙ өсөн кәрәкле брошюра, көндәлектәр һәм әлбиттә, һәр беребеҙгә тиерлек Маҡтау ҡағыҙҙары, хатта ике уҡыусыға алтын миҙал дә тапшырҙылар.
Тағы нимәһе ҡыуандырҙы, үҙаллы йөрөй алмаған уҡыусыларҙың оҙатып йөрөүселәрен дә бүләкләп үттеләр.
Кешелектең яҙмыш йәки тормош тарафынан ҡыйырһытылған бер өлөшө булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһенә йылы ҡараш, матур мөғәмәлә күңелдәрҙәге боҙҙарҙы иретеп, йөҙҙәрҙә йылмайыу, барыбыҙҙа лә яҡшы кәйеф булдырҙы....
Һүҙемде йомғаҡлап, әле юғарыла атап үтелгән етәксебеҙ, уҡытыусыларыбыҙға һәм ошо проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла оло рәхмәт, уларға ныҡлы һаулыҡ, ҙур-ҙур уңыштар, ғаиләләрендә именлек, үҙ хеҙмәттәренең һөҙөмтәһенә, әлегеләй, ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын тип теләйем.
 
Шәрифә Иҙрисова.
"С.ВОИ ауыл хәбәрсеһе мәктәбе" уҡыусыһы.
 
Автор:
Читайте нас: