+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2022, 08:40

МРОТ һәм йәшәү минимумы индексациялана

1 ғинуарҙан МРОТ һәм йәшәү минимумы инфляциянан юғарыраҡ индексациялана #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

МРОТ һәм йәшәү минимумы индексациялана
МРОТ һәм йәшәү минимумы индексациялана

Яңы йылдан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме һәм йәшәү минимумы инфляциянан юғарыраҡ була, тип белдерҙе илдең хеҙмәт министры Антон Котяков президент Владимир Путин менән балалы ғаиләләрҙең килеменә булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

«Ун процентлыҡ индексацияны иҫәпкә алып, минималь күләм 2022 йылдың 1 ғинуары кимәленә ҡарата — 16,9%, ә йәшәү минимумы 13,6% арта. Йәғни йәшәү минимумы дәүмәле лә, МРОТ та көтөлгән инфляциянан юғарыраҡ була», — тине Антон Котяков.

Был хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыуҙың икенсе этабы, тине ул. Беренсеһе яҙ көнө үткәрелгәйне.

Уның һүҙҙәренсә, федераль бюджетта алдағы өс йылға минималь эш хаҡының үҫеш темпы йәшәү минимумы үҫешенән юғарыраҡ билдәләнгән һәм өс йыл йомғаҡтары буйынса айырма ун процентҡа етер тип көтөлә.

был үҙәгрештәр "Демографя" милли проектын үтәүгә булышлыҡ итәсәк.

Фото: zensovet.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: