+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 17:10

Яңы йыл түләмен нисек юлларға?

Мобилизацияланғандарҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум аҡса бирелергә тейеш.

Яңы йыл түләмен нисек юлларға?
Яңы йыл түләмен нисек юлларға?


Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә социаль яҡлау органдарына, күп функциялы үҙәктә йә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында аша ғариза биреү ҙә етә.

 Түләү хоҡуғы хәрби комиссариаттың танытмаһы менән раҫлана, өҫтәмә документтар йыйырға кәрәкмәй, аҡса 26 декабргә тиклем күсерелергә тейеш, был — һуңғы көн. Был маҡсатта аҡса бүленгән дә инде.

Аҡса мобилизацияланғандарҙың банк картаһына күсереләсәк.

Яңы йылға Башҡортостандың бөтә мобилизацияланған ир-егеттәре, уларҙың ҡатындары, бәлиғ булмаған балалары, шулай уҡ вузда уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары бер тапҡыр бирелә торған 20 мең һумлыҡ түләү аласаҡ.

Түләүҙе бөгөндән юлларға мөмкин.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: