-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2022, 10:16

Башҡортостанда махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай туҡланыу өсөн документтар исемлеге раҫланды

Республикала махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына мәктәптә бушлай туҡланыу алыу өсөн документтар исемлеген раҫланылар. 

Республика премьер-министры Андрей Назаровтың ҡултамғаһы менән тейешле ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Мәҫәлән, туғанлыҡ дәрәжәһен күрһәтеү өсөн ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә талап ителә. Документтарҙы шәхсән үҙеңә алып килергә йәиһә дөйөм белем биреү учреждениеһының электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: