-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2023, 16:15

Путин хаҡтарҙы тотороҡло тотоу мөһимлеген әйтте

Ил башлығы Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Максим Шаскольский менән осрашты.

Путин хаҡтарҙы тотороҡло тотоу мөһимлеген әйтте
Путин хаҡтарҙы тотороҡло тотоу мөһимлеген әйтте

Владимир Путин хаҡтарға контроль ҡуйыуҙы иғтибар үҙәгендә тоторға ҡушты.

«Хәҙер был бигерәк тә мөһим. Ысынында иһә, әлеге мәлдә ниндәйҙер кимәлдә инфляция тотабыҙ, ул кәмей», - тине Рәсәй Президенты.

Шаскольский дәүләт башлығына социаль әһәмиәтле тауарҙарға, шул иҫәптән аҙыҡ-түлеккә һәм дарыуҙарға хаҡтарҙы көйләү тураһында һөйләне.

«Беҙҙең эш һөҙөмтәһендә федераль сауҙа селтәрҙәрендә аҙыҡ-түлек тауарҙарына өҫтәмә 22 проценттан 5,5 процентҡа тиклем кәменек. Ошондай тотороҡло хаҡ ҡуйыуҙы 79 төбәк сауҙа селтәре хупланы. Бынан тыш, икмәк, һөт, шәкәр, борщ йыйылмаһы кеүек категориялар буйынса ла хаҡтарҙы тикшерҙек, федераль сауҙа селтәрҙәренә иң кәрәкле тауарға шулай уҡ биш проценттан артмаған хаҡты һаҡлау бурысын ҡуйҙыҡ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: