

Иҫтәлекле бүләкте һигеҙ йәшлек Сәфинә Ғәлимова яратҡан блогерына былай ғына эшләмәгән. Тигренок - Миландың символы, сөнки ул Юлбарыҫ йылында тыуған. Бынан тыш, Сәфинә ҡунағына тәмле башҡорт балын да ҡушып бүләк иткән.
Ҡыҙ күптән Милана менән осрашырға хыялланған һәм уның Өфөгә беренсе Бөтә Рәсәй «Әйҙә уйнарға» фестиваленә килерен белгәс, мәлдән файҙаланып сувенир һәм татлы бүләк әҙерләгән.
Сәфинә һөйләүенсә, тигренок Октябрьский ҡалаһындағы «Башҡорт фарфоры» заводында эшләнгән. Уның өсөн был көн хәтерендә мәңге ҡаласаҡ, хәҙер ул хыялдарҙың тормошҡа ашырына ышана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 сентябрҙән 17-нә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән Өфөлә беренсе «Әйҙә уйнарға» бөтә Рәсәй уйындары фестивале уҙа. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы ойошторған.