Йәмғиәт
22 Сентябрь 2023, 11:53

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров "Бөтә Рәсәй-2023" форумында булды

22 сентябрҙә Сочиҙа "Бөтә Рәсәй-2023" форумында ҡатнашыусылар менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров осрашты.

Форумға бөтә илдән 200-ҙән ашыу журналист йыйылған.

Башҡортостан Башлығының осрашыуҙа төп темаһы – республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына һәм шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам итеү.

    «Беҙ яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Беҙҙең өсөн, шәхсән үҙем өсөн, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү - ул намыҫ эше. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ - беҙҙең эшләү принцибы шул. Беҙ республика яугирҙары менән һәр ваҡыт даими бәйләнештә», - тип һөйләне Радий Хәбиров.

      Уларҙың батырлығы хаҡында үҙ эшенең оҫтаһы  ҡыйыу  мәғлүмәт фронтының журналистары арҡаһында барыһы ла белә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Ошонда уҡ, осрашыуҙа, республиканың ғына түгел, федераль мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә лә Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас