

Ике ҡатлы, зауыҡ менән төҙөлгән мәсет бер йыл да өс ай эсендә ҡалҡып сыҡҡан. Шлакоблоктан һалынған бина тыштан көпләнгән, буялған, әлегә ул электр менән йылытыла, газ үткәреүгә документтар әҙер, ошо көндәрҙә «зәңгәр яғыулыҡ» килеренә ышаныс ҙур. Түшәм заманса материалдар менән көпләнгән, иҙәнгә Бохаранан ҡайтарылған намаҙлыҡ менән махсус балаҫтар түшәлгән. Бинаға һыу үткән.
Мәсеттең биләмәһендә йәйгеһен дини саралар үткәргәндә уңайлы булһын өсөн 100 кеше һыймалы беседка эшләнгән, унда өҫтәлдәр, эскәмйәләр ҡуйылған. Биләмә эсендә уңған ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңайлы, матур иман йорто хасил булған.
Аллаһ йорто имамы, Урал аръяғы райондарының ахуны Сәйфулла хәҙрәт үҙенең тәбрикләү сығышында билдәләүенсә, халыҡ тырышмаһа, бындай мәсет булмаҫ та ине.
— Иман йортон төҙөүҙә хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙыусылар бик күп булды. Шуға ла ярҙамсыларҙың һәр береһен исемләп әйтеү мөмкин дә түгел. Берәүҙәр ҡул көсө менән терәк булһа, кемдер аҡсалата ярҙам итте, фәһемле кәңәштәренән өҙмәгән аҡһаҡалдарыбыҙ оло ихтирамға лайыҡ, — тине Сәйфулла хәҙрәт.
Салауат, Хәлил, Әбделмәмбәт мәсеттәре имамдары Рафиҡ Шәйәхмәтов, Юлай Хәйбуллин һәм Мөхәррәм Бейешевтар ай һайын пенсияларынан бүлеп иғәнә индергәндәр.
Ҡужан ауылынан эшҡыуар Ф. Р. Йыһаншина ярҙамы айырыуса тос булған: Фәниә Рәшит ҡыҙы ошо мәсет төҙөлөшөнә 700 мең һум аҡсалата ярҙам күрһәткән. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, бөгөн шулай уҡ Сәйфулла Әхмәтшәриф улы ҡатнашлығында һалынып ятҡан Йәнекәйҙәге иман йортона ла даими аҡса биреп тора Фәниә апай.
Төҙөлөштө тиҙләтеүҙә шулай уҡ ойошма-предприятиеларҙың да ярҙамы ҙур булған.
Мәҫәлән, «Красная Башкирия» хужалығының (етәксеһе Раил Фәхрисламов) ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың ярҙамы менән бинаға йылы иҙән эшләнгән, газ ҡорамалдары алынған, ҙур матур люстра эленгән.
Ринат Аҡсурин етәкселегендә район юлсылары бина алдына асфальт түшәгән. «Әбйәлил урман хужалығы» предприятиеһы (Зариф Абдуллин) төҙөлөшкә ағас материалдары менән ярҙам иткән. Өфөләге «Уфатепломонтаж» ойошмаһы директоры Рим Йәнекәйевтың эшселәре бинаға тәҙрәләр ҡуйыуға булышлыҡ иткән.
Эшҡыуар Ильяс Сафин зәҡәт итеп биргән ер участкаһында төҙөлөш эштәрен башлағанда мәсет ҡаҙнаһында ни бары 3500 һум аҡса була. Изге күңелле етәкселәрҙең эскерһеҙ ярҙамы менән эштәр йылдам бара, халыҡ индергән иғәнә суммаһы ла ярап ҡала. Төҙөлөш эштәрендә, ойошторолған өмәләрҙә ихлас ҡатнашҡандарҙы Хоҙай рәхмәтенән ташламаһын!
Шулай уҡ төҙөлөш башланғандың тәүге көнөнән һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған ҡатын-ҡыҙҙар оло ихтирамға лайыҡ. Төҙөлөштәге буяу, һылау, таҙартыу эштәренән бер ҙә ҡалманы улар. Ул ғына ла түгел, ярҙамға килгән төҙөүселәрҙе ашарға әҙерләү ҙә улар иңендә булды. Һикһән йәште уҙған апайҙар ҙа бөтә эштәрҙә йүгереп йөрөп ярҙамлашты.
Әйткәндәй, бинаға нигеҙ һалынған көндән биләмәлә йома намаҙҙары уҡыла, дини саралар уҙғарыла башлай.
— Аллаһҡа шөкөр, шулай күмәк көс менән был изге эште атҡарып сыҡтыҡ. Шулай ҙа мәсет эшләйем тип һөйләү бер, уны эшләп ултыртыуы — икенсе, ә бына төҙөлгән Аллаһ йортонда эш алып барыу — иң мөһиме. Мәсетебеҙҙән халыҡ өҙөлмәй: йома намаҙҙарына кешеләр күпләп йөрөй, улар араһында ир-аттарҙың ишле булыуы ҡыуаныслы. Йәштәрҙең дингә килеүе киләсәгебеҙгә ышаныс уята, мәсеткә балаларҙың ынтылыуы һөйөнөслө, — тине Сәйфулла хәҙрәт. — Киләсәктә лә мәсетебеҙ иман нуры сәсеп торһон!
Артабан һүҙ алған имамдар мәсеттең тиҙ арала сафҡа инеүендә Сәйфулла Әхмәтшәриф улының әүҙемлеген, уңғанлығынан, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүенән дә тороуын билдәләне, иман йортоноң халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен, Аллаһ йортона айырыуса йәштәрҙең, балаларҙың күберәк йөрөүен теләне.
Тантана уңайынан шулай уҡ Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Әғзәмов, район хакимиәте эштәр идарасыһы Динис Сәйетғәлин, ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин, эшҡыуарҙар Айрат Әминев, Рәхилә Мортазина, Таштимер ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәрифә Иҙрисова, Өфө ҡунағы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Юлдашев һәм башҡалар иң изге теләктәрен юлланы.
Өй туйлауға ғәҙәттә бүләк менән йөрөйҙәр, сараға килгән һәр кем мәсеткә инселләп намаҙлыҡтар, һауыт-һаба менән бер рәттән аҡсалата ла бүләк һалдылар.
Әле мәсет биләмәһендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Сәйфулла хәҙрәт әйтеүенсә, һалына башланған ярҙамсыл бинала уҡыу залы, ашхана, тәһәрәтхана урынлашасаҡ.
— Бергәләшеп был эште лә атҡарып сығырыбыҙға иманым камил. Изге күңелле ярҙамсыл кешеләр күп беҙҙә, — тип киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты хәҙрәт.
Йыйылыусылар бергәләп өйлә намаҙын уҡығандан һуң, Миңлегөл Йәноҙаҡова инселәп салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ итте.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.