

Әлиә Сәлих ҡыҙын балалар баҡсаһына тормош үҙе етәкләп алып килә. Ә үҙе иһә мәктәптән һуң уҡытыусы булыу ниәте менән СиБДУ-ның биология факультетына уҡырға ингән була. Институттың дүртенсе курсында практика үткәндә уҡытыусы эше уныҡы түгеллеген аңлай. Ҡыйын да, үкенесле лә кисерештәр солғай бына ғына ҡулына диплом аласаҡ ҡыҙҙы. Мәктәпкә бармаясаҡмын тигән ҡәтғи ҡарары уҡыуҙы тамамлағанда ла үҙгәрмәй. Ләкин ул ваҡытҡа Әлиә тормошҡа сығып, әсә булырға йыйына. Шуға күрә эшкә урынлашыу мәсьәләһе икенсе планға күсә. Әйткәндәй, йәш ғаилә Сибайҙа төпләнеп ҡалырға ҡарар ҡыла.
— Улыма өс йәш тулғас, балалар баҡсаһына бирергә булдым. Йәшәгән еребеҙгә яҡын булған «Аленушка» баҡсаһына тәғәйенләнеләр. Бер көн улымдың тәрбиәсеһе эшкә төшөргә теләмәйһеңме тип һораны. Баҡтиһәң, ваҡытлыса тәрбиәсе урыны буш тора икән. Шулай итеп, уйламағанда, хеҙмәт юлымды башланым. Эшкә яуаплы ҡараһам да, кеше урынында йөрөгәс, был һөнәрҙе күңелемә ныҡ яҡын итеп ҡабул итә алманым. Ваҡытлыса тигән һүҙ мейемә инеп оялағайны. Бер йыл эшләп өлгөрҙөм, декретҡа сыҡтым, — тип һөйләй Әлиә Ырыҫбаева.
Икенсе баланы ла баҡсаға урынлаштырыр мәл етә. Ул мәлдә инде ғаилә Алтын ҡасабаһында үҙ мөйөшөн ҡора. Шуға кесе улдарын «Әкиәт» балалар баҡсаһына билдәләйҙәр. Бер ерҙә булһындар өсөн өлкәнен дә бында күсерә һәм йәш әсәгә был балалар баҡсаһында ла эш килеп сыға. Яҙмыш үҙе икенсегә улдарын етәкләттереп кескәйҙәр учреждениеһына алып килгәнгә Әлиә Сәлих ҡыҙы ла күнә. Үҙенең дә бәләкәй балалары булғанға бәләкәстәр менән тиҙ уртаҡ тел таба, ата-әсәләр менән дә килешеп эшләй. Күңеле талап иткән эш ошо икән тигән аныҡ фекергә килгәс, һөнәри белем үҙләштереү маҡсатында ситтән тороп институттың мәктәпкәсә тәрбиә биреү факультетына уҡырға инә.
— Мин бала саҡтан үҙемдән бәләкәйҙәрҙе өйөрөп алып йөрөргә, уйнатырға яраттым. Әсәйем, апайҙар: «Әлиә балаларҙы һәйбәт ҡарай», — тип ҡусты-һеңлеләрҙе миңә ышанып ҡалдыралар ине. Балаларҙы яратҡанға ла башта уҡытыусы һөнәрен һайлағайным. Әммә булмышыма һалынған төп тәғәйенләнешем тәрбиәсе булыуҙа икәнен саҡ ҡына һуңыраҡ төшөндөм. Балалар баҡсаһында ең һыҙғанып эшкә тотонһам да, тәүге мәлдәрҙә методик яҡтан «ҡоралланып» еткермәүем һиҙҙерҙе. Оло тәжрибәләре менән ихлас бүлешкән, һәр яҡтан ярҙам итергә тырышҡан остаздарым — «Әкиәт» балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова менән өлкән тәрбиәсе Әлфиә Ғәбитоваға рәхмәтлемен, — ти Сибайҙан тыуған яғына бай тәжрибә туплап ҡайтҡан тәрбиәсе.
Сибайҙа экологик хәлдең хөртәйеүе, ағыулы төтөндөң сәләмәтлеккә кире йоғонто яһауы һәм шул карьерҙа эшләгән ғаилә башлығының ҡыҫҡартылыуға эләгеүе Ырыҫбаевтарға Әбйәлилгә күсеп ҡайтырға сәбәпсе була. Әлиә Сәлих ҡыҙы сығышы менән Хәлилдән, ә Ринат Раян улы — Әбделмәмбәттән. Икеһе лә район үҙәгендә эш эҙләй. Ир кеше СТО-ға урынлаша. Ә бына Әлиәгә һөнәре буйынса эш тиҙ генә килеп сыҡмай. Хеҙмәт ҡаҙаныштары тупланған бай портфолиоһын асып ҡарап һоҡланалар ҙа, урын юҡ шул тип, алсаҡ йөҙлө тәрбиәсене кире боралар. Эш юллап көн аша Асҡарға йөрөгән килененә ҡәйнәһе: «Садиктан башҡа эш бөткәнме, икенсе урындарҙы ҡара», — тип әйтеп ҡарай. Ләкин һөнәренә ғашиҡ Әлиә Сәлих ҡыҙы үҙен башҡа бер ерҙә лә күрмәй. Ныҡышып йөрөй торғас, «Миләш» балалар баҡсаһына эшкә төшә.
— Мөдир Ә. И. Низамова миңә башҡорт төркөмөн бирҙе. Ҡыуанып алдым, Сибайҙа ла милли төркөмдә эшләнем. Ул саҡта «Миләш» баҡсаһы Мәғарифты үҫтереү институтының инновацион майҙансығы булараҡ та эшләй ине һәм миңә лә кескәйҙәргә туған телдә тәрбиә биреү буйынса фәнни-ғәмәли проектта ҡатнашыу бәхете тейҙе, — ти ул. — Яңыраҡ райүҙәктең бер баҡсаһында өлкән тәрбиәсе урынын тәҡдим иттеләр. Баш тарттым. Был вазифала тәрбиәселәр менән етәкселек итер кәрәк. Миңә ҡалһа, иң яҡшыһы — кескәйҙәр менән эшләү. Тағы ла ышаныс белдереп мине эшкә алған коллективымдан да айырылғым килмәй. Әлфирә Илдус ҡыҙының ярҙамын һәр ваҡыт тоям. Аттестация үтә торған ва-ҡытым нәҡ күсеп килгән йылға тура килде. Уға ҡәҙәр I категорияға эйә инем. Район мәғариф бүлегендә аттестацияға ғаризамды ҡабул итмәнеләр. Шулай дөрөҫ тә булғандыр — районда әле бер эш тә күрһәтмәгән инем бит. Портфолиомды тотоп киткән мөдиребеҙ комиссия ағзаларын нисек күндерә алғандыр – юғары квалификацияға үттем.
Ә тәрбиәсенең портфолиоһы, ысынлап та, һөҙөмтәле эшен дәлилләй, әһәмиәтле шөһрәтнамәләргә бик бай. Сибайҙа эшләгән сағында уҡ Ә. С. Ырыҫбаеваның сценарийы «Ата-бабам мираҫы» балалар баҡсалары һәм мәктәп сәхнәләре өсөн башҡорт халыҡ йолалары буйынса методик ҡулланмаға индерелгән, «Әкиәт бүләк итәм» кескәйҙәр өсөн әкиәттәр, шиғырҙар, һүрәттәр китабының соавторы булып сығыш яһаған. Әле Әбйәлилдә бишенсе йыл эшләү дәүерендә ул портфолио тағы ла нығыраҡ ҡалынайған. 2020 йылда «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы педагогы» конкурсында ҡатнашып Әлиә Сәлих ҡыҙы Мәғариф министрлығының дипломына һәм «Туған телдә уҡытыусы иң яҡшы тәрбиәсе» номиницияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хатына лайыҡ булған. Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән конкурстарҙа даими рәүештә әүҙем ҡатнаша, призлы урындары бихисап. 2021 йылда этномәҙәни медиаконтент буйынса конкурс призеры булған. Быйыл «Мәғариф — ул беҙ» командалар конкурсында 1-се урын яулауға шәхси өлөшөн индергән, шулай уҡ «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен әҙерләгәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Остаз» проекты сиктәрендә ФГОС шарттарында туған телдә мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреүҙе ойоштороу программаһы буйынса Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында тәрбиәселәрҙең квалификацияһын үҫтереү курстарында ҡатнашып, шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашҡаны өсөн юғары уҡыу йортоноң Рәхмәт хаты менән билдәләнгән. Район кимәлендә былтыр иң яҡшы театр мөйөшө конкурсы еңеүсеһе булған.
Мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү башҡорт телендә генә алып барылһа ла, Әлиә Сәлих ҡыҙының «Аҡсәскә» төркөмөнә балаларын йөрөтөргә теләүсе ата-әсәләр уғата күп. Был тәрбиәсенең шәхси сифаттарына бәйлелер, моғайын. Ике йыл элек балалар баҡсаһы менән хушлашҡан тәүге сығарылышында 42 бала булһа, әле ярҙамсыһы Рушания Фәтхуллина менән йәслә йәшенән алып 37 бәләкәсте үҫтереп киләләр. Иртәлектәрҙе, дәрестәрҙе туған телдә ойоштора тәрбиәсе. Халыҡ уйындары, ғөрөф-ғәҙәттәр, туған моңдар, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте аша кесе йәштән рух, тел һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләнә балаларҙа.
Талантлы тәрбиәсенең тәр-биәләнеүселәре һәр яҡтан һәләтле. Тәүге сығарылышынан Иҙел Ишбулатов «Беҙ гагаринсылар!» республика олимпиадаһының һүрәттәр конкурсы еңеүсеһе булған, еңеүсе әҙерләгәне өсөн тәрбиәсеһе лә Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Әлеге тәрбиәләнеүселәренән Ларина Баймырҙина «Йәншишмә» гәзите ойошторған «Әүәләйбеҙ Ҡар бабай!» бәйгеһендә «Иң ҡупшы Ҡар бабай» номинацияһында билдәләнгән. Булат Саптаров «Һәр ихатаға сыйырсыҡ ояһы» район конкурсында еңгән. Амалия Мөхәмәтйәрова, Айгөл Шәғәлиева, Руфина Мырҙабулатова, Азалия Әхмәтйәнова, Алина Крулькина һәм Илдан Ғөбәйҙуллин «Йәш таланттар – 2023» Бөтә Рәсәй конкурсының «Театр сәнғәте», «Вокал» һәм «Нәфис һүҙ» номинацияларында призер булған. Руфина Мырҙабулатова «Абзелил» гәзите үткәргән «Еңеүселәр вариҫтары» конкурсында 2-се урын алған.
— Хеҙмәтем балалар араһында үтә. Балаларҙың күңел сафлығын, эскерһеҙ ихласлығын яратам. Уларҙың үҫкәненә ҡарап ҡына ваҡыттың уҙғанын шәйләйһең. Балалар баҡсаһына етәкләп алып килгән, буласаҡ һөнәрем менән осраштырған улдарым да ҙурайҙы инде. Вадим — 10-сы, Вилдан 6-сы класҡа барҙы. Яратҡан эшемде алға этәреү, һөнәри яҡтан үҫешеү буйынса маҡсаттарым ҙур. Беҙ яулайһы бейеклектәр алда әле, — ти райондың иң яҡшы тәрбиәсеһе Әлиә Ырыҫбаева.