Йәмғиәт
2 Ноябрь 2023, 07:36

Республика уҡыусылары һәм студенттары «Рәсәй»халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

Сарала 14-17 йәштәрҙәге 2500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ, улар 2023 йылдың ноябренән 2024 йылдың апреленә тиклем Мәскәүҙә ойошторолған төркөмдәр менән Күргәҙмә эшенә йөрөйәсәк.

Республика уҡыусылары һәм студенттары «Рәсәй»халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡРеспублика уҡыусылары һәм студенттары «Рәсәй»халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ
Республика уҡыусылары һәм студенттары «Рәсәй»халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

Балалар төркөмдәре күргәҙмәһендә ҡатнашыуҙы ойоштороусы “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Рәсәй мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тора.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, «Беренселәр хәрәкәте» нең төбәк бүлексәһе 1257 беренсел ойошма булдырған һәм 25 меңдән ашыу баланы ойошмаға йәлеп иткән. Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәт» гранттар һаны буйынса өс лидер иҫәбенә ингән. 28 проект-еңеүсе булған 62 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп иткән.

Әйткәндәй, «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә - форумы Мәскәүҙә ВДНХ-ла 4 ноябрҙә асыласаҡ һәм 2024 йылдың апреленә тиклем барасаҡ.  Бер майҙансыҡта Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт, ауыл хужалығы, энергетика, транспорт, төҙөлөш, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары тәҡдим ителәсәк. Башҡортостан шулай уҡ күргәҙмәлә үҙенең космолет формаһында эшләнгән юғары технологиялы стендын тәҡдим итәсәк.

 

Шулай уҡ Башҡортостан мәғариф Һәм фән аҙналығында ҡатнашасаҡ. Төбәктең мәғариф системаһын республиканың мәғариф ойошмалары эшмәкәрлеге аша күрһәтеләсәк.

     Республиканың ҙур колледждары Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек Үҙәге менән бергә йыһанға арналған программа әҙерләй. Унда ҡатнашыусыларға космонавтарҙың ни өсөн тап башҡорт балын ашауы һәм космонавтарҙы нисек һайлап алыуҙары, йыһанда туҡланыу  буйынса дәрестәр тәҡдим итәсәк, ракеталар эшләү һәм марсоход эше тураһында һөйәсәктәр.

 

Шулай уҡ күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға башҡорт теле буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителәсәк.

Автор:
Читайте нас