Йәмғиәт
9 Ноябрь 2023, 03:00

Путин Дима Рогачев үҙәгендәге пациенттар менән аралашып, ҡурсаҡтар бүләк иткән

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дима Рогачев исемендәге Милли медицина тикшеренеү үҙәгендә булып, бәләкәй пациенттар һәм уларҙың әсәләре менән аралашҡан, ҡыҙҙарға ҡурсаҡтар бүләк иттеп, фотоға төшкән. #ВладимирПутин

Путин Дима Рогачев үҙәгендәге пациенттар менән аралашып, ҡурсаҡтар бүләк иткәнПутин Дима Рогачев үҙәгендәге пациенттар менән аралашып, ҡурсаҡтар бүләк иткән
Путин Дима Рогачев үҙәгендәге пациенттар менән аралашып, ҡурсаҡтар бүләк иткән

Яңы корпусты ҡараған саҡта Путинға яңы палаталарҙы ла күрһәтәләр. Унда дауаланыусы Люба исемле ҡыҙ һәм уның әсәһенән клиникалағы шарттар торошон  һораша.

Палатала тағы бер пациент була. Президент уның менән дә танышып аралаша.  

       Үҙәк хеҙмәткәрҙәре, пациенттар өсөн шарттар тураһында һөйләгәндә, балаларҙың хатта ижадҡа ла ваҡыт табыуҙарын һөйләйҙәр.

     Дәүләт башлығы, бәләкәй пациенттар менән аралашып, уларға хушлашҡан саҡта ҡурсаҡ бүләк итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас