

Төп иғтибар яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләре булды. ДОСААФ системаһында уҡыуҙар 1 октябрҙән башлана. Әбйәлил ДОСААФ-ы базаһында уҙған республика кәңәшмәһенең тәүге көнөндәге сығыштар граждандарҙы хәрби-иҫәп һөнәрҙәренә әҙерләү бурыстарын анализлауға, уны камиллаштырыу буйынса төп талаптарҙы тикшереүгә арналды. Шулай уҡ курсанттарҙы һайлап алыу йәһәтенән хәрби комиссариаттар менән үҙ-ара килешеп эшләү мәсьәләһе ҡаралды. Баймаҡ ДОСААФ-ы рәйесе Р. Р. Нәбиуллин үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, видеоролик күрһәтте.
Икенсе көндә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Әбйәлил районы ДОСААФ-ының урындағы бүлексәһе эше менән яҡындан танышты. Автотехниканы файҙаланыуҙың йыллыҡ, айлыҡ пландары яҙылған журналдар тикшерелде. Республика ДОСААФ-ы етәкселәре беҙҙең район бүлексәһенең уҡытыу-матди базаһын юғары кимәлдә тип баһаланы. Хәрби техниканың төҙөклөгөн, техник тикшереү сифатын контролдә тотҡан Е. И. Збицкий ДОСААФ эшенә ҡарата ыңғай фекерҙәр еткерҙе.
Әйткәндәй, беҙҙең ДОСААФ-тың заманса күркәм бинала урынлашыуы ҡунаҡтарҙа һоҡланыу уятты. «Республикала ошондай дүрт ДОСААФ, Әбйәлил бүлексәһе улар араһында иң өлгөлөһө. Бинала тулы тәртип, кластар яҡты, йыһаз яңы көйө. Биләмә таҙа, сәскәләр үҫә. Бүлексә рәйесе А. Б. Хәкимов етәкләгән коллективтың тынғыһыҙ эшенә рәхмәт!» — тине Р. Ф. Насиров.
Шулай булғас, республика кәңәшмәһенең тап беҙҙең районда үтеүе юҡҡа түгел. Башҡаларға күрһәтерлек тәжрибә, үрнәк бар, тимәк. Башҡортостан буйынса бөтәһе 35 ойошма финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген алып бара. Уларҙан хәрби-иҫәп һөнәренә 9 автомәктәп һәм 6 ДОСААФ бүлексәһе өйрәтә. Йыл һайын Әбйәлил ДОСААФ-ында 50 курсант хәрби-иҫәп специальностары буйынса әҙерлек үтә. Был бик юғары күрһәткес. Мәҫәлән, Хәйбулла районында — 25, Баймаҡта 30 курсант сығарыла. «Өс ай ярым эсендә егеттәрҙе имтихандарҙы тапшырыуға әҙерләү ҡатмарлы, әммә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҡуйылған талаптарҙы тулыһынса үтәй», — тип билдәләнеләр республика ДОСААФ-ы етәкселәре.
— Бөтә күрһәткестәр буйынса Әбйәлил бүлексәһе иң яҡшыларҙың береһе булып тора. Сөнки бында үҙ эшен яратҡан, тәжрибәле етәксе Айрат Булат улы етәкселек итә. Артабан да һынатмағыҙ! — тип йомғаҡланы И. Н. Нурмөхәмәтов.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.