+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 11:00

Эштә лә, өйҙә лә гел бергә

Ни тиһәң дә, киләсәк талантлы уҡытыусылар ҡулында. Ҡырҙас мәктәбендә лә тормошҡа юл табырға булышлыҡ иткән педагогтар эшләүе менән балалар бәхетле. Һүҙем — ирле-ҡатынлы Фәриҙә һәм Салауат Суфияновтар тураһында.

Эштә лә, өйҙә лә гел бергә
Эштә лә, өйҙә лә гел бергә

Суфияновтарҙың икеһе лә үҙҙәрен иң ҡатмарлы, иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһенә бағышлағандарына яҙмыштарына рәхмәтле. Улар заманса алымдар менән билдәләнгән йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып баралар.
Фәриҙә Ишморат ҡыҙы Гусевтан килен булып төшкән. Тормош иптәше менән улар Әлмөхәмәт мәктәбендә танышалар. СиБДУ-ның башланғыс кластар факультетын тамамлаған ҡыҙҙы һәм Магнитогорск педагогия училищеһының хеҙмәт һәм физкультура уҡытыусыһы һөнәренә уҡыған егетте йүнәлтмә буйынса Әлмөхәмәт мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Улар бер коллективта дәррәү генә эш башлайҙар. Бер-береһен оҡшатып йөрөгән йәштәр яйлап дуҫлашып китәләр. Мәңгелеккә бергә булырға тип ике йәш йөрәк ғаилә ҡора.
Әлмөхәмәттә бер йыл эшләгәндән һуң, белгестәр егеттең ауылына ҡайтып төпләнә. Салауат Ғәлим улы физкультуранан уҡыта башлай. Әмәлгә ҡалғандай, Фәриҙә Ишморат ҡыҙының ҡәйнәһе лә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып сыға. Килененә эш булһын тип, үҙенең урынын ҡалдыра. Шунан башлана ла инде Суфияновтарҙың ғаиләһендә ығы-зығылы мәктәпкә бәйле ғаилә тормошо.
Ғаилә башлығы ситтән тороп БДПУ-ның физкультура факультетын тамамлай.
Спортҡа һөйөү бала саҡта тәрбиәләнә. Юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы Салауат Ғәлим улы был хаҡта яҡшы белә. Тәжрибәле педагог ғүмеренең 23 йылын балаларҙа спортҡа һөйөү уятыуға, сәләмәт тормош серҙәрен төшөндөрөүгә арнаған. Уның намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте район һәм республика кимәлендә маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, «Иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы» тип табылған. Тренер булараҡ уның спорт секциялары үҙенең һөҙөмтәләрен бирә. Мәктәптә йүгереү буйынса республика ярыштары чемпиондары бар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар командалары менән районда мини-футбол буйынса беренсе, лаптала өсөнсө урындар алғандар.
— Элекке заман менән сағыштырғанда, хәҙерге балаларҙың һаулығы маҡтанырлыҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа балалар әҙ хәрәкәтләнәләр. Элек балаларҙы тыштан индереп булмай ине, ә хәҙер тышҡа сыҡҡандары юҡ. Тәнәфес ваҡытында спорт залында хәрәкәтләндерергә һәм спорт менән шөғөлләнеүҙең тормошта әһәмиәтен аңлатырға тырышам. Дәрестән һуң беҙҙә спорт залы һәр ваҡыт асыҡ. Райондағы физкультура уҡытыусылары менән берлектә йыш ҡына иптәштәрсә матчтар үткәреп торабыҙ, — ти ул.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәриҙә Ишморат ҡыҙы һөнәри оҫталығын үҫтереү өсөн һәр саҡ эҙләнеүҙәр һәм камиллашыу юлында. Ул да тормош иптәше кеүек 23 йыл балаларға хәреф танырға, яҙыу-һыҙыу серҙәренә өйрәтә. Дәрестәрендә яңы алымдарҙы индереп, уҡыусыларҙың белемгә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра, фекерләүҙәрен үҫтерә. Мәктәптән тыш сараларҙы ойоштороуҙа ла ең һыҙғанып эшләй. Уның уҡыусылары төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә, зона, район кимәлендәге олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Эшенә бик яуаплы ҡараған, киң эрудициялы, талантлы, ижади ҡарашлы, эшһөйәр педагогтарҙың ҡорған ғаиләһе татыу, үҙҙәре төҙөгән йорттары ла ҡупшы.
Салауат Ғәлим улы ойоштороу һәләтенә эйә, һүҙе үтемле ауыл Советы депутаты булһа, ғаиләһендә — уңған ир, хәстәрлекле атай ҙа. Фәриҙә Ишморат ҡыҙы урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, ул да ауыл тормошондағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Ғаилә башлығының оҫта ҡулдары йорт эсендә бөтә уңайлыҡтар булдырған. Татыу ғаиләнең хужалығында техника ла күп. Күпләп мал аҫрайҙар. Йәй көндәре баҡсала үтә.
Суфияновтар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тигән халыҡ мәҡәле бар. Улар балаларына хозур ерҙәрҙе күрһәтеп, тормоштарын фәһемле лә, иҫтәлекле лә итеп ойоштора беләләр. Тырыш, талантлы парҙың балалары ла егәрле. Береһенән-береһе шуҡ, зирәк дүрт малайҙы оло тормош юлына баҫтырып, лайыҡлы тәрбиә бирер өсөн барыһын да эшләй улар. Өлкән улдары Илнар һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, бер нисә йыл медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә һөнәрен алмаштырып, Магнитогорск ҡалаһында автокрансы булып эшләй. Илназ — Башҡорт дәүләт авиация һәм техник университеты студенты. Рушан быйыл һигеҙенсе класта белем эстәй, атай менән әсәй араһында орсоҡ кеүек өйрөлгән бәләкәй Сабирға биш йәш.
Ғөмүмән, ирле-ҡатынлы Суфияновтар балаларының, шул иҫәптә уҡыусыларының ысын шәхес итеп формалашыуы өсөн бар көстәрен һала. Улар йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмай, тормошта үҙ юлдарын табырға ла ярҙам итә.
Бергә эшләүҙең нимәһе яҡшы тигән һорауыма, «Бер коллективтаһың, ундағы проблемалар, яңылыҡтар, эш пландары бер, уның эшен мин, минекен ул аңламай ултырмайбыҙ. Байрамдар ҙа, кисәләр ҙә уртаҡ», — тип яуапланы улар.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: