Халыҡ – ара бизнес аҙналығы - дәүләт һәм коммерция структуралары өсөн хеҙмәттәшлектең һәм үҫештең мөһим аспекттарын тикшереү өсөн уникаль мөмкинлек. Форум ҡунаҡтары булып федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, эшлекле даирә вәкилдәре һәм төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларус, Үзбәкстан, Төркиә, Ирандан рәсми делегациялар ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, халыҡ-ара бизнес аҙналығы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, яңы инвесторҙар йәлеп итеү һәм ғәмәлдәге партнерҙар менән үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу өсөн мөһим инструмент булып тора. Форум инновацион проекттар менән таныштырыу һәм халыҡ-ара аренала урын яулау өсөн уникаль мөмкинлек бирә.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығының эшлекле программаһы бизнес, иҡтисад, инвестициялар өлкәһендәге төп мәсьәләләргә арналасаҡ. Һәр көн исем йөрөтәсәк.
Беренсе көн, 22 ноябрь «Иртәнән һуң бизнес күҙлегенән» тип атала, ҡатнашыусылар дәүләт ярҙамы сараларын, электрон сауҙаның уңыштары, яңы халыҡ-ара ысынбарлыҡта бизнесты яҡлау саралары тикшерәсәк.
Икенсе көн, 23 ноябрь - " Иртәнән һуң ШОС, БРИКС һәм БДБ партнерҙары күҙлегенән», ШОС һәм БРИКС хеҙмәттәшлегендә глобаль үҙгәрештәр шарттарында эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн мөмкинлектәр ҡараласаҡ.
Өсөнсө көн, 24 ноябрь – «Иртәнән һуң инвесторҙар күҙлегенән» тип аталып, финанс баҙарҙарын үҫтереүҙең яңы мөмкинлектәренә, иҡтисадта яһалма интеллекттың роленә һәм инвестицияларға арнала.