+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 08:30

Күмәкләгән — яу ҡайтарған

Михайловкалар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе үҙҙәренең ярҙамынан ҡалдырмай.

Күмәкләгән — яу ҡайтарған
Күмәкләгән — яу ҡайтарған

Ҡыш етеп килгәнлектән махсус операция биләмәһендә булған һалдаттарға йылы ойоҡбаштар бәйләүҙе ойоштороу маҡсатында Рәмилә Бәҙретдинова менән Алһыу Шаһыбалова ватсапта «Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам» исемле чат булдырған. Был уйҙарын бойомға ашырыу маҡсатында улар иң элек һарыҡ-кәзә тотҡан эшҡыуар Х. Х. Хәйруллин менән бәйләнешкә инәләр. Харис Хәйбулла улы шунда уҡ утыҙ тоҡ һарыҡ йөнө ебәрә.
Изге эшкә ҡуш ҡуллап ҡушылған ҡатындар клубта йыйылышып, берәүҙәр йөндө тетәләр, икенселәре иләйҙәр. Был эш менән өйөндә шөғөлләнеүселәр ҙә табыла. Иләнгән йөндәрҙән яугирҙәргә ойоҡбаштар, бейәләй-бирсәткәләр бәйләү өсөн теләге булған ҡатындарға йомғаҡтарҙы өйҙәренә лә таратып бирәләр.
Был эшкә лә күптәр ҡушылған, мәҫәлән, Михайловканан хеҙмәт ветераны Зәлифә Дауытова (өҫкө һүрәттә) күп кенә ойоҡбаштар бәйләп биргән. Таштимерҙән Юлиә Зәйтүнова ойоҡбаштар һәм башлыҡтар бәйләгән.
Һалдаттарға ярҙам акцияһы бөгөн дә дауам итә.
Шулай уҡ Михайловканың изге күңелле ҡатындары тиҙҙән райондан оҙатыласаҡ гуманитар йөккә өҫтәп әйберҙәр йыйыуҙы ойошторған. Кемдер оҙаҡ һаҡланыусы аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, башҡа кейем-һалым тапшырыуын дауам итә. Аҡсалата ярҙам итеүселәр ҙә бар икән. Мәҫәлән, Рәхилә инәй Суфиянова бер мең һум күсергән. Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Әлиә Ҡустыбаева, Лариса Осокина, Рәмилә Бәҙретдинова даими матди ярҙам күрһәтәләр.
Ошо көндәрҙә Михайловка ҡатындары райондан ебәреләсәк гуманитар ярҙам сиктәрендә һалдаттарға инселәп сәк-сәк бешерергә йыйына. Был хаҡта саҡырыу ташлау менән шунда уҡ ярҙам итеүселәр табылған. Мәҫәлән, Екатерина Гусева он, май, бал алып килергә вәғәҙә иткән, Әлиә Кәримова (аҫҡы һүрәттә) 50 дана йомортҡа бирәсәк. Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, михайловкалар яугирҙәргә сәк-сәк бешереп өлгөртөү өсөн бар көстәрен һаласаҡ.
Р. ДАУЫТОВА.

Күмәкләгән — яу ҡайтарған
Күмәкләгән — яу ҡайтарған
Автор:
Читайте нас: